Все новости
Йәмғиәт
1 Декабря 2016, 03:17

БӘХЕТЛЕ ӘСӘЛӘР – БЕҘҘӘ

Әсә көнөнә бәйле Илкәнәй урта мәктәбендә «Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы әсә булыуҙа» исемле конференция үткәрелде.

сә көнөнә бәйле Илкәнәй урта мәктәбендә «Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы әсә булыуҙа» исемле конференция үткәрелде. Уны уҡытыусы Гөлдәр Шәмсетдинова ойошторҙо. Сараға уҡыусыларҙың әсәләре саҡырылды.

Әсә бәхете – балала. Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә терәк, таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ. Бындай әсәләр беҙҙә бик күп! Сарала тап ошондай гүзәл заттарыбыҙға маҡтау яуҙы.

Конференцияла тәрбиә мәсьәләләрен директор урынбаҫары Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы асыҡлаһа, фельдшер Ғәлиә Вәхитова һаулыҡ һаҡлау ысулдарын өйрәтһә, Илкәнәй «Ағинәйҙәр» клубы етәксеһе Әлфиә Вәхитова матурлыҡ серҙәрен бүлеште. Сара уҡыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтарға театр түңәрәгенә йөрөүсе балаларҙың театраль тамашаһы, Ынйыгөл Заманова, Руслан Мөхәмәтшин, Азалия һәм Радмир Араптановтарҙың моңло йырҙары, Ислам Сәфәров һәм Руслан Мөхәмәтшиндың тасуири шиғыр һөйләүҙәре, Гөлфиә һәм Гөлнәзирә Вәхитовтарҙың һалмаҡ бейеүҙәре бигерәк ныҡ хуш килде.

Байрам аҙағында мәктәп директоры Раян Араптанов әсәләрҙе ҡотлап, уларға байрам открыткалары тапшырҙы.

Читайте нас: