Все новости
Йәмғиәт
6 Декабря 2016, 13:59

«АҒИНӘЙҘӘР ҺҮҘЕ – АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ!»

Үткән аҙнала ошо девиз аҫтында үтте Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында, Республика кимәлендәге ағинәйҙәр ҡоро.

Үткән аҙнала ошо девиз аҫтында үтте Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында, Республика кимәлендәге ағинәйҙәр ҡоро. Был сараға Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла һәм Көйөргәҙе райондары ағинәйҙәре, барлығы 300-ләп кеше йыйылған ине.
Ил Президенты Владимир Путиндың: “Йәмәғәтселек институттарын терге-ҙергә, йәмғиәтте тәрбиәләүҙә уларға таянырға кәрәк”, – тигән һүҙҙәренә яуап итеп барлыҡҡа килгән Ағинәйҙәр ойошмаһы төрлө төбәктәрҙә бер үк ваҡытта эшләй башламаны. Хәйбуллаларҙа был ойошма 4 йыл элек ойошторолһа, беҙҙең районда ул әлегә 2 генә ай тирәһе эшләп килә. Шуға күрә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу бик тә урынлы булды.
Сара Аҡъяр районы мәҙәниәт йорто фойеһында башланып китте. Килгән ҡунаҡтарҙы бик йылы итеп ҡаршылап сәй менән һыйлағас, ҡорҙоң тәүге өлөшөн асып, Хәйбулла муниципаль районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина үҙҙәренең ағинәйҙәр ойошмаһы эше менән таныштырып үтте. Районда ағинәйҙәр ойошмаһы 15 ауылда эшләп, 500-ләп ағинәйҙе берләштерә. Үткәрелгән сараға һәр бер ауыл биләмәһе үҙ күргәҙмәһен әҙерләп алып килгән ине. Кемдер милли аш-һыуҙан мул өҫтәл әҙерләгән, бәғзеләре ҡул эштәре күрһәтә, ошонда уҡ матур итеп шәл һуғалар. Мин яңғылышманым, хәйбуллалар ысынбарлыҡта балаҫты ла шәлде лә һуғалар. Һөттән эшләгән ризыҡтарҙың муллығына ҡарап иҫең китерлек, ниндәй генә ризыҡ юҡ бында. Эремсек, ҡыҙыл эремсек, ҡорот, сейәле ҡорот, әнис ҡушып баҫылған ҡорот һәм башҡалар. Самауыры шыжлап ултырған сәй өҫтәлендә ҡамыр аштарының ғына ла 15-ләп төрөнән артығыраҡ тәмлекәстәре ҡуйылған. Самауырҙың да урыҫтарҙан килгән Тула самауыры түгел, ә иң беренсе башҡорттарҙа булғанлығын иҫбат иттеләр бында.
Һәр-бер күргәҙмәне әҙерләүселәр ҡунаҡтарҙы йыр, әйтемдәр, таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Ошонда уҡ үҙҙәре һуҡҡан, бәйләгән шәлдәрҙе ябынып, үҙҙәре теккән милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе кейеп ҡорҙа йыйылған ҡунаҡтар алдында үтеүе берҙә подиумда йөрөгән моделдәрҙән кәм булманы.
Ҡорҙоң икенсе өлөшө тамашасылар залында, райондың Йәнтеш ауылы сәхнәһе хеҙмәт ветераны Фәниә Арыҫланованың “Мәңге йәшә, башҡортом” мөнәжәте менән башланып китте. Шунан һүҙ республика ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваға бирелде. Ул Хәйбулла районының иң әүҙем ағинәйҙәренә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: райондың ағинәйҙәр ойошмаһы эшендә әүҙемлек күрһәткәндәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Бүләктәр район хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайы ойошмаһы, ветерандар Советы, эшҡыуарҙар тарафынан әҙерләнгәйне. Һәр бер ҡотлау концерт номерҙары, йыр, ҡурай моңо менән уралып барҙы.
Ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы ла тик ултыртманы. Һәр райондың берәр вәкилен сәхнәгә сығарып конкурс үткәрҙеләр. Аҙ һанлы булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең райондың вәкиле лә ҡатнашлыҡ итте бәйгеләрҙә. Һынау тотоу өсөн Таймаҫ ауылы ағинәйе Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы Мәһәҙиеваны һайланыҡ.
Бәйге 3 өлөштән торҙо.
1. “Мин – ағинәй”. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта район, үҙе менән таныштырып үтергә тейеш.
2. “Һөнәрем”
3. “Әйтер һүҙем бар минең” – тип аталды.
Бик арҙаҡлы жюри ағзалары баһалауы буйынса Рәйлә Мәһәҙиева 3-сө дәрәжәле дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Хәйбуллалар 2-се һәм ейәнсуралар 1-се дәрәжәле диплом алды.
Ҡор аҙағында һәр бер килгән ҡунаҡҡа, жюри ағзаларына, сараны әҙерләүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырып үттеләр. Бүләктәрҙең күбеһе тиерлек Хәйбулла районы ағинәйҙәре оҫталары менән эшләнгәйне.
Ҡорҙан бик ҙур фәһем алып, эстән генә: “Беҙгә өйрәнергә лә әле өйрәнергә, эшләргә лә әле эшләргә” – тигән уйҙар менән ҡайтып төштөк.
Ошо сараға барыуҙы ойошторғандары өсөн район хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә шулай бергә-бергә, һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тойоп эшләргә яҙһын тигән уйҙа ҡалабыҙ.
Читайте нас: