Все новости
Йәмғиәт
6 Декабря 2016, 13:55

«ИЛҺАМ» ЙӘШӘҮГӘ ИЛҺАМЛАНДЫРА

Сәләмәтлегенә зыян килгәндәрҙең тормошон еңеләйтергә...

Сәләмәтлегенә зыян килгәндәрҙең тормошон еңеләйтергә, уны тѳрлѳ саралар менән йәмләргә тырышҡан яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре хуплауға лайыҡ. Кѳйѳргәҙе районы үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ошо йүнәлештә бик кәрәкле эш башҡара.

Унда 2014 йылдан китапханасылар менән район инвалидтар ойошмаһы етәкселеге килешеүе һѳҙѳмтәһендә Ермолаево ауылының мѳмкинлектәре сикләнгән граждандары ѳсѳн «Илһам» клубы эшләй. Ул ике тиҫтәгә яҡын сара уҙғарыуҙы күҙаллаған махсус йыллыҡ план нигеҙендә алып барыла. Йыйылыштарҙың күбеһе район хакимиәте хәстәре менән элемтә бүлегенең иркен генә, йылылыҡ, мебель, телефон менән тәьмин ителгән бүлмәлә үткәрелә. Ә интеллектуаль уйындарҙы үҙ эсенә алған саралар махсус техникалы үҙәк китапханала уҙғарыла.

Клубтың эшен алып барыу мәҙәниәт усағының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бүлеге мѳдире, тәжрибәле белгес Александра Александроваға йѳкмәтелгән. Ос-рашыуҙарҙа уны кѳтѳп алалар, киң мәғлүмәтлегенә һоҡланалар, кешеләргә иғтибарлы булғаны ѳсѳн ихтирам итәләр. Уға планда ҡаралған саралар үткәреүҙә коллегалары Татьяна Мирхазетдинова, Галина Агаповалар ихлас ярҙам итә.

Клуб эшмәкәрлегенең маҡсаты – мѳмкинлектәре сикләнгәндәрҙең рухи талабын ҡәнәғәтләндереү, уларҙың йәшәйешен тѳрләндереү, ваҡытын файҙалы, күңелле үткәреү, йәнле аралашыу булдырыу. Ошо теләктәрҙе бойомға ашырыуҙа китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙәби, әҙәби-музыкаль кисәләр, әңгәмәләр ҡороу, дискуссиялар ойоштороу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, әҙәби портреттар булдырыу кеүек формалар ҡуллана. Сараларҙы шулай тѳрләндереү унда ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмай. Сараларҙың күбеһе инвалидтарҙың үҙҙәренең әүҙем ҡатнашлығында уҙғарыла. Миҫалға «Нимә, ҡасан, ҡайҙа?» тип аталған уйындарҙы килтерергә мѳмкин. Китапхана хеҙмәткәрҙәре саралар планы тѳҙѳгәндә Рәсәйҙә, Башҡортостанда иғлан ителгән йыл темаһын да күҙ уңында тота. Әйтәйек, быйыл клубта Кино йылына арналған ѳс йыйын да юғары ойоштороу кимәлендә үткәрелгән. Клубта үҙебеҙҙең ерлеккә арналған сараларға ѳҫтѳнлѳк бирелә. Мәҫәлән, быйыл май айында районда тыуып үҫкән режиссер Руслан Юлтаевтың Кѳйѳргәҙе тѳбәгендә тѳшѳрѳлгән «Сәк-Сәк» фильмы һәм уның буйынса фекер алышыу ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеге шарттарында үтте.

Шулай уҡ яҡташ шағирҙәребеҙ Тамара Ғәниева менән Кинйәғәли Абдуллиндың юбилейҙарына арналған әҙәби кисәләр ихлас һѳйләшеү, фекер алышыу формаһында барҙы. Клубта матур йолаға әйләнгән «Китапхана тѳнѳ», быйыл үҙәк китапханала ойошторолоп, Кино йылына арналды.

«Илһам» клубының эше маҡтауға һәм уның ыңғай тәжрибәһе уртаҡлашыуға, таратылыуға лайыҡ. Билдәле сәбәптәр арҡаһында район ауылдарындағы инвалидтарҙың күбеһе, теләктәре булһа ла, сараларға килә алмай. Район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Василий Булгаков һәм үҙәк китапхана директоры Юлиә Миңлебаева менән һѳйләшеүҙән асыҡланыуынса, ошондай клубтарҙы тѳбәктең ҙурыраҡ ауылдарында ла ойоштороу мѳмкинлеге бар.

Читайте нас: