Все новости
Йәмғиәт
6 Декабря 2016, 13:47

ҠОБАҒОШОВТАРҘЫҢ БЕРЕҺЕ

Фәриә Хөсәйенова Таймаҫ ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы улар ғаиләһен дә урап үтмәй.

Фәриә Хөсәйенова Таймаҫ ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы улар ғаиләһен дә урап үтмәй. 5 йәш сағында, аталары мәрхүм була. Яңғыҙ ҡалған әсәләре Мәрйәм апай 6 баланы аяҡҡа баҫтыра. Барыһын да тәрбиәләп, уҡытып, белем биреп оло тормош юлына оҙата. Өлкән ағаһы Фуат нефть институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар Газпром начальнигы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Гүзәл апаһы педагогия институтын тамамлап, әлеге ваҡытта Яңы Таймаҫ ауылында Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназия-интернатта директор ва-зифаһын башҡара, Факил ағаһы мәктәптә водитель булып эшләй, Флүр ағаһы Газпром ойошмаһында быраулаусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, Фәйез мырҙаһы педагогия институтын тамамлап, математика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.

Ә Фәриә Фәтих ҡыҙы үҙенең һөнәри юлын, ауыл клубы мөдире булып башлап ебәрә. Ул бәләкәйҙән сәхнәне ярата, йырларға, бейергә маһир була. Бер йыл эшләгәндән һуң, 1-се һанлы Өфө педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы бөтөп, 1982 йылда Ялсыҡай ауылы балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә килә. Бер йыл эшләгәндән һуң, ошо ауыл егете Фуатҡа тормошҡа сыға. Өс балаға ғүмер бүләк итә улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 25 йыл иңгә-иң терәшеп тормош көткәндән һуң, ғаилә башлығы был донъяларҙан китеп бара.

Яғымлы, ипле һүҙле, кешеләргә итәғәтле булған, Ялсыҡай ауылы халҡы хөрмәтен яулаған Фәриә апай бөтә көсөн, иғтибарын үҙенең һәм кеше балаларын тәрбиәләүгә һала. «Күңелеңә ятҡан һөнәргә эйә булып, татыу коллективта эшләү - иң ҙур бәхеттең береһелер ул. Был йәһәттән мин сикһеҙ бәхетлемен», - ти 35 йыл һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып эшләгән хеҙмәт ветераны. Балалар баҡсаһында ниндәй генә саралар үтмәй ҙә, ниндәй генә уйындар уйнатылмай? Былар барыһы ла Фәриә Фәтих ҡыҙының тырышлығы. Өлгөлө хеҙмәте өсөн ул БР-ҙың, район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына ла лайыҡ була. Сәхнәнән дә айырыла алмай. Концерттарҙа бейергә, йырларға ярата. Вокал ансамблендә лә ҡатнаша ул.

Нисә йылдар бәләкәстәр йөрәгенә наҙ өләшкән, хөрмәтле тәрбиәсе изгелекле әсә һәм хәстәрлекле өләсәй ҙә ул. Балаларын үҫтереп, кеше итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Әлеге көндә лә ул балаларына ныҡлы терәк, таяныс булып тора. Ҡыҙы Фидания Күмертау ҡалаһында йәшәй, ул 4 малай тәрбиәләй. Улы Фларис Себер тарафтарында эшләп йөрөй, килене Гөлнур менән бер ул үҫтерәләр. Кесе улы Фәнзил, бөгөнгө көндә әрме сафтарына китергә әҙерләнә. Эшендә кескәйҙәр, өйөндә балалары, яҡындары өсөн йән атып йәшәй изге күңелле ҡатын.

Читайте нас: