Все новости
Йәмғиәт
6 Декабря 2016, 13:51

ТАЙМАҪ АҠҺАҠАЛДАРЫ

Элек-электән йәш быуынға тәрбиә биреү, ауылда тәртип һаҡлау, ҡыҫҡаһы...

Элек-электән йәш быуынға тәрбиә биреү, ауылда тәртип һаҡлау, ҡыҫҡаһы, халҡыбыҙҙы йәшәтеү йәһәтенән аҡһаҡалдарҙың роле ҙур булған. Ҡадир Солтангәрәев 1971 йылда төшөргән был фотола Таймаҫ ауылының бер төркөм аҡһаҡалдарын күрәһегеҙ.

Миңлеғужа Айытбаев тыумышы менән Иҫке Мораптал ауылынан. Таймаҫ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Исмәғил Аҡһаров та Ҡотлоюл ауылынан килеп бар ғүмерен педагогик эшмәкәрлеккә арнаны. Хисмәтулла Хәмитов – Аҡһары ауылында тыуып үҫеп, уның нәҫеле Таймаҫта ныҡлы тамыр йәйҙе.

Ғиззәтулла Хәбиев, Сәғиҙулла Хәбиев, Шәмсетдин Араптанов, Муллағәли Тунасов Таймаҫта тыуып, үҫеп, ғүмер буйы шунда йәшәнеләр. Был аҡһаҡалдарыбыҙҙың барыһын да ауылдаштары бөгөн дә тәрән ихтирам менән иҫкә ала, улар тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.

1-се рәттә һулдан уңға: Хисмәтулла Хәмитов, Миңлеғужа Айытбаев; 2-се рәттә: Ғиззәтулла Хәбиев, Исмәғил Аҡһаров, Шәмсетдин Араптанов, Муллағәли Тунасов, Сәғиҙулла Хәбиев.

Читайте нас: