Все новости
Йәмғиәт
6 Декабря 2016, 13:49

ЙЫЛДАР МЕНӘН ҺЫНАЛҒАН

Ғаилә гөлгә оҡшаш. «Гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә», - тигәндәр.

Ғаилә гөлгә оҡшаш. «Гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә», - тигәндәр. Ә Кинйә-Абыҙ ауылында йәшәүсе Ришат Вәхит улы менән Фаягөл Ниғмәт ҡыҙы Йомағоловтарға ундай ҡурҡыныс янамай, сөнки уларҙың ғаилә ныҡлығы йылдар менән һыналған. Улар ошо көндәрҙә бик оло юбилейҙарын – алтын туйҙарын байрам итте.

Ришат Вәхит улының бала сағы ҡәһәрле 40-сы йылдарға тура килһә, Фаягөл Ниғмәт ҡыҙының – һуғыштан һуңғы бик ауыр ваҡыттарға тура килә. Шуға күрә, икеһенә лә барлыҡ эште үҙ елкәһендә күтәреп, тормоштоң “тоҙон” бик иртә татырға тура килә уларға. Икеһе лә Тимербай ауылында тыуып-үҫеп, уның ҡотло ерен, матур тәбиғәтен үҙ итеп, шунда аяҡҡа баҫалар. Йәшлектең алһыу таңдарын ҡаршылап, 50 йыл элек парлашып, тыуған ауылында тамыр йәйәләр. Көндө төнгә ялғап, сәмләнеп донъя көтөп, икеһе лә тырышып эшләйҙәр. Әлеге көндә улар хаҡлы ялда, хеҙмәт ветерандары.

Ришат Вәхит улына һәр ваҡыт беренсе урында совхоз эше була. Ул – ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙ эшенә мөкиббән китеп, еренә еткереп, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшерлек итеп башҡарырға яратҡан бик намыҫлы әүҙем кеше. Үҙе атай һөйөүен татып үҫә алмаһа ла, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бик хәстәрлекле атай, олатай ул.

Фаягөл Ниғмәт ҡыҙы ла 15 йәштән үк барлыҡ көсөн, тырышлығын ауыл хужалығында эшләүгә бағышлай. 40 йылдан артыҡ, алдынғылыҡты бирмәй, һауынсы булып эшләй. Ул ваҡыттарҙа, йәйәү йөрөп, көнөнә өс тапҡыр һыйырҙарҙы һауырға, ҡарарға кәрәк булған. Уның араһында гектарлап сөгөлдөрөн дә эшкәртергә кәрәк. Өйҙәге эштәр ҙә көтөп тормай: картуф, баҡса, мал-тыуар, ҡош-ҡорт, балалар… Уның уңғанлығына, сыҙамлығы, түҙемлеге алдында баш эйерлек. Атаһы Ниғмәт бабай, әсәһе Бибисара инәй бик иртә яҡты донъянан киткәс, ул 7 бер туған һылыу-мырҙаларына, әсәй ҙә, атай ҙа урынына ярҙамсыл, киң күңелле апай булып ҡала. Ҡәйнәһе Шәмсеямал инәй менән 30 йылдан артыҡ бергә тороп, уны ҡәҙерләп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата. Уның үткән ғүмер юлы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Ришат Вәхит улы һәм Фаягөл Ниғмәт ҡыҙы ярты быуат инде ҡулға ҡул тотоношоп бергә ғүмер тауҙарына үрләйҙәр. Донъя булғас булғандыр төрлө саҡтар. “Ғүмер итеү – ялан үтеү түгел”, – тиҙәр. Тормоштоң һикәлтәле оҙон юлдарынан барғанда, абынмайынса атларҙай, тура һуҡмаҡтар таба алған улар. Бәғерҙәргә үтерҙәй әсе яҙмыш елдәре иҫкәндә лә, бер-береһен һаҡлап алып ҡала алғандар.

Шуға ла ғаилә ағастарының япраҡтары ҡуйы, тамырҙары ныҡ. Улдары Рөстәм менән ҡыҙҙары Эльмира – ғаилә ағастарының көтөп алған татлы емештәре. Уларға тейешле тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, туйҙар яһап, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға булышалар. Рөстәм улдары менән Гүзәл килендәре, атай-әсәйҙәренә оҡшап, бик уңғандар. Күмертау ҡалаһында йәшәп, икеһе лә Себер тарафтарында тырышып эшләп йөрөйҙәр. Уларҙың ҡыҙҙары Әлиә Ермолаево поликлиникаһында врач-терапевт булып эшләй, ә икенсе ҡыҙҙары Әлфиә Өфөлә мединститутта уҡый, буласаҡ врач-стоматолог.

Фаягөл Ниғмәт ҡыҙы һәм Ришат Вәхит улының ҡыҙҙары Эльмира Күмертау ҡала поликлиникаһында 30 йылдан ашыу юғары категориялы шәфҡәт туташы булып эшләй. Кейәүҙәре Нияз – “Акрополь” төҙөлөш компанияһында алдынғы водитель. Уларҙың тырыш хеҙмәте республика һәм ҡала кимәлендәге Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. Улдары Марсель авиация институтын тамамлап, Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Эльвина гимназияла 10-сы синыфта тик «5» билдәләренә генә уҡый.

Оло юбилей тантанаһында һәр береһе йөрәк түрендәге йылы теләктәрен, яратыу, ғорурлыҡ хистәрен, еткерҙе, рәхмәттәр яуҙырҙы. Уға мәртәбәле ҡунаҡ, Свобода ауыл хакимиәте башлығы Сания Минәхмәт ҡыҙы Сәйетбатталованың килеүе, алтын туйҙы тағы ла күркәмерәк итеп ебәрҙе. Ул Башҡортостан Республикаһы башлығының бүләген һәм ҡотлау хатын тапшырҙы. Шулай уҡ Свобода ауылы хакимиәте бүләген дә тапшырып, Сания Минәхмәт ҡыҙы был ғаиләнең тырышлығы, күркәмлеге, һәр бер эштә әүҙем булыуҙарын әйтеп үтте һәм иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләне.

Читайте нас: