Все новости
Йәмғиәт
12 Декабря 2016, 14:47

БЕР АҘ КҮҢЕЛ ТӨШТӨ

Декабрь башында Мәләүез ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр советы тарафынан «Халыҡ яҙмышында...

Декабрь башында Мәләүез ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр советы тарафынан «Халыҡ яҙмышында – минең яҙмышым» исеме аҫтында республика башҡорт йәштәре форумы ойошторолдо. К. Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында үткән был сарала беҙҙең лицей уҡыусылары ҡатнашты. 20-гә яҡын әүҙем баланы 7 секция эшендә ҡатнашырға алып барһаҡ та, ҡайһы бер секция эшен алып барыусыларҙың килмәүе арҡаһында, ни бары 2 секция эше генә ойошторолдо: уҡыусылар араһында КВН хәрәкәтен үҫтереү һәм спортты үҫтереү. Ни бары 3 ҡаланан килгән делегация (Күмертау, Мәләүез, Ишембай) үҙ-ара фекер алышыу ойошторорға маташты. Мәктәп командалары араһында волейбол ярышы, профессиональ боксёр, WBO NABO версияһы буйынса чемпион, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Хәбир Сөләймәнов менән осрашыу сараның күрке булды. 4 команда араһында Республика политехник лицей-интернаты командаһы икенсе урынды яуланы.
Былтыр ошондай уҡ форум беҙҙең уҡыу йортонда үткәйне, фекер алышыуға, бәхәсләшеүгә, йәштәргә төрлө кәңәштәр биреүгә ҡоролған был сара уҡыусыларҙы берләштереп, дуҫлаштырып ҡайтарғайны, хатта социаль селтәрҙәрҙә дуҫлыҡ ептәре әле булһа дауам итә. Йәштәр тулҡыны күтәрелеп киткәндәй тойолғайны. Тик бөгөнгөһөнән бер аҙ күңел төшөп ҡайтты. Кемделер тәнҡитләгәндән түгел был фекерем, йәштәргә булған иғтибар һәм ихтирам хаҡында һүҙем…
Читайте нас: