Все новости
Йәмғиәт
12 Декабря 2016, 14:51

ЭТ ПЛАНЫ

Гәзитебеҙҙең 21 июнь һанында Күмертауҙа урынлашҡан «Стройдорсервис»

Гәзитебеҙҙең 21 июнь һанында Күмертауҙа урынлашҡан «Стройдорсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы биләмәләрендә эйәһеҙ, бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе тотоу буйынса тендерҙы отоуы һәм бының өсөн республика бюджетынан ҡалаға 579 мең һум, ә райондың 84 торлаҡ пунктына 601 мең һум аҡса бүленеүе хаҡында яҙып үткәйнек. Был аҡсаға йыл аҙағына тиклем ҡала буйынса 369 эт һәм 108 бесәй, ә район буйынса 457 эт тотоу бурысы ҡуйылғайны.
Эттәрҙе тотоу өсөн һәр бер силсәүиткә өҫтән план да төшөрөлгән булған икән. Аңлатыуҙары буйынса, был план ауыл советында йәшәүсе халыҡ һанына ҡарап иҫәпләнгән. Мәҫәлән, Ермолаево силсәүитендә кеше күп булғас, унда берәҙәк эттәр ҙә күп килеп сыға. Шуға ла уларға, план буйынса, йылына 163 эт «тапшырырға» кәрәк. Ленин силсәүитенә план буйынса 20 эт «бирелгән», улар 3-тө генә тотҡандар. Ермолаево силсәүите башлығы Роман Барановский, иртәле-кисле эт эҙләү менән мәшғүлбеҙ, тиһә, Ленин силсәүите башлығы Евгений Андрюшин, беҙ ҡайҙан эт алайыҡ, беҙҙә башҡаса эттәр юҡ, тигән аңлатма бирә.
«Эттәрҙе тоторға тейеш булған ойошмаға телефон аша заявка бирәбеҙ. Шул заявка буйынса, улар килеп тоторға тейештәр. Әммә эт бит бер урында ғына уларҙың килгәнен көтөп тормай, улар килгәнсе берәҙәк юҡҡа сығыуы ла бар. Әле беҙҙә 14 эт атылды», - ти Бахмут ауылы советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова.
Шылтыратып һорашҡас, ауыл советы хакимиәте етәкселәре күпме эткә заявка бирелгән, күпмеһе тотолған икәнен беләләр, ә үҙҙәренә ҡуйылған планды белмәй ҙә булып сыҡтылар. Илкәнәйҙә — 25 эт атылған, Шәбағыш ауыл советында план 100%-ҡа үтәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Шәбағышҡа ҡала яҡын булғас, берәҙәк эттәр һәр ваҡыт килеп сығып тора, шуға улар пландарын үтәһәләр ҙә, һаман да шылтыратып, саҡырып ҡына торалар икән.
Шулай уҡ халыҡта: «Бына минең этемде атып киткәндәр. Нишләп аттығыҙ, тип һорағайным, үпкәләмәгеҙ, миңә планды үтәргә кәрәк, тип әйтте силсәүит», - тигәнерәк илауҙарҙы ла ишетергә мөмкин.
Һорауға асыҡлыҡ индерер өсөн үрҙә әйтеп кителгән йәмғиәттең директоры Вадим Хәмитйән улы Маннановҡа мөрәжәғәт иттек. Уның һөйлә-үенән аңлашылыуынса, ҡалалағы план әллә ҡасан уҡ үтәлгән инде. Күмертауҙа эт өйөрө менән йөрөй – уларға бында ҡытлыҡ юҡ. Шулай ҙа, әгәр кәрәк икән, был эште улар һаман да дауам итәләр. Район буйынса ла планда ҡаралған 457 эт тотолған булып сыҡты. Эттәрҙең 67-һе төрлө ауырыуҙарға тикшереү үткәрелгәс, кире сығарып ебәрелгән. «Иҫәпте нисек алып бараһығыҙ ул? Ни эшләп районда план үтәлмәгән, тип әйтәләр һуң?» тигәнерәк һорауҙарға: «Бына кисә генә Шәбағышта 14 берәҙәк этте тоттоҡ. Һәр бер ауылдан яҙма рәүештә заявка ҡабул итәбеҙ һәм эттәрҙе тотҡас, урында уҡ акт төҙөйбөҙ. Иҫәп өсөн, һәр бер тотолған эткә карточка эшләп барабыҙ. Әлеге көндә беҙҙә 5 декабрь мәғлүмәттәре. Районға яңы мәғлүмәт барып етмәгәндер, күрәһең», - тигән яуап ишеттек. Ә «План үтәлмәһә, нимә була һуң?», - тигән аптырау ҡатыш һорауға: «Был бүленгән аҡсаны тотоноп бөтмәү һәм шуға күрә икенсе йылға аҡса аҙыраҡ бүленәсәк тигәнде аңлата», - тип яуап бирҙе Вадим Хәмитйән улы.
Аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡмайбыҙ тип (маҡсатлы аҡса кешеләргә ҡурҡыныс булған мәхлүктәрҙе юҡ итеү өсөн генә тотонолорға тейеш) эт баҫтырабыҙ.
– Әмерикәне ит буйынса уҙып киттек, – тигән, ти, берәү икенсеһенә. Тегеһе ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған.
– Бет буйынса тиһеңме?
– Ит, тием.
– Эт???
Читайте нас: