Все новости
Йәмғиәт
15 Декабря 2016, 16:03

ЯҠТАШЫБЫҘ ҘА БАР

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында үткән «Йыл эшҡыуары-2016»

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында үткән «Йыл эшҡыуары-2016» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгәйне.

2015 йылдан башлап үткәрелгән сарала, еңеүселәр, төрлө критерийҙарҙа баһаланып, 10-лаған төп номинация буйынса һайландылар. Һәр номинацияла 3-әр номинант билдәләнде. Үҙ бизнесын үҫтереүҙә өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы эшҡыуарҙар «Йыл эшҡыуары — 2016» исемен яуланы. Шулар араһында «Көйөргәҙе нефть промыслалары ҡорамалдары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте учредителе Зиннур Исхаҡов та бар. Ул «Етештереү өсөн хеҙмәт өлкәһендәге йылдың иң яҡшы эшҡыуары» исеменә лайыҡ булды.

Читайте нас: