Все новости
Йәмғиәт
16 Декабря 2016, 16:18

ТУЙҺЫҘ НИКАХ

Беҙҙә матур тормош ҡорған, һоҡланырлыҡ ғаиләләр күп.

Беҙҙә матур тормош ҡорған, һоҡланырлыҡ ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе − ҡалабыҙҙа йәшәүсе Мусиндар ғаиләһе.
Күмертауға Туймазы районы ҡыҙы Светлана төҙөлөш училищеһын тамамлап, 17 йәшендә йүнәлтмә буйынса, ә Ейәнсура егете Мирза әрменән һуң эшкә килә. Ҡасандыр ҡалабыҙҙа осрашып ҡауышҡан икәүҙең уртаҡ ғүмер йомғағы тик тигеҙ юлдан тәгәрәгән, тип әйтһәк тә, яңғылыш булмаҫ. Улар һәр ваҡыт бер һүҙле, уртаҡ фекерле булып, мөхәббәткә генә түгел, үҙ-ара оло хөрмәткә лә таянып 55 йыл бергә татыу донъя көтәләр. Мусиндар өсөн тормош ығы-зығыһы һәр ваҡыт йәшәүгә йәм өҫтәгән һәм йән өргән күренеш кенә була.
«Беҙ туй үткәрмәнек. Ҡыш көнө өйләнештек, шуға ла Туймазы һәм Ейәнсура райондарынан ата-әсәләрҙе, туғандарҙы саҡырып мәшәҡәтләп торманыҡ. Күңелдәрҙә ғүмерлеккә уйылған был бәхетле көнгә, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 55 йыл үтеп тә киткән», – тип хәтерләй улар шул мәлде.
Кешеләр менән уртаҡ тел табып, ғүмеренең 43 йылын төҙөлөш хеҙмәтенә арнаған, эшен һәр саҡ намыҫлы башҡарған Светлана Шәйхәҙәр ҡыҙының хеҙмәтен лайыҡлы баһалайҙар – “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы” билдәһе, “Алдынғы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Хеҙмәт ветеранының күп төрлө Рәхмәт хаттары ла бихисап. Мирза Нурмөхәмәт улы ла – ҡалабыҙҙың яуаплы урындарында хеҙмәт итә, 24 йыл «Искра» заводында тырышып эшләй. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡан 70 йәшлек белгесте «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эшкә саҡыралар. 77 йәшенә тиклем эшләп, әле 79 йәшен тултырған аҡһаҡалыбыҙ йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй. Уның аҡыллылығы, тәжрибәлелеге бар ерҙә лә һәр саҡ ярҙам була. «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән дә бүләкләнә ул.
55 йыл иңгә-иң терәп ғүмер юлынан ат-лаған Мусиндар бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүләсәренең ҡыуаныс-тарына йыуанып йәшәй. Өлкән ҡыҙҙары Гүзәл Белорет районында музыка мәктәбе директоры булһа, кесе ҡыҙҙары Луиза — КүмАПП-та инженер конструктор. «Атай-әсәй өсөн балаларының бәхетен күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр. Улар инде – төп таянысыбыҙ беҙҙең, ғаиләләре менән йыйылышып ҡайтһалар, төп йортта ҡот арта, ырыҫ өҫтәлә», - ти улар.
Мусиндар 2013 йылда “Тоғролоҡ һәм һөйөү өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Награда бергә татыу ғүмер кисергән, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, йәмғиәт өсөн лайыҡлы балалар тәрбиәләгән кешеләргә генә бирелә.
Йәшләй генә ҡауышып, утты-һыуҙы кискән пар ҡартлыҡтарын бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, бәхет-шатлыҡта ҡаршылайҙар.
55 йыл бергә йәшәгән парҙан: “Мөхәббәт бармы?” - тип һорау ҙа урынһыҙ булыр ине, был юғары хис уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәрендә, хатта ым-ҡараштарында ярылып ята!
Читайте нас: