Все новости
Йәмғиәт
16 Декабря 2016, 16:21

ҒӘЙЕП КЕМДӘ?

Белеүебеҙсә, 2017 йыл Рәсәйҙә Экология йылы тип иғлан ителде.

Белеүебеҙсә, 2017 йыл Рәсәйҙә Экология йылы тип иғлан ителде. Күмертау ТЭЦ-ын Свердловск өлкәһенең энергогаз компанияһы 84,7 млн. һумға һатып алды, тип яҙып сыҡҡайныҡ инде. Һуңғы көндәрҙә ҡалала ТЭЦ-ҡа һәм ҡалалағы экологияға бәйле бер ваҡиға ҡуйыра бара.

2000-гә яҡын кеше (был һан сәғәт һайын артып бара) ҡул ҡуйған Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, БР-ҙың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына һәм тағы ла 2 урынға адресланған петицияла (коллектив хатта) һуңғы ваҡытта Күмертауҙа ҡурҡыныс ваҡиғалар - онкология сире менән балалар үлеүе хаҡында яҙалар. «Дәүләттең иң ҙур байлығы — балалар. Уларҙы яратҡан ата-әсәләр исеменән Күмертау атмосфераһына ҡала ТЭЦ-ының янғын ҡалдыҡтары сығыуына экологик күҙәтеүҙе нығытырға тигән үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡалала рак менән сирлеләрҙең һаны артҡандан-арта», - тип мөрәжәғәт итеп, төп проблеманы аҙна һайын ТЭЦ сығарған һөрөм һәм ҡоромдан күрә улар.

Был хат тирәләй ҡыҙыу бәхәс тә бара интернетта. Унда кемдер ТЭЦ-ты яҡлай, кемдер, КүмАПП ғәйепле, ти. Ҡайһы берәүҙәр, оҡшамаһа, йәшәмәгеҙ, ана Салауат, Силәбе ҡалаларында беҙҙән дә насарыраҡ, тиҙәр. Хатта, берәүҙәр, Күмертауҙа ядро ҡалдыҡтары һаҡланған вагондар тора, бөтә бәлә шунда, тип тә яҙалар. Аҙыҡ-түлеккә ҡушылған ГМО (генетик модификацияланған организм) сәбәпсе булыуы хаҡында ла һүҙ йөрөтөлә унда. Подземгаздың да ныҡ зарарлы булыуы, әммә уның эргә-тирәһендәге ауыл халҡының бер нәмә уйлап та бирмәй йәшәп ятыуына һуҡтырыусылар ҙа табылды әңгәмәселәр араһында. Кеҫә яғын ҡайғыртыусылар, күмер урынына газ менән йылытыуға күсһәләр, түләү хаҡтары ла артасағын белдерәләр.

Ысынлап та, рак сиренең күбәйеүендә бер ТЭЦ ҡына ғәйеплеме икән тип, ҡала табиптарынан һораштыҡ.

Ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Галина Селищева: «Рак сиренең нимәнән, ҡайҙан килеп сығыуы менән фәнни-тикшереү институттары шөғөлләнә. Аныҡ ҡына сәбәбен берәү ҙә әлегә әйтә алмай. Беҙҙә бына нәҡ ТЭЦ сәбәпсе йә ул сәбәпсе түгел икәнен раҫлаусы документтар юҡ, шуға кем ғәйепле икәнен бер ҙә генә әйтеп булмай», - тине.

Онкология үҙәге мөдире Таһир Фәттәхов та: «ТЭЦ-тың рак сире менән бер ниндәй ҙә бәйләнешен күрмәйем. Рак сире артыуының сәбәптәрен бер кем дә әйтә алмай шул. Белгән булһаҡ, бигерәк яҡшы булыр ине лә ул. Сир, ысынлап та, аҙа, тип әйтергә мөмкин. Элек күберәк ололар был афәт менән яфаланһа, хәҙер ул йәштәрҙә лә, балаларҙа ла күҙәтелә. Беҙҙә йыл һайын рак диагнозы менән 250-260 оло кеше (бында йәштәр ҙә керә), 10 тирәһе бала иҫәптә тора. Балаларҙа күбеһенсә лейкоз күҙәтелә. Шул ғәйепле, был ғәйепле тип төртөп күрһәтеп булмай. Улайға ҡалһа, элек брикет фабрикаһы, карьер эшләне. Берәү ҙә уларҙы ғәйепләмәне бит әле. Барыһы ла бергә: хәҙерге заманда ашаған ризыҡтарыбыҙ, һулаған һауабыҙ, эскән һыуыбыҙ, төрлө стрестар, хатта кейгән кейемебеҙ ҙә бындай алама сирҙәрҙең сәбәпсеһелер, моғайын», - тигән аңлатма бирҙе.


Башҡортостанда 77 983 кеше рак менән ауырый.

Республикала йылына 6 мең кеше онкологиянан үлә.

Дауалау курсы үткәндән һуң сирлеләрҙең 59%-ы 5 йыл тирәһе йәшәп өлгөрә.



Башҡортостан Республикаһы онкология диспансерының баш врачы Руслан СОЛТАНОВ:

− Онкология — күҙәнәктәр геномының зарарланыуы һөҙөмтәһе. Кеше олоғайған һайын, хәүеф тә арта. Шулай уҡ экология, йәшәү рәүеше, алама ғәҙәттәр ҙә тәьҫир итә. Башҡортостанда Өфө, Ағиҙел, Салауат, Күмертау ҡалаларында, Кушнарен, Тәтешле, Бәләбәй, Саҡмағош һәм Әлшәй райондарында сирләүселәр һаны күп. Төп сәбәптәрен асыҡлар өсөн етди эҙләнеү кәрәк. Шуға ла ҡалала сирҙең сәбәпсеһе заводтар, ә райондарҙа сирләүселәр аҙ, тип бер ниндәй дәлилһеҙ һөйләргә ярамай.

Читайте нас: