ТӨШӨП ҠАЛЫРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ
Гәзиттәге «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлеген күҙәтеп барам. Мин түбәндә күрһәткән кешеләр ҙә был исемлектән төшөп ҡалырға тейеш түгел.
Элекке Таймаҫ мәктәбе, хәҙерге Р. Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназия, элек-электән бар республикала билдәле булды. Бында тәжрибәле уҡытыусылар тупланған. Мәктәптә Ырымбур өлкәһенән, Мәләүез, Федоровка райондарынан да уҡыусылар белем алды. Был мәктәптән бик күп билдәле шәхестәр үҫеп сыҡты.
Миңлеғәле Нәби улы Абдуллин. Хәрби училище, Генераль штаб академияһын тамамланы. Полковник дәрәжәһендә дивизия командиры булып хеҙмәт итте.
Нуриман Ғимран улы Ҡобағошов мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Өфө нефть институтын тамамлап, Союз буйынса эшләп йөрөнө. Алжирҙа нефть буйынса советник булды, техник фәндәр кандидаты.
Илдус Ғамир улы Ибраһимов Таймаҫ мәктәбен тамамлағас, Өфө нефть институтында белем ала. Техник фәндәр докторы. Нефть университетында 25 йыл буйы уҡыу эштәре буйынса проректор булып эшләй.
Ришат Рәҡип улы Вахитов — балалар хирургы. Район һәм ҡала балаларын ғына түгел, күрше-тирә яҡтағыларҙың да ғүмерен һаҡлап алып ҡалған кеше. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2007 йылда Туймазыла үткән «Оҙон көй» конкурсында Гран-при яулаусы.
КӨЙӨРГӘҘЕНЕҢ КҮРЕНЕКЛЕ 100 ШӘХЕСЕ
«Юшатыр» гәзитенең 62-се, 66-сы һандарында «Көйөргәҙе районының 100 шәхесе»нә арналған яҡташтарыбыҙҙың исем-аттары баҫылғайны. Был исемлекте дауам итәбеҙ. Теүәлһеҙлектәре булған ҡайһы берҙәрен яңынан бирәбеҙ. Кем тағы ла ҡалған шәхестәребеҙҙе ошо исемлектә күрергә теләй? Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтөп ҡалабыҙ.
63. ИБРАҺИМОВ Илдус Ғамир улы, техник фәндәр докторы, Таймаҫ ауылы
64. БӘШИРОВ Йәдкәр Әхәт улы, социология фәндәре кандидаты, Яңы Аллабирҙе ауылы;
65. ҺӨЙӨНОВ Әбдрәхим Әбделғәзиз улы, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1-се Кинйәабыҙ ауылы;
66. ВАХИТОВ Ришат Рәҡип улы, хирург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы, Ғәбдрафиҡ ауылы;
67. МӘХМҮТОВ Рәсүл Маннаф улы, эске эштәр полковнигы, техник фәндәр докторы, Йомағужа ауылы;
68. БИКТИМЕРОВ Сәлмән Ғәлиәхмәт улы, Советтар Союзы Геройы, 2-се Кинйәабыҙ ауылы;
69. АБДУЛЛИН Миңлеғәли Нәби улы, полковник, Таймаҫ ауылы;
70. МӨЛӨКОВ Ибраһим Мөхәмәт улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе, Киров исемендәге хужалыҡтың баш механигы, Яңы Аллабирҙе ауылы;
71. КАМИЛОВ Феликс Хөсәйен улы, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ташкентта тыуған, Яҡшымбәт, Зәк-Ишмәт ауылдарында үҫкән;
72. АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы, Советтар Союзы Геройы, 2-се Кинйәабыҙ ауылы;
73.ҠОБАҒОШОВ Нуриман Ғимран улы, техник фәндәр кандидаты, Таймаҫ ауылы.
74. ҒИСМӘТУЛЛИН Рауил Ғөбәй улы, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Октябрь Революцияһы ордены һәм «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.
«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» тигән исем аҫтында районыбыҙҙың арҙаҡлы кешеләрен барлауҙа һуңғы ваҡытта яҡташтарыбыҙҙың әүҙемләшеүе күҙәтелә. Улар бик күп билдәле шәхестәребеҙҙе, күберәген үҙ ауылдарындағы йә күрше ауылдарҙағы арҙаҡлыларҙы исемлеккә индерергә тәҡдим итә.
Мин бер тапҡыр был йәһәттән гәзиттә сығыш яһағайным инде («Лайыҡлылар инергә тейеш», «Юшатыр», 11 август,№64). Бына мине тағы нимә ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте: хәҙерге йәштәргә ауыл хужалығы өлкәһендә заманында фиҙаҡәр эшләгән билдәле яҡташтарыбыҙ тураһында күберәк һөйләргә, был хаҡта матбуғат биттәрендә йышыраҡ яҙырға кәрәк. Ундайҙар бик күп бит ул Көйөргәҙе ерендә. «Мораптал» совхозы һауынсыһы Шәмсиә Закир ҡыҙы Дәминованың исеме заманында гәзиттәр биттәренән төшмәне. Хәҙерге йәштәр уны беләме икән? Уның һымаҡ тыуған ерендә ең һыҙғанып эшләргә теләүселәрҙе табыуы ла ҡыйын хәҙер. Әҙ эш хаҡына эшләп йөрөмәйем, тип ҡалаға китеү яғын ҡарайҙар. Элек тә, дөрөҫөн әйткәндә, тормош еңелдән түгел ине. Ҡайҙа ла эшләргә кәрәк (Беҙ йәш быуынға хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе күҙ уңынан ысҡындырып барабыҙ.). Тап бына ошондай шәхестәребеҙҙең тормош һәм хеҙмәт юлы йәштәребеҙ өсөн тормош һабаҡтарына әйләнергә тейеш тә инде. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Анатолий Ефимович Просолов, элекке Калинин исемендәге колхозды күтәргән рәйес Михаил Степанович Глущенко, Киров исемендәге колхоздың рәйесе булараҡ, уны алдынғы хужалыҡтар исеменән төшөрмәгән БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы Рауил Ғөбәй улы Ғисмәтуллин, «Күмертау» совхозының һыйыр малын һимертеү комплексында тракторсы-машинист булып эшләгән Александр Михайлович Гребнев – тап бына йәштәр уларҙан фәһем алырлыҡ, нисек эшләргә, йәшәргә уларҙан өйрәнерлек шәхестәр.