Все новости
Йәмғиәт
15 Сентября 2017, 16:00

АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ ЯРҘАМЫ МЕНӘН

“Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан “Юшатыр” уның менән әңгәмә ҡорҙо.

“Ватан” ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан “Юшатыр” уның менән әңгәмә ҡорҙо.

Малик Ильясов:

- Хөрмәтле Ғәйнетдин Ғәзизович, ярты быуат йәшәнегеҙ, ошо арауыҡта атай булараҡ та, хужалыҡ етәксеһе, ир булараҡ та тормошҡа үҙ ҡарашығыҙ формалашҡандыр, моғайын. Ошо сикте аша атлап үтер алдынан ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Үкенеү юҡ, шуныһы һөйөндөрә. Донъя күп күреп, ярайһы ғына тәжрибә туплап, үҙем аяҡҡа баҫҡас ҡына ғаилә ҡорҙом. Һуң өйләндем, ҡатыным йәш, балаларым да йәш, улар менән мин дә йәшәреп тик йөрөйөм. Үҙемде йәш итеп хис итәм, 25 йәшлек итеп тоям. Минеңсә ир-егет 30-ҙа, ә ҡатын-ҡыҙ 25 йәштә ғаилә ҡорорға тейеш. Унан да һуңыраҡҡа ҡалдырырға ярамай.

Малик Ильясов:

- Һеҙҙең бар булмышығыҙ ауылға бәйләнгән, ҡалала йәшәһәгеҙ ҙә, эшмәкәрлегегеҙ ҙә ауылға барып тоташа. Һорау килеп тыуа - тормошоғоҙҙо ниңә тап ауыл хужалығы менән бәйләнегеҙ? Статистика буйынса иң ярлы кеше ауылда бит. Хатта хөкүмәт етәкселәре лә быны таный. Республиканың 40 процент халҡы ауыл кешеһе, шуға ла Башҡортостан эш хаҡы буйынса күршеләренән ҡалыша – ауыл артҡа һөйрәй. Һуңғы ваҡытта, статистиканы нормаға килтереү өсөн, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтарын арттырыу тураһында тәҡдим ителде. Һеҙ, тормошоғоҙҙо ауылға бәйләгәнсе, ниңә нефть йәки газ сәнәғәтен һайламанығыҙ, сәнәғәттең башҡа тармаҡтарына өҫтөнлөк бирмәнегеҙ?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Бала саҡтан, ете йәш тә юҡ ине әле, колхоз рәйесе булырға хыялландым. Бер ағай әйтә бит, 5 йәшкә тиклем башҡорттан башҡа милләт булмай тип уйлай торғайным, тип. Мин дә колхоз рәйесенән дә хөрмәтлерәк, хәллерәк кеше юҡтыр тип уйланым. Мин бәләкәй саҡта улар ауыл халҡы өсөн Алла һымаҡтар ине, уларға бар ерҙә лә хөрмәт күрһәтелде. Тик холоҡтары оҡшамай торғайны, сөнки һыйланып, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөй торғайнылар. Минең атайым таңғы сәғәт 6-нан ҡара төнгә тиклем эшләй, ә хужа ҡунаҡта йөрөй, бәләкәйҙән шуны күреп үҫтем. Шуға мин, колхоз рәйесе булам да, ғәҙеллек өсөн көрәшәм, тип уйланым. Бала саҡ хыялым инде, әле уйлаһам, үҙемә ҡыҙыҡ булып ҡуя.

Ауыл хужалығы институтына уҡырға керә алмағас, 17 йәшемдә ауылда аҙыраҡ клуб мөдире булдым, шунда уҡ колхозда ла эшләнем. Аҙаҡ Мәскәү технология институтының Өфөләге филиалына барып, иҡтисад факультетын уҡырға индем. Шул саҡта курсташтарға ла мин колхоз рәйесе булырға хыялландым, тип һөйләй торғайным. Хәҙер уларҙы осратһам, һин үҙеңдең хыялыңа ирештең барыбер, тип шаяртып алалар.

Малик Ильясов:

- Институт тамамлағас та ауылға ҡайттығыҙмы?

- Эйе, институтты бөтмәҫ борон уҡ, ауылда Ҡарамулла исемендәге крәҫтиән хужалығы астым. Атайымдың, үҙемдең 21 гектар еребеҙ бар ине, эште шунан башланым.

Малик Ильясов:

- 21 гектар менән генә мандып китеп булмайҙыр ул?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Колхозда атайымдың һәм әсәйемдең мөлкәт пайы бар ине, шуны юлланым да, Беларус һәм ДТ тракторҙары алдым.

Малик Ильясов:

- “Золотой колос” колхозының мөлкәтен алдығыҙ була инде?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Эйе, ул саҡта Борис Ельциндың указына ярашлы, кем колхоздан сыға шуға мөлкәт пайы һәм гектарына ҡарап, сәсеү орлоғо бирәләр ине.

Малик Ильясов:

- Һәр кешегә лә шулай трактор ҙа бирҙеләрме?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Атайҙың стажы күп ине, уға бирҙеләр.Ул саҡта уҡ мин етәкселәргә тәжрибә эшләп ҡарарға тәҡдим иткәйнем. “Золотой колос” колхозын тулыһынса алып, шуның нигеҙендә фермер хужалығы эшләргә тигәйнем. Тик был башланғысҡа тештәре-тырнаҡтары менән ҡаршы төшөүселәр булды.

Малик Ильясов:

- Хәҙер бар яҡлап ҡараһаң да, кем нисек булдыра ала, шулай эшләй. Бер заман Борис Ельцин: “Фермеры прокормят всю страну”, - тигәйне. Һеҙ Ельциндың шул һүҙҙәренә ышандығыҙмы?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

Малик Ильясов:

- Холдингтар яҡшы әлбиттә, бөгөн шундай холдингтарҙың ғына киләсәге бар, ә ваҡ хужалыҡтар бөтәсәк, тиҙәр түгелме һуң? Өҫтән төшөрөлгән финанстар ҙа бит башлыса шундай холдингтарға эләгә, ә бәләкәй хужалыҡтарға барып етмәй.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Шуға холдингты алдан уйлап төҙөү зарур. Был хужалыҡтарҙың етәкселәре хөкүмәт бүлгән аҡсаны ашап, шул иҫәпкә байып ултырырға тейеш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә шулай, холдингтар шуның өсөн генә эшләнә, ә улар ысын мәғәнәһендә ил өсөн, хеҙмәт кешеһе өсөн булырға тейештәр.

Малик Ильясов:

- Бәләкәйерәк фермерҙарҙы алһаҡ, хәҙер бер яңылыҡ кереттеләр түгелме һуң, мәҫәлән шартлы 1 гектар майҙанға бөгөн раҫланған ете төр ашлама индермәйһең икән, субсидия бирмәйҙәр. Ә бәләкәй хужалыҡ етәкселәре бындай шартты үтәү беҙҙең хәлдән килмәй, тиҙәр. Ошонан сығып уларҙы банкрот яһайҙар. Был сәйәсәт бәләкәй хужалыҡтарҙы бөтөрөүгә алып килмәйәсәкме?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Мин, киреһенсә, был аҙымды хуплайым, фермерҙарға ашлама алырға ҡушалар бит. Бер ике йыл элек фермерҙарҙа көнбағыш ныҡ уңғайны, хаҡы 26 һумға барып етте. Ниңәлер шул саҡта фермер хужалыҡтары етәкселәре ашлама алыуҙы хәстәрләмәнеләр, ә ҡиммәтле шәхси машиналар алдылар. Ә 15 йыл элек мин эш башлап киткәндә бөтә машиналарымды ла һатып, «Ока» ла йөрөнөм. Ваҡытында ашланмаған ерҙән уңыш алып булмай бит, мин шул саҡта удобрение алдым.

Малик Ильясов:

- Башҡорт байыһа бисә ала тигән кеүек инде.

Үҙ ваҡытында ергә ашлама индерелһә, башҡа агротехник саралар күрелһә, тимәк, юғары уңышҡа ла өмөт итергә була?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Эйе, башҡа илдәрҙә ергә ашламаны күпкә күберәк керетәләр, хөкүмәт яғынан ярҙам да ҙур. Беҙҙә лә берәй заман шулай булыр тигән өмөт менән йәшәйем мин.

Малик Ильясов:

- Беҙҙә әлегә шарттар юҡ, ә ер кешеһенә нисек йәшәргә?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Бына мин 23 йәштән фермер хужалығы менән шөғөлләнәм, күп нәмә үтергә тура килде. Хәҙер бер нимәне аңланым. Әгәр йәшәргә, хужалығыңды уңышлы алып барырға теләйһең икән, егелеп эшләргә кәрәк. Икенсенән, үҫтереү ҙә, етештереү ҙә үҙеңдә булырға тейеш. Беҙ, мәҫәлән, йылҡы үҫтерәбеҙ, колбасалар цехында 24 төрлө деликатес яһайбыҙ. Ошо продукцияны магазиндарға бирә инек, тик файҙаһы булманы. Сөнки сауҙа үҙәктәре беҙҙең продукцияны арзан хаҡҡа ала. Шуға магазиндар һатып алдым, ә ҡуртымға алһаң, түләүе ҡыйбатҡа төшә. Хәҙер үҙебеҙҙең продукцияны үҙебеҙҙең магазин аша һатабыҙ. Шуның арҡаһында һатып алыусыға ла хаҡ арзаныраҡ сыға, беҙгә һиҙелерлек килем керә. Итте ҡайҙа ҡуйырға тип аптырап ултырмайбыҙ, етмәһә кешеләргә ҡош-ҡорт ите ыҫлайбыҙ, был да беҙгә ҙур ярҙам. 25 йыл эшләү дәүерендә министерствонан бер ярҙам алманым. Дөйөм гектарға, техникаға, орлоҡҡа субсидиянан башҡа, программалар буйынса аҡса, грант алған юҡ. Әгәр хөкүмәт шул ярҙамды ла күрһәтһә, беҙ күберәк тә эшләй алыр инек.

Малик Ильясов:

- Ә нишләп алғанығыҙ юҡ?

- Мин бер кемгә лә, хөкүмәткә лә бәйле булғым килмәй. Был минең принципиаль позициям, дөрөҫ булмауы ла мөмкин. Етмәһә беҙҙең район үҙенең урынлашыуы буйынса игенселек өсөн ҡатмарлы зонаға инә. Уңыш, башҡа райондар менән сағыштырғанда 2 тапҡырға кәмерәк. Ә тотонолған сығымдар шул уҡ килеп сыға.

Малик Ильясов:

- Бына һеҙҙең колбаса цехы ла, тирмәнегеҙ ҙә, магазиндарығыҙ ҙа бар, тинегеҙ. Ә үҫтереп алған игендәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуяһығыҙ? Һеҙҙең комбикорма һатҡан айырым магазинығыҙ ҙа бар шикелле? Элекке йылдар менән сағыштырғанда һатыу кәменеме?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Әлбиттә, элек көнөнә 2 КАМАЗ машинаһы комбикорма һатһаҡ, хәҙер 2 көнгә бер газель ғына. 10 тапҡырға кәмене.

Малик Ильясов:

- Был халыҡтың малы кәмене тигәнде аңлата. Ил буйынса ла шулай – мал һаны ҡырҡа ҡыҫҡарҙы, шуға ла игенде ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр. Беҙҙең юғары сортлы ашлыҡтар сит илгә китә, ә малға ашатырға яраҡлыһы беҙҙә ҡала. Ошо түбән сортлы игендән бешерелгән икмәкте беҙгә ашаталар. Элек был игенде мал ашаһа, хәҙер кеше ашай. Ысынлап та шулаймы?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Көнбағыш майы ла бит шулай, бөтә юғары һәм 1-се сортлыһы сит илгә оҙатыла, ә беҙгә 2-се сортлыһы ҡала. Бөтә нәмә лә шулай. Сит илдән дә беҙгә 2-се сортлы продукция ебәрәләр, ә юғары сортлыһын үҙҙәрендә ҡалдыралар.

Малик Ильясов:

- Бындай ҡараш ҡайҙан килә һуң?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Улар үҙҙәренең милләтен һаҡлай инде.

Малик Ильясов:

- Беҙгә милләт сәләмәтлеге, кешеләр һаулығы кәрәкмәйме?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Беҙҙең йылғырбайҙар шул юл менән аҡса эшләй. Мәҫәлән, унда үтмәгән тауыҡ боттарын да, тауыҡты ла беҙҙекеләр сит илдән арзан хаҡҡа һатып алалар ҙа беҙҙә сифатлы тауыҡ һымаҡ хаҡ ҡуйып һаталар.

Малик Ильясов:

- Бына һеҙ ауыл ерендә эшләгәс, беләһегеҙ бит инде яғыулыҡ-майлау материалдары, запчастәр менән проблема, ә техника йәһәтенән нисек? Хәҙер бар ерҙә лә техниканы сит илдекенә алыштырырға тип һөйләйҙәр. Бөгөнгө көндә беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, арба ғына эшләргә өйрәнгәнбеҙ.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Беҙҙең илдә башлыса техниканы сит ил компоненттарынан йыялар, күп нәмә эшләнмәй. Беҙҙә йыялар ҙа, үҙебеҙҙеке кеүек һаталар. Ҡыҙыҡ ҡына бер миҫал килтерәм, 2012 йылдарҙа субсидия бүлеү ныҡ башланғайны. Беҙҙең республикала ауыл хужалығы техникаһы һатып алған аҡсаның 40 процентын кире ҡайтарғайнылар. Файҙаһы ҙур булды шул саҡта. Мәҫәлән Беларус тракторы ул саҡта 560 мең һум тора ине, шуның 235 меңен кире ҡайтаралар ине. Мин үҙемдең алама техникаларымды 200 мең һумға һаттым да, 35-40 мең өҫтәп, яңыртып торҙом. Шул саҡта мин, был программа оҙаҡҡа түгел, тип әйткәйнем, шулай булды ла. Ул ваҡытта мин 12 Беларус алдым, ғөмүмән, техникаларҙы яңыртып ҡалдым. Хәҙер йылдан-йыл бюджетта аҡса кәмей, программаларҙағы исемлек тә аҙая. Субсидияға Башҡортостанда етештерелгән тракторҙар ғына эләгә, ә улар беҙҙә юҡ.

Малик Ильясов:

- Абсурд та инде был.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Унда Башҡортостанда ремонтланған булһа ла ярай, тип яҙылған инде. Ҡыҙыҡ шулай, матур яңғырай.

Бая әйтеп үткәйнем бит һаҡлап тотонорға өйрәнергә кәрәк тип. Быйыл беҙ бесән төргәктәрен ташыу буйынса техника алдыҡ, шуға 50 процент субсидия бирәләр, сөнки ул Стәрлетамаҡта сыҡҡан. Беҙҙең өсөн үтә лә ҡулайлы булды ул. Аҡсаны янда ҡалдырырға ла булышлыҡ итте. Әлегә районда бындай ҡоролма бер хужалыҡта ла юҡ. Кеше лә кәрәкмәй, үҙе тейәп тик йөрөй. Элек баҫыуҙа 3 Беларус, 1 тейәгес эшләй ине, хәҙер бер үҙе 4 техниканы алыштыра, яғыулыҡ-майлау материалдары ла янда ҡала. Ошондай уңайлы мөмкинселектәрҙе ҡулланмайынса, беҙ сәләмәт конкуренциянан төшөп ҡалабыҙ, ә ҡайһы бер фермерҙар шуны аңламай әле.

Малик Ильясов:

- Фермерҙар, бәлки, аңлайҙыр ҙа, аҡсалары юҡ бит.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Нишләп, текә машина алып йөрөгәнсе хужалыҡтарын ҡараһындар.

Малик Ильясов:

- Ғәйнетдин Ғәзизович, һеҙ силсәүит башлығы ла, район, ауыл советы депутаты ла булдығыҙ. Беҙҙең районда ла, бөтөн республикала ла халыҡ күпләп ситкә китә. Рәсәй буйынса ла шулай. Үлем, эскелек, наркомания проблемалары ярылып ята. Бөгөнгө көндә ауылды тергеҙеү өсөн нимә эшләп була?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Әле ауылдарҙы элекке тәрбиә тотоп килә, ә тора-бара хәҙерге йәштәр менән ни булырын кем белә инде. Иң ныҡ тотҡа ауылда колхоз ине. Колхоз бөтһә, халыҡ эсә башлай, яуаплылыҡ юҡ бит. Эсәләр ҙә, иртәгә эшкә сығырға, тип уйламайҙар, сөнки эш юҡ, үҙҙәрен тотҡарламайҙар.

Малик Ильясов:

- Етәкселәрҙән дә ныҡ торғандыр, бына бит Әсхәт Таңатаров, Рәмил Мостафин һаҡлап ҡала алған бит, ә ҡалғандар ниңә шулай эшләмәгән?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Эйе, яраҡлашырға теләгән етәкселәр хужалыҡтарын һаҡлап ҡала алманылар, ә быларҙың үҙ фекерҙәре бар, патриоттар. Өҫтә ултырғандарға яраҡлашырға, ярамһаҡланырға күнеккәндәр менән командовать итеүе еңел, тап шундайҙарҙың хужалыҡтары бөлдө.

Малик Ильясов:

- Тәү сиратта бит совхоздар тарҡалды, уларҙың ҡоролошо икенсерәк булғанға шулай тинеләр. Ә колхоздарға тере ҡалыу еңелерәк булды.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Колхоздар элек-электән үҙҙәре тапҡанға йәшәне, эшләй икән икмәге бар, эшләмәһә юҡ. Ә совхоздарға Хөкүмәт барыһын да биреп торҙо – яғыулыҡ, запчасть, техника… Шуға клхоз кешеләре халяваға йәшәп өйрәнде. Әлбиттә, уларға баҙар шарттарына күсеү үлемгә тиң булды. Шулай ҙа совхоздар тарҡалғас, улар яңы формаға күскәндә хужалыҡтың бар мөлкәте ҡалды — малы ла, техникаһы ла. Эшләп китә алалар ине — хәстәрлекле, патриот етәксе булманы. Малдарҙы бөтөрҙө, техника ла юҡҡа сыты.

Малик Ильясов:

- М. Рәхимов колхоздарҙы һаҡлап ҡалдыҡ тип гел маҡтанды, әле лутсы һаҡламаҫҡа булған, бер юлы тарҡатырға ла ҡуйырға ине тигән фекер ҙә бар.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Ырымбурҙар һымаҡ колхоздарҙы 90-сы йылдар башында уҡ тарҡатһаҡ яҡшыраҡ булыр ине тим. Ни өсөн? Ул саҡта техникалар яңы, малдар күп, фермалар иҫән ине. Ошо яҡшы мөлкәтте булдыҡлы кешеләр бүлешеп алып бөтһә, бөгөн һәр ауылда 1-2 алпауыт, бай кеше булыр ине, башҡаларға эш биргән, продукция сығарған. Әле Ырымбурҙа шундай етәкселәр бар, элеккесә әйтһәк помещиктар. Ә беҙҙә йылдар дауамында колхоз мөлкәте таланды, уны яйлап ҡына һауҙылар - малдар бөттө, техника иҫкерҙе, яңыртылманы, фермалар емерелде. Хәҙер ярыҡ ялғаш алдында ҡалғас, ней кешегә бирер нәмә юҡ (һәр кемдең колхозда үҙ өлөшө була), ней аяғына ныҡлы баҫып торған ауыл байҙары юҡ.

Малик Ильясов:

- Бына һеҙ район, ауыл советы депутаты булдығыҙ, улар әле лә бар, буласаҡ та. Һеҙҙеңсә, улар булған проблемаларҙы хәл итеп, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә аламы?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Депутаттар башлыҡтар менән бергә эшләргә тейеш, улар күңеле менән халҡы, ауылы өсөн янып йәшәй икән ниңә эшләп булмаһын.

Малик Ильясов:

- Улар ҡулында инструмент юҡ та.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Бар, мин дә ауыл советы хакимиәте башлығы булып эшләнем. Әле бигерәк тә эшләр өсөн уңышлы күп программалар бар.

Малик Ильясов:

- Финанс яҡты ла уйларға кәрәк бит. Квартал һайын бирелгән президент аҡсаһы, “Реаль эштәр”, урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаларҙа ҡатнашты ти, шуны ғына көтөп ятып булмай бит.

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Ысынлап та программалар күп, мәҫәлән “Реаль эштәр” буйынса, ул бит шул тиклем аҡыллы эшләнгән. Аҙ ғына процентын халыҡ йыя ла, ҡалғанын хөкүмәт бирә, иң мөһиме суммаға сик юҡ, шуныһы яҡшы.

Малик Ильясов:

- Төрлө программаларҙа ҡатнашып аҡса алыу яҡшы әлбиттә, ә өҫтә әйтеп үткәнсә ауыл хужалығында эш хаҡын 17800-гә арттырырға ҡушалар тинек, яңыраҡ гәзиттә ошо хаҡта материал сыҡты, унда хужалыҡ етәкселәре был эште атҡарыу мөмкин түгел тине. Һеҙҙә нисек?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Беҙҙә эш хаҡы 18 мең һум. Әле тағы эшселәремә 8 процентҡа эш хаҡын арттырырға тигән приказға ҡул ҡуйҙым. Әлбиттә, бар яҡлап та ҡыҫалар инде, элек техника арзан ине, иген хаҡы ла юғарыраҡ булды, хәҙер техника ике тапҡырға ҡиммәтләнде, игенгә хаҡ төштө, газға, светкә, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла хаҡ арттыралар, транспортҡа һалым да уйлап сығарҙылар, етмәһә эш хаҡын күтәрергә ҡушалар. Шулай ҙа, “Ватан” лайыҡлы эш хаҡын түләй ала бит, башҡаларға ла тырышырға кәрәк. Эш хаҡы ул мөһим көс икәнлеген мин бик яҡшы аңлайым. Етмәһә, эшселәремә 2-шәр рулон бесән, 2 арба һалам бушҡа бирәм. Кәрәкһә Беларус та биреп торам, эш кейемен дә буш бирәбеҙ, бер көн эшләгән өсөн 3-5 кг бойҙай биреү ҙә ҡаралған. Көҙ айҙарында эшселәремде ял йорттарына путевка алып ебәрәм. Юбилей, туйҙар үткәреүгә, һуңғы юлға оҙатҡанда матди ярҙам да бирелә, спонсор ярҙам йыш күрһәтәм. Сөнки эшселәрһеҙ эш бармағанын яҡшы аңлайым. Аллаға шөкөр, эштәрем уң бара.

Малик Ильясов:

- Һеҙ йыш ҡына Аллаһы Тәғәлә һүҙен ҡулланаһығыҙ, Аллаға ышанаһығыҙмы?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Аллаға ышанам, һәр саҡ Алланың ярҙамын тоям. Үҙем дә был тормошта күберәк изгелек ҡылырға тырышам. Студент сағымда уҡ миңә аҡса эшләргә Аллам уңайлы юлдар булдырҙы. 3 курста уҡығанда Өфөлә тун тегеү буйынса үҙемдең кооперативымды булдырҙым. Ял көндәрендә ауылдарға йөрөп 10-ар һумға тире йыйҙым. Ә бер ирҙәр туны тегеү өсөн 7 тире китә ине, йәмғеһе бер тунға 70 һум кәрәк. Аҙаҡ үлсәп киҫеү өсөн 10 һумдан йәнә 70 һум китә. Тектереү 70 һум булып, тун 210 һумға баҫа. Бер дубленкаға бер ярым цигейковый шапка ла кәрәк (бер шапка 20 һум). Шулай итеп мин бер тунды 270-300 һумға тектереп алып, 900-1100 һумға һата торғайным. Ул саҡта бер айлыҡ стипендия 40 һум. Шулай, Алла ярҙамы менән мин Ҡунаҡбайға үҙемдең өр-яңы автобусым менән хәлле ҡайттым. Эш башлағас та бер йыл ошо тун һатҡан аҡсам оло ярҙам булды.

Малик Ильясов:

- Ғәйнетдин Ғәзизович, ғаиләгеҙ хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

-Беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек, Аллаға шөкөр барыбыҙ ҙа үҙ ғаиләләребеҙ менән иҫән-һаубыҙ. Ҡатыным Гүзәл “Ватан”да баш бухгалтер, өлкән ҡыҙым Айгизә Өфөлә университетта юридик факультеттың 2-се курс студенты, кесе ҡыҙыбыҙ Аэлита 4 класта уҡый.

Малик Ильясов:

- Һеҙҙең яратҡан ғаиләгеҙ, уңышлы эшегеҙ бар, хөрмәт ҡаҙанғанһығыҙ, етәксе булараҡ үҫешкәнһегеҙ, тормошта тағы ниндәй хыялдарығыҙ ҡалды?

Ғәйнетдин Мөхәмәтов:

- Ысынлап та мин йәшәлгән 50 йылым өсөн бер ҙә оялмайым,ә киреһенсә ғорурланам. Үҙемде бәхетле тоям, уңыштарымдың яртыһы минең кәләштеке. Янымда шундай тоғро тормош иптәшем булмаһа мин был уңыштарға ирешмәҫ тә инем.

Аҙаҡҡы ете йылда сит илдәргә күп йөрөйөм. Ундағы тормошто күреп ҡайтҡандан һуң, Рәсәйҙәге тормошҡа ҡараш та үҙгәрҙе. Мин байлыҡ артынан ҡыумайым, ундай ғәҙәтем юҡ. Иң ҙур теләгем иҫән-һау булып, балаларға яҡшы тәрбиә бирергә, уңышлы уҡытып сығарырға.

Малик Ильясов:

- Ғәйнетдин Ғәзизович, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, артабан да уңыштар, яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ. Юбилейығыҙ менән һеҙҙе.

Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште.
Айгөл ХАЛИҠОВА яҙып алды


Читайте нас: