Все новости
Йәмғиәт
19 Сентября 2017, 17:52

БАРЫБЫҘ ҘА ЯУАП БИРӘ

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы сираттағы ултырыш үтте район хакимиәтендә. Барлыҡ район етәкселеге тиерлек ҡатнашты һәр саҡтағыса.

Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы сираттағы ултырыш үтте район хакимиәтендә. Барлыҡ район етәкселеге тиерлек ҡатнашты һәр саҡтағыса. Тәүге һүҙҙе Ермолаево дауаханаһы мөдире А. Петрунин тотто, ул районда наркоман булараҡ иҫәптә тороусы бер генә лә үҫмер юҡ тип шатландырҙы, тик бер генә уҡыусы токсик матдә ҡулланып иҫәптә тора. Уныһы ла һәр ваҡыт наркологҡа күренә, барыһы ла һәйбәт, быйыл иҫәптән алыныр, тине. Быйыл уҡыусылар араһында наркотик тест үткәрелгән (йәмғеһе 89 үҫмер ҡатнашҡан, былтыр был һан 121 булған, йыл аҙағынаса тестар һаны күбәйәсәк, әлбиттә). Полиция начальнигы Р. Әбсәләмов һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: киндер, мәк һаман булһа районда гөрләп сәскә ата, Ленин, Шәбағыш, Свобода биләмәләрендә табылған зарарлы үҫемлектәр. 6 кеше наркотик һатҡан, һаҡлаған өсөн яза алған. Силсәүиттәр үҙ аллы киндерме, мәкме үҫкән ерҙәрҙе табырға тейеш тигәйнек, кем быны эшләне? Бер нисә силсәүит үҙаллы тапҡан, нисәһелер эҙләп тә ҡарамаған булып сыҡты. Кемеһелер беҙҙә юҡ ул тип кенә отчет биргән дә вәссәләм, бәлки, ысынлап та юҡтыр уларҙа. Баш агроном

А. Туйгилдин фәләнсә ерҙе гербицид менән ағыуланыҡ, һөрҙөк, ферма тирәләрен ҡараныҡ тип телмәр тотто. Беҙ киндерҙе наркотик үлән тип ҡарамайбыҙ, ә сүп үләне тип баһалайбыҙ тине ер кешеһе. Һәм, ғөмүмән, кемдең ерендә йәки бинаһы янында үҫә, шул яуап бирергә тейеш тине, беҙҙең эш икмәк үҫтереү, һеҙҙең наркотиктарығыҙ ғына етмәгәйне, былай ҙа баш ҡатҡан тигән һымаҡ яңғыраны. Был һүҙ башлыҡ Ә. Ҡотлоәхмәтовҡа оҡшаманы, һинеке, минеке тип ултырһаҡ шәп инде, беҙ барыбыҙ ҙа яуап бирәбеҙ районда нимә эшләнһә лә тине. Юғиһә, МВДмы, Россельхознадзормы килеп төртөп күрһәкәнен көтөп ятабыҙ ҙа аҙаҡ оят була. Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның яуаплы сәркәтибе Г. Алсынбаева йәй буйы 21 рейд яһаныҡ төндәрен тине, 2 протокол төҙөнөк ата-әсәһеҙ урам буйлап һемтәңләп йөрөүсе балаларға. Башлыҡ йәштәр араһында йөрөгәнһегеҙ, улар нимә ти һуң, нимә өсөн борсола тигәнгә, Керәүле-

Илюшкин силсәүитендә бер клуб та эшләмәй тип зарланалар, тип Керәүле башлығы И. Ворошиловты уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы, уныһы шунда уҡ фәлән клуб мөдире отпускыла, икенсеһе килеп өлгөрмәгәйне тип аҡланыу тапты. Һүҙен нығытыр өсөн, йәштәргә клубты астың ни юҡ ни - улар машина ҡуя ла, шунан музыка аҡыртып берәй уңай ер табып тора, һыра һемерә. Клуб асыуҙан ниндәй толк? Әхәт Йәүҙәт улы был ерҙә килеште Ворошилов менән, дөрөҫ, бына «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында бөгөн һыра шешәләре тора, эсәләр ҙә ташлап китәләр, ҡайҙа инде ундайҙарҙа культура тигән нәмә. Л. Тереғолова, район мәғарифы начальнигы, йәй дауамында күпме лагерь эшләгәнен, унда нисәмә бала йөрөгәнен теҙҙе. Ултырышты һәр саҡтағыса башлыҡ үҙе йомғаҡланы: балалар беҙҙең күп түгел (быйыл улар 2380), һәр береһе беҙҙең күҙ алдында булырға тейеш, иптәштәр. Бынау әллә ниндәй заманала уларҙы һаҡлайыҡ.
Читайте нас: