Все новости
Йәмғиәт
19 Сентября 2017, 17:42

БЕР КӨНДӘ – ИКЕ БАЙРАМ

Үткән йәкшәмбе көндө Иҫке Мораптал ауылында икеләтә байрам булды. Халыҡ ауыл зыяраттарын кәртәләп, яңырып ҡалған ҡәберстанға ғибәҙәт ҡылды, ошо уҡ көндө мәсет тә астылар.

Үткән йәкшәмбе көндө Иҫке Мораптал ауылында икеләтә байрам булды. Халыҡ ауыл зыяраттарын кәртәләп, яңырып ҡалған ҡәберстанға ғибәҙәт ҡылды, ошо уҡ көндө мәсет тә астылар.

Улар үҙҙәре әйтеүенсә, зыяраттары ошоңарсы ҡурҡыныс хәлдә булған, хатта сүплеккә оҡшап торған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡоролтайында эшләгән ауылдаштары Маргарита Түләбаева башланғысы менән зыяратты киңәйтеп, 800 метр араны тимер кәртә менән кәртәләгәндәр. Ҡыуаҡтарҙы тамырҙары менән йолҡоп таҙартҡандар. Зыярат эсендә, кәртә буйлап 30 төп ҡарағай ағастары ултыртылды. Был ағастарҙы Ермолаево урман хужалығында эшләүсе Раил Ҡужаҡов спонсор ярҙамы формаһында биргән.

-Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, барығыҙҙы ла бөгөнгө матур сара менән тәбрикләйем. Аллаға шөкөр, бергәләп ҙур һәм изге эш башҡарҙыҡ. Зыяратта күбебеҙҙең ата-әсәләре, туған-тыумасалары ерләнгән. Ошо урын тәртиптә тотолһа, ҡаралған булһа, шунда мәңгегә йоҡоға талған әрүахтар шатланыр, ә беҙ, уларҙың балалары, йән тыныслығы алырбыҙ. Был эштәрҙе атҡарып сығырға йәмғеһе 440 мең һум аҡса китте. Шуларҙың 122 мең 500 һумын ауыл халҡы йыйҙы. 319 мең 500 һумын Маргарита Сайран ҡыҙы Өфөләге туғандарҙан йыйып алып ҡайтты. 26 меңдән артығыраҡ артып ҡалған аҡсаны беҙ мәсеткә тапшырабыҙ. Сауаплы эштән ситтә ҡалмағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, - тине Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәмил Туҡаев.

Маргарита Түләбаева яңы асылған мәсеткә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин ебәргән Ҡөръән китаптарын бүләк итте. Шулай уҡ яңы асылған иман йортоноң хужаһы Рифҡәт Рахманғоловҡа үҙ ғаиләһе исеменән түбәтәй менән елән кейҙерҙе. Яңы Мораптал ауылы мәсете имам-хатибы Рауил Шәмсетдиновҡа ла китаптар һәм намаҙлыҡ алып ҡайтҡан Маргарита ханым. Нәҡиә Туҡаева ла буш ҡул менән килмәгән байрамға. Ул Аллаһ йортона Ҡол Шәриф мәсете төшөрөлгән картина бирҙе. Яңы Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеев барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм иҫтәлеккә изге йортҡа үҙенең бүләген тапшырҙы.

Матур ике сара ҡорбан ашы менән тамамланды. Аш табынында ҡатнашыусылар алдында Яңы Мораптал, Аҡһары мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Яҡут ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.Фирҙәүес Ғисмәтуллинаның мөнәжәт уҡыуы, уҡыусы Алина Юлдашеваның йыры барыһының да йөрәгенә үтеп инде.

Йыл да 9 май көндө зыяратҡа барып, ҡәберлектәрҙе таҙартып, әрүахтар рухына Ҡөръән аяттары уҡырға тигән фекергә килеп таралыштылар байрамдан иҫке морапталдар.


Автор фотолары



Маргарита Сайран ҡыҙы ТҮЛӘБАЕВА:

-Күптән башҡарыла торған эш ине, әммә ниңәлер ҡул етмәне. Атайым иҫән сағында уҡ “Иҫке Мораптал ауылы зыяратын кәртәләргә кәрәк, балам. Һәр беребеҙҙең бара торған урыны бит”, - тине. Хәҙер атайым мәрхүм булғанға ике йыл үтеп тә китте, ниһайәт уның теләген тормошҡа ашырҙыҡ. Әсәйем дә атайымды күмгәндә был зыяраттың сүплек һымаҡ булыуына ныҡ бошондо. Аллаға шөкөр, күмәкләп изге эш башҡарҙыҡ. Сауаплы эштә ярҙам күрһәткәндә ныҡ көс төшкән Себерҙә йәшәүсе Дамир, Өфөлә йәшәүсе Айҙар, Азамат мырҙаларға, Рөстәм ағайға, әңкәйемә, бер туған һылыуҙарыма, яҡташыбыҙ Рауил Аҙнабаевҡа, Нәҡиә апай менән ҡыҙы Айгөл Туҡаеватарға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ һәр яҡлап та ярҙам иткән, иң күп көс төшкән ҡустым Рәмил Ғиләж улы Туҡаевҡа барлыҡ йылы һүҙҙәремде еткерәм. Беҙҙең идеяларҙы хуплап ебәргән район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, Яңы Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевҡа һәм ауылдаштарыма ла рәхмәттәрем сикһеҙ.
Читайте нас: