Все новости
Йәмғиәт
19 Сентября 2017, 16:24

ЗӘК-ИШМӘТТӘН БАШЛАНДЫ

Күптән түгел район хакимиәтендә тыуымды арттырыу буйынса комиссия ултырышы үтте һәм унда комиссия составы һәм эш планы билдәләнгәйне. Үткән кесаҙнала район ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина, райондың баш ағинәйе Тамара Малбаева, табип-акушер Ирина Филиппованан торған төркөм ауыл халҡы менән яҡындан осрашып һөйләшер өсөн Зәк-Ишмәт ауылына юлланды.

Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары, мәктәп, балалар баҡсаһы, Ағинәйҙәр ойошмаһынан һәм ауыл советы хакимиәтенән вәкилдәр, йәмғеһе 20-ләгән кеше килгән ине осрашыуға. Светлана Леонидовна район биләмәһендә тыуым һандары менән таныштырып үтте. Уның әйтеүе буйынса, Зәк-Ишмәт ауылында быйылғы йылда ни бары 2 сабый ғына донъяға килгән, тағы ла 2 бала көтөлә. Әлеге көндә ауыл мәктәбендә барлығы 91 уҡыусы белем ала. Балалар баҡсаһына 24 кескәй йөрөй. Быйылғы уҡыу йылында 1-се класҡа 15 уҡыусы килгән. Ирина Владимировна табип булараҡ, бәпес көткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ваҡытында дауаханаға барып теркәлеү, һаулыҡтарын даими рәүештә тикшертеп тороу кәрәклеге хаҡында әңгәмә үткәрҙе. Был осрашыуға килгәндәрҙең ҡунаҡтарға һорауҙары бик күп ине. Дауаханаға алдан яҙылмайынса барһаң, ҡабул итмәүҙәре, дарыуҙар проблемаһына ҡағылған мәсьәләләрҙе күтәрҙе улар. Бында бирелгән һорауҙарҙан ауылда көн итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәғлүмәттән, яңылыҡтарҙан алыҫ булыуы, үҙҙәренең бик күп кенә хоҡуҡтарын белмәүе асыҡланды. Улар, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә һыйыр алыу өсөн аҡса бүленеүе, аҙ тәьмин ителгән ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 9 аҙнанан һуң «ҡоро паек» менән тәьмин ителеүе хаҡында белмәйҙәр. Шулай уҡ пенсияға өҫтәлмә тураһында ла һорауҙар күп яңғыраны. Ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар менән үткәрелгән бындай осрашыуҙарға социаль хеҙмәткәрҙәр менән юристарҙың да кәрәк булыуы асыҡланды.

Киләһе кесаҙнала ошондай уҡ сара Таймаҫ ауылында планлаштырыла.

Наталья КОРШИКОВА фотоһы

Читайте нас: