Все новости
Йәмғиәт
22 Сентября 2017, 16:51

АҠСА КИЛЕП ТОРА

Аҡса юҡ, аҡса юҡ тиһәләр ҙә, силсәүиттәргә зарланырға түгел, уларға бер түгел өс йүнәлештән аҡса килеп тора. Уларҙың тәүгеһе «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» программаһы (ППМИ) булһа, ҡалғандары «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы һәм президент аҡсалары. Аҡса килеүен килә, беҙ уны ҡуллана беләбеҙме икән? Бөгөн шул һорауға яуап эҙләп, әлеге көндә ниндәй эштәр башҡарылған, ҡайһылары планлаштырыла икәнен белергә булдыҡ.

Аҡса юҡ, аҡса юҡ тиһәләр ҙә, силсәүиттәргә зарланырға түгел, уларға бер түгел өс йүнәлештән аҡса килеп тора. Уларҙың тәүгеһе «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» программаһы (ППМИ) булһа, ҡалғандары «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы һәм президент аҡсалары. Аҡса килеүен килә, беҙ уны ҡуллана беләбеҙме икән? Бөгөн шул һорауға яуап эҙләп, әлеге көндә ниндәй эштәр башҡарылған, ҡайһылары планлаштырыла икәнен белергә булдыҡ.
УРЫНЫНАН ҠУҘҒАЛДЫ
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, былтыр район буйынса «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» программаһында Шәбағыш ауылы советы ғына еңеп сығып, 374 500 һум аҡсаға эйә булғайны. Улар был суммаға үҙҙәренең, халыҡтың һәм спонсор аҡсаһын да ҡушып, 497 500 һумға мәҙәниәт йорттарына ремонт эшләп, йыһаздар алғайны. Быйыл был проект буйынса райондың барлыҡ силәсүиттәре лә ентекле әҙерләнеп, барыһы ла еңеп сыҡты.

Әлеге көндә Бөтә донъя банкының «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү проекты» буйынса эштәр урынынан ҡуҙғалдымы, ниҙәр эшләнде, нимәләр эшләнә башланы икән?

Таймаҫ ауыл советы был программа сиктәрендә 800 мең һумға МТЗ-82 тракторына аҫылмалы ҡорамалдар алмаҡсы. Әлеге көндә аукцион үткән, аҡса килгән, контракт төҙөлгән һәм КУН-10 тейәгесе, роторлы сапҡыс, роторлы ҡар таҙартыҡыс, арба алыу өсөн заказ эшләнгән. Аҡсаның 75 мең һумын халыҡ үҙе йыйһа, тағы ла 75 мең һумы спонсорҙар ярҙамы.

Зәк-Ишмәттә 560 мең һумға Көйөргәҙе урамында 1 км 200 метр юлдың соҡор-саҡырҙарын тигеҙләп, ҡырсын түшәмәкселәр. Был ауыл советында башлыҡ алышынғас, документтар менән проблемалар килеп сыҡҡан. Әлеге көндә ауыл советы башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов документтар яңыртыу эше менән мәшғүл.

Отрада ауыл советында был программа буйынса Иҫке Отрада мәҙәниәт йорто территорияһында 421 850 һумға парк булдырмаҡсылар. Уның 253 мең 350 һумы республика аҡсаһы, 40 мең һумы халыҡтан йыйылған, спонсорҙар 41 мең һум биргән. Әле парк урынында иҫке ағастар ҡырҡыла. Сентябрь аҙаҡтарына бында тигеҙ юлы булған, фонарҙәр яҡтыртылған парк пәйҙә буласаҡ. Төрлө йәш ағас үҫентеләре ултыртыуҙы яҙға ҡалдырмаҡсылар.

Ермолаевола мәҙәниәт һәм ял паркына балаларға уйын майҙансыҡтары, ололар өсөн тренажерҙар ҡуймаҡсылар. Шулай уҡ эскәмйәләрҙе яңырталар, юлдарҙы матурлаясаҡтар. Бының барыһы өсөн дә 1 млн. 450 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Уның 1 млн.-ы республика бюджетынан, 150 мең һум спонсорҙар ярҙамы һәм тағы ла 150-шәр мең һумы силсәүиттән һәм халыҡтан. Сентябрь аҙаҡтарына паркты тәртипкә килтереп бөтөргә уйлайҙар.

Ленин силсәүитендә был аҡсаны 1062 метр оҙонлоғондағы Бальза ауылы юлын рәтләүгә йүнәлттеләр. 460 мең һумды республика бирһә, халыҡ үҙе 70 мең аҡса йыйҙы, урындағы бюджеттан да 70 мең һум бүленде. Тағы ла 100 мең һум менән спонсорҙар ярҙам итте.

Мораптал ауыл советында үрҙә әйтелгән проект аҡсаһына Яңы Мораптал зыяратын кәртәләргә ҡарар ителде. Әлеге көндә «Хорс» йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Ауыл аҡһаҡалдары менән кәңәш-төңәш ителгән. Был эш өсөн 917 760 һум аҡса китәсәк. Уның 200 мең һумы халыҡтан һәм спонсорҙарҙан.

Свобода силсәүите 673 мең һумға Тимербай ауылының Үҙәк һәм Яңауыл урамдарының юлдарына ҡырсынташ түшәргә йыйына. Әлеге көндә документтар әҙерләнә. Был сумманың 90 мең һумы ауыл советы хакимиәтенән, 80 мең һумы халыҡтан йыйылған, ә 53 меңде спонсорҙар биргән.

Илкәнәй ауылында әлеге ваҡытта 1450 метр оҙонлоғондағы юлға ремонт эштәре башҡарыла. Сығымдың 630 мең һумы республика бюджетынан, 100 мең һум силсәүиттән, 90 мең һум халыҡтан йыйылған һәм тағы ла 80 мең һум менән спонсорҙар ярҙам иткән.

Керәүле-Илюшкин ауыл советына ҡараған Уңғар ауылының зыяратын кәртәләр өсөн халыҡ үҙе 40 мең һум аҡса йыйған. 38 мең һумды спонсорҙар бирһә, силсәүиттән тағы ла 40 мең һум аҡса бүленгән. Ҡалған 232 мең һум аҡса республика бюджетынан килгән.

Шәбағыш ауыл советында йәшәүселәр сходта быйылғы аҡсаларына трактор алырға ҡарар иткәйне. Ошо шишәмбелә уларҙың Беларусы килеп тә етте. Уларға республика бюджетынан быйыл 900 мең һум аҡса тәтене. 175 мең һумды силсәүит үҙе бирһә, ҡалған 135 мең һумы халыҡтан йыйылды. Спонсорҙар 90 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтте.

Яҡшымбәт ауыл советында үткән сходта ла халыҡ трактор алыу яҡлы булды. Улар ҙа 19 сентябрҙә 1 млн. 300 мең һумлыҡ тракторлы булдылар. Бының өсөн халыҡ 135 мең һум аҡса йыйҙы. Республика яҡшымбәттәргә 895 мең һум аҡса бүлде. Етмәгән сумманы спонсорҙар ярҙамы һәм урындағы бюджет аҡсаһы менән ҡапланылар.

Бахмут ауыл советына ҡараған Покровка ауылы зыяратын кәртәләүгә 371 мең 910 һум аҡса киткән. Әле бында эштәр тамамланыуға табан бара. Буярға һәм ҡапҡалар ҡуйырға ғына ҡалған. Зыярат кәртәләү өсөн халыҡ һәм силсәүит 110 мең һум аҡса ҡушҡан. 204 мең 553 һум республиканан бүленгән һәм ҡалғаны спонсорҙар ярҙамы.
РЕАЛЛӘШӘ БАШЛАНЫ
2015 йылдан алып «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы эшләп килә. Был программа буйынса ла районда күп кенә нәмәләр эшләнде һәм әлеге көндә эшләнә.

Таймаҫ ауыл советына быйыл 130 мең һум бүленде. Улар был аҡсаға Яңы Таймаҫтың Мәктәп һәм Шалтран урамдарына 175 метр оҙонлоғонда яңынан һыу торбалары үткәрә башланылар. Был урамдарҙа йәшәүселәр йәй көндәрендә беҙгә һыу килеп етмәй, тип һәр ваҡыт зарланалар ине.

Зәк-Ишмәттәр был программанан килгән аҡсаға Марьевкалағы бер күперҙе төҙөкләндереп бөтөп, Михайловка күперен дә ремонтларға тотондолар. Бының өсөн улар 143 мең һум аҡса тотонолған.

Отрада ауыл советы аҡсаны Иҫке Отрада ауылының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы территорияһында кескәйҙәр өсөн уйын майҙансығы эшләп ҡуйғандар. Бының өсөн 146 мең һум аҡса кәрәк булған уларға. 130 мең һумын «Берҙәм Рәсәй»ҙәр бирһә, ҡалғаны урындағы бюджеттан.

Ермолаевола Ленин урамындағы йәйәүлеләр күперенә ремонт эшләнеләр. Тимерҙән кәртәләр эшләп, буяп та ҡуйҙылар. Быларҙың барыһы өсөн 249 мең 100 һум аҡса киткән. Уның 150 меңе «Реаль эштәр»ҙән булһа, 50 мең һумы силсәүиттеке, 49 мең һумы халыҡтыҡы.

Ленин силсәүитендә ошо көндәрҙә Бальза ауылына балалар майҙансығы эшләргә йыйыналар һәм шулай уҡ Бөгөлсән клубына теннис өҫтәле, тышта уйнарға яратыусыларға өс волейбол селтәре, өсөшәр волейбол һәм футбол туптары алғандар. Быларҙың барыһына 160 мең һум аҡса киткән.

Мораптал ауыл советына ҡараған Иҫке Мораптал ауылының Һыулы урамында йәшәүселәр һыуһыҙ интеккәндәр икән. 230 мең һумға һыу үткәреп биреп, уларҙы бик ҡыуандырғандар. Аҡсаның 130 мең һумын партия бирһә, ҡалғаны халыҡ менән силсәүиттеке.

Свобода ауыл советы хакимиәте «Реаль эштәр» аҡсаһын мәҙәниәт өсөн тотонған. Әлеге көндә Түкән клубын ремонтлау эштәре башҡарыла. Ошо көндәрҙә тамамлап та ҡуясаҡтар. Бындағы эштәр өсөн 163 мең һум аҡса сарыф ителгән.

Илкәнәй силсәүите 130 мең һум «Берҙәм Рәсәй» аҡсаһына Яңы Муса ауылының ике урамында серегән һыу торбаларын тулыһынса яңырттылар. Хәҙер был урамдарҙа йәшәгән халыҡтар бер нисә йыл буйы һыу проблемаһын белмәҫтәр инде.

Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте лә 180 мең һум аҡсаға Павловка ауылының һыу менән булған проблемаларын хәл итмәкселәр. Шулай булғас, тиҙҙән был ауыл халҡы ла һыуһыҙ интегеүҙе онотасаҡ.

Шәбағыштар реаль аҡсаға бик күп кенә эштәр атҡарып сығырға өлгөргәндәр. Шәбағыш,Ҡансыра, Холодный Ключ ауылдарында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөп ҡуйғандар. Ошо арала Ивановка ауылында ла ошондай уҡ уйын майҙансығы пәйҙә буласаҡ. Шулай уҡ партия аҡсаһына Шәбағыштағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары обелискын буяп, штукатурлап, яңынан кәртәләп, тәртипкә килтергәндәр.

Яҡшымбәт ауыл советы «Реаль эштәр»ҙән килгән 180 мең һум аҡсаға Абдул ауылы клубының ҡыйығына ремонтлауға тотонған. Халыҡ 50 мең һум аҡса менән ярҙам итһә, силсәүит тағы ла 80 мең һум аҡса ҡушҡан. Әлеге көндә унда эштәр тамамланыуға бара.

Бахмут ауылында партия проектының 130 мең һумына мәктәп алдына тротуар плитаһы түшәлеп бөтөп бара.
ПРЕЗИДЕНТ ЯРҘАМЫ
Үрҙәге ике программанан тыш һәр бер силсәүиткә президенттан да ярҙам килеп тора. Квартал һайын 125-шәр мең һум «президентский» бүленә ауыл советтарына. Уны хакимиәт башлыҡтары ауыл урамдарын яҡтыртыу, свет өсөн түләүҙәргә һәм башҡа ваҡ-төйәк кәрәк-яраҡтар өсөн тотона.

Шулай итеп, үрҙә күреүебеҙсә, ауыл советтарына ярайһы ғына ярҙам килеп тора. Был аҡсаларҙы һәр бер ауыл советы хакимиәте башлығы файҙалы итеп тотонорға тырыша. Шулай ҙа аҡса күпме генә булһа ла, нисек кенә уны тартһаң да, һуҙһаң да етмәй инде ул. Быны барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

ППМИ тигән һүҙгә күнегеп бөттөк, урындағы инициативаларҙы хуплау ул. Бына ике ауыл трактор алды. Имен-аман тотонорға булһын. Тик башҡа ауылдарҙа ошо программаға ҡарата һорауҙар ҡала әле.

Беҙҙең редакцияға Тимербайҙан ошолайтып яҙалар: «Ауыл юлын ремонтларға тип берәр мең аҡса алдылар, бына әле, етмәй тип, тағы ла 500 һум һорайҙар. Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ та баһа беҙҙә. Силсәүит үҙенә машина алды, лутсы ошо ППМИ-ға бирһә яҡшыраҡ булыр ине».

«Юшатыр» Свобода ауыл биләмәһе башлығынан хәлде белеште.

Сания Сәйетбатталова: «Өҫтәмә аҡса йыймайбыҙ. 10-15 кеше аҡса бирмәне, шуға ғына, бәлки, етмәҫ, тип ҡурҡҡайныҡ. Хәҙер барыһы ла етә. Ауыл совхоз заманына өйрәнгән, кемдер килтереп бирер бушҡа тип көтә. Үтте ундай ваҡыттар. Ошо матур программала ҡатнашып, нимәлер эшләтеп ҡалмаһаҡ, ахмаҡ буласаҡбыҙ. Халыҡтың бәғзеһе шуны аңламай. Тимербай урамдарына 2 км-ҙан ашыу ергә ҡырсын һаласаҡбыҙ ошо программа аҡсаһына (80 меңе халыҡтан, 53 меңе спонсорҙарҙан, 450 меңе республика бюджетынан була). Машинаға килгәндә, «Лада-Гранта» автомобилен алырға районға грант булып килгән 23 миллиондан аҡса бирелде. Барлығы биш силсәүит алды, өс машина хакимиәткә алынды.
ҺЫУ ӨСӨН РӘХМӘТ, «РЕАЛЬ ЭШТӘР»!
Беҙ, Иҫке Мораптал ауылының Һыулы тыҡрығында йәшәүселәр, һыу үткәреүҙәрен һорап бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттек. 2016 йылда, сход ваҡытында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә бүленгән аҡсаны һыу торбалары үткәреүгә тотонорға ҡарар ителде. 550 метр оҙонлоғонда торбалар һалыу өсөн 230 мең һум дөйөм аҡса тотонолдо. Уның «Берҙәм Рәсәй» бүлгән 130 мең һумына торбалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынды. Урындағы бюджеттың 90 мең һум һәм халыҡтың үҙҙәре йыйыған 10 мең һум экскаватор һәм иретеп йәбештереү эштәре өсөн китте. «Турбо Лидер» йәмғиәте тарафынан июль-август айҙарында, бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә торбалар йорттарға тиклем үткәрелеп тә бөттө. Беҙ бына ошондай «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Реаль эштәр» кеүек прогаммалары булыуына, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиевҡа, «Турбо Лидер» директоры А.В. Червоновҡа рәхмәтлебеҙ.

Ауыл халҡы исеменән

Элина НАЗАРОВА
Иҫке Мораптал ауылы

Читайте нас: