Алтын көҙҙөң сағыу ҡояшлы әбейҙәр сыуағының матур бер көнөндә күркәм юбилейын билдәләй Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Гөлшат Риҡзә ҡыҙы Хөсәйенова.
1975 йылда Салауат ҡалаһында кассир-контролер, һатыусы-консультант һөнәрен үҙләштереп, 1976 йылда үҙ тыуған яҡтарына эшкә ҡайта ул. 40 йыл буйы Ялсыҡай, Лена ауылдары магазиндарында һатыусы булып эшләй. «58 йәшемә тиклем үҙемдең яратҡан һөнәремде башҡарҙым. Эшем үҙемә шул тиклем оҡшаны, мин унда байрамға барған кеүек бара торғайным. 19 йыл буйына 3 км алыҫлыҡтағы Лена ауылына йөрөп эшләргә тура килде. Шунда бейек үксәле аяҡ кейеме кейеп йөрөйөм. Йәш саҡ, дәртле саҡ. Хәҙер быны уйлаһаң, ҡыҙыҡ кеүек тойола. Хәҙерге заманда һатыусыларға рәхәт, бар нәмәне килтереп кенә биреп торалар. Элекке замандарҙа, әйберҙәр дефицит саҡта, барыһына ла еткерәйек тип, 100-ҙәр грамлап кәнфит бүлә инек. Клеенка, колготки һәм башҡа әйберҙәрҙе исемлек менән генә бирҙек. «Иң тәүҙә һауынсыларға», - тинеләр. Шуға күрә иң беренсе уларға һаттыҡ. Юлһыҙ-ниһеҙ ҡыш көндәрендә ҡар кисеп, Ленаға барам. Икмәкте лә юл ситендә генә бушатып китәләр. Уны тоҡлап магазинға ташыйһың. Ул замандарҙы иҫләһәң, һөйләп бөтөрлөк тә түгел. Мин эшләй башлағанда, бәләкәй генә ағас магазин була торғайны Ленала. Шуны һылап, буяп, матурлап алдым. Ауыл советы депутаты ла булараҡ, Әбдрәшитовҡа үҙем хат яҙғас, яңы кирбес магазин төҙөп бирҙеләр. Йәйен-ҡышын, ямғыр яуһа ла, һыуыҡ булһа ла Беларус арбаһына тейәп Таймаҫтан әйбер ташыныҡ. Барып өлгөрмәһәң, тауарһыҙ ҡалаһың. Ял көндәрендә лә, хатта, төнөн дә: «Магазиныңды ас әле, шул нәмә генә кәрәк ине», - тип килеүселәр ҙә аҙ булманы», - тип иҫләй Гөлшат апай үҙенең еңелдән булмаған эше хаҡында.
Тормош иптәше Рафиҡ ағай менән 2 ҡыҙ һәм 1 малайға ғүмер бүләк итеп, матур итеп тәрбиәләп үҫтерәләр улар. «Иптәшем ғүмер буйы малсылыҡта эшләне. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ тәртипле булды. Эштән бушамаған саҡтарыбыҙҙа иң ҙур терәктәребеҙ ҙә улар ине. Ике ҡыҙым да педагогия институтын тамамланы. Әлеге көндә балаларыбыҙҙың барыһы ла яратҡан эштәрен башҡарып, матур итеп ғаилә ҡороп йәшәп яталар. Ял көндәрендә 6 ейән-ейәнсәрем менән бергәләп беҙгә ҡыуаныстар бүләк итеп китәләр», - тип һөйләй Гөлшат Хөсәйенова яратҡан ғаиләһе тураһында.
Гөлшат Риҡзә ҡыҙының яратҡан шөғөлө — сәскәләр үҫтереү. Уның йорт алды ла, өйөнөң эсе лә күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр менән тулы. Хатта, үҙе эшләгән магазиндарҙа ла гөл үҫтерер булған ул. Күп итеп ҡош-ҡорт, мал үрсетергә, баҡса үҫтерергә лә, аҙыҡ-түлекте баҙарға алып килеп һатырға ла ваҡыты етә Хөсәйеновтар ғаиләһенең. Ауыл советы депутаты булған саҡта ғауға сыҡҡан ғаиләләрҙе лә тынысландырырға, имен булмаған ғаиләләрҙәге балаларға ла ярҙам итергә тура килә Гөлшат апайға.
1996 йылда Мортаза Рәхимов оҙаҡ йылдар Райпо магазинында тырышып эшләгән Гөлшат Риҡзә ҡыҙына үҙ ҡулы менән Почет грамотаһы тапшыра. Бынан тыш та бик күп төрлө грамоталар һәм Рәхмәт хаттарына эйә ул. «Гөлшат Хөсәйенованың 40 йыллыҡ эш дәүерендә бер ваҡытта ла недосдача сыҡманы. Һәр ревизия яҡшы үтә торғайны», - ти Көйөргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәсимә Солтан ҡыҙы Бабченко.
Һөнәренә һәр саҡ тоғро булып, тырыш хеҙмәт иткән 60 йәшлек юбилейын билдәләүсе яҡташыбыҙҙың алдағы ғүмере лә тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тороуын теләп ҡалабыҙ.