Все новости
Йәмғиәт
22 Сентября 2017, 16:44

УЛ ӘЛЕ ҺАМАН ДА ҮҘ УРЫНЫНДА

Үҙенең эшен яратып башҡарған, алдынғылыҡты бирмәгән, йәшәү рәүеше, фиҙаҡәр хеҙмәте менән тормошобоҙға сағыу биҙәктәр өҫтәгән кешеләр арабыҙҙа күп. Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән Нәбил Аҡсурин да бына шундайҙарҙан.

Үҙенең эшен яратып башҡарған, алдынғылыҡты бирмәгән, йәшәү рәүеше, фиҙаҡәр хеҙмәте менән тормошобоҙға сағыу биҙәктәр өҫтәгән кешеләр арабыҙҙа күп. Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән Нәбил Аҡсурин да бына шундайҙарҙан.

Күптән түгел 60 йәшлек юбилейын билдәләгән Нәбил Ибраһим улы тураһында коллегалары, дуҫтары, туғандары уның бик кешелекле, үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуын билдәләй. Таймаҫ мәктәбендә 10 класты тамамлағас, йәш егет Ҡаҙағстандағы туғандарына килеп, «Газпром» өлкәһенә эшкә урынлаша. Әрме сафтарында хеҙмәт итеп, бер аҙға ғына тыуған яҡтарына ҡайтып әйләнә лә кире Ҡаҙағстандағы эш урынына ашҡына. Бер нисә йылдан һуң арыу ғына тәжрибә туплаған белгес Күмертауҙағы «Газпром етештереү Ырымбур» йәмғиәтенә эшкә урынлаша һәм ошо көнгәсә унда хеҙмәт итә. Нәбил Аҡсуриндың 42 йыл өҙлөкһөҙ эш стажы бар, уның 30 йылы әлеге ойошмала. Үҙ эшенең оҫтаһы, 7-се разрядлы КИПиА слесары булараҡ, ул төрлө һөнәри конкурстарҙа еңеүҙәр яулауға өлгәшә. Был турала уның бик күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй. Хатта, Нәбил Ибраһим улының портреты Ырымбур ҡалаһындағы Почет таҡтаһында эленеп тора. Уның тормош иптәше Лариса Владимировна: «Бик күп ваҡытын эштә үткәрергә тура килә уға. Улар һәр ваҡыт юлда, Күмертауҙан Өфөгә тиклем барып етәләр. Кәрәк саҡта, төн тип тормайҙар, эшкә саҡырып алалар. Алсаҡ, ярҙамсыл булғаны өсөн коллегалары ла хөрмәт итә уны. Һәр ваҡыт уға шылтыратып кәңәш һорайҙар. Бер кемде лә ярҙамынан ҡалдырғаны юҡ. Коллективы уның өсөн икенсе ғаилә. Уның уҡыусылары хәҙер ҙур вазифалар биләй. «Начальниктар алмашынып тора, ә Нәбил Ибраһим улы әле һаман да үҙ урынында», - тип шаяртырға ярата коллегалары. Ваҡыты тар булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләһен, ҡыҙҙарын да үҙ иғтибарынан ташламай», - ти.

«Ата-әсәйем күптән мәрхүм инде. Шулай ҙа тыуған йортобоҙҙо ташламайбыҙ. Һәр ваҡыт Ялсыҡайға ҡайтып йөрөйбөҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Мин үҙемдең туғандарыма, дуҫтарыма, коллегаларыма ҙур рәхмәтлемен. Һәр саҡ уларҙың оло ярҙамын тойоп йәшәйем. Тормошомдоң ауыр саҡтарында ҙур терәк булдылар улар миңә, изгелектәрен оноторлоҡ түгел», - ти Нәбил Аҡсурин үҙенең яҡындары хаҡында.

Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: