Күптән түгел оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләгән, райондың үткәнен яҡшы белгән, бөгөнгөһө өсөн борсолған, Аҡһары ауылының мәртәбәле ағинәйе Гөлсөм Сәлихова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- “Юшатыр” гәзите ауылдар яҙмышын күптән яҡтырта килә. Аҙаҡҡы ваҡыттарҙа, минең ҡарашҡа, ауылдарыбыҙҙың бөгөнгөһө, уның киләсәге бигерәк тә актуаль темаға әйләнде тип уйлайым. Рәсәй буйынса ла халыҡтың ныҡ кәмеүе күҙәтелә, ә беҙҙең район тураһында һүҙ алып барыла икән, кешеләрҙең кәмеүе, ауылдарҙың бушауы ныҡ һиҙелә. Рәсәй буйынса һуңғы 20 йылдарҙа 23 меңдән артыҡ ауыл бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Бөткән ауылдарға йылдан-йыл кешеләр һаны күҙгә күренеп аҙайғандары ла өҫтәлә.
- 60-сы йылдарҙа, бухгалтер курсы бөтөргәс, Куйбышев колхозында бухгалтер булып эшләнем. Был колхозға 7 ауыл керә ине: Заря, Ҡарағай, Ҡансыра, Шәбағыш, Михилевка, Николаевка, Холмогор ауылдары. Ул заманда 4-се Ивановкала тирмәне лә, магазины ла, 8 йыллыҡ мәктәбе лә, клубы ла барыһы ла булды, 400-ләгән баш сусҡа, күпләп ат тоттолар, тулыһынса үҙ-үҙен тәъмин иткән ауыл ине.
- Күмертау совхозы территорияһы була инде был?
- Эйе, ул алда барған бик матур хужалыҡ ине. Беҙ 6-7 бухгалтер эшләнек. Мин дүрт йыл эшләгәс районға ауыл хужалығы идаралығына агроном булып киткәндән һуң үҙгәртеп ҡороуҙар башланды. Етмешенсе йылдың урталарына тура килде ул.
- Ул заманда Таймаҫ, Көйөргәҙе совхозы барлыҡҡа килгән булғандыр бит?
- Эйе, мин киткәндә бөтәһе лә урынында булды, Таймаҫҡа Ҡызыл Шар, Михайловка, Лена ауылдары барыһы ла керә ине. Совхоздар ойошторола башлағас, мин ҡыҫҡартыуға эләктем. Идаралыҡ начальнигы әйткәйне был оҙаҡҡа бармай, кире ҡайтырһың тип. Уға хәтлем инде Таймаҫты бүлеп, 75-се йылдарҙа Ҡызыл шар совхозы ойошторҙолар. Ошо уҡ йылдарҙа Яңы Морапталда газ үткәрҙеләр, асфальт түшәнеләр, бөтә уңайлыҡтар булдырҙылар. Ә эргәһендәге Яҡутта асфальт юҡ ине әле. Шулай уҡ был осорҙа Абдул ауылын да ныҡ үҫтерҙеләр 10 йыллыҡ мәктәп төҙөп ултырттылар. Янындағы Яҡуп ауылында 8 йыллыҡ мәктәптә балалар һаны күп ине. Ауыл ҙурыраҡ булһа ла Яҡуп ауыл советын да Абдул ауыл советы итеп күсерҙеләр. Аҙаҡ бик күп балалар Яҡуптан Абдулға йәйәү йөрөп уҡыны. Шулай, 70-80-се йылдарҙа Абдул, Мораптал, Шәбағыш ауылдарын бәләкәйерәк булһа ла халҡына йәшәү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырҙылар, ә был ауылдарға ҡарағанда эргәһендә шаулап торған ҙурыраҡ ауылдар ниңәлер юғалып ҡалды.
- Халыҡ һүҙе булманымы ни?
- Халыҡтың ниндәй һүҙе булһын инде, ул саҡта ла өнө лә тыны ла булмай торғайны. Холмогор ауыл советын да Шәбағыш ауыл советы итеп күсереп, 4-се Ивановкалағы барлыҡ әйберҙәрҙе Шәбағышҡа күсерҙеләр. Ул саҡта Шәбағыш та бик ҙур түгел ине, бында 10 йыллыҡ мәктәп, контора төҙөнөләр, ике этажлы йорттар, асфальт һалдылар.
- Шул уҡ эште 4-се Ивановкала ла эшләп булғандыр бит?
- Ҡайһы бер сығанаҡтар әйтеүенсә, беҙ бит үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, СССР тарҡалды, туҡһанынсы йылдарҙан ауылдар бөтөүгә китте, тип һүҙ йөрөтәбеҙ. Ә ысынында Хрущев заманында ярты млн ауыл юҡҡа сыҡҡан.
- Шулайҙыр, бына үҙебеҙҙең районда минең күҙ алдында юғалған ауылдарҙы ғына һанаһаҡ та, 20-ләп ауыл. Заря, Михелевка, Туғай Кинйәһе, Түкән, Үрге, Түбәнге, Урта Моталдар, Туҡмаҡ, Шишмә, Петровка, Ялсыҡай, Наҙар, Зәгләт, Богатское, Квасевка, Санкин, Ыуал ауылдары шул йылдарҙа бөттө.
- Был ауылдарҙың юҡҡа сығыуының төп сәбәбе нимәлә һуң?
- Улар барыһы ла күсеп ултырып бөттөләр, юл, мәктәптәр ҙә һалынманы. Ә халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына кешеләр ауылдарҙа йәшәргә ҡала.
Мин дә Ҡунаҡбайҙан етенсе класҡа тиклем Молокан мәктәбенә ямғырмы, буранмы йәйәү йөрөп уҡыным.
- Ҡыш көндәре лә йәйәү йөрөнөгөҙме? Хәҙерге заман менән сағыштырғанда, район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова менән һөйләшкәндә, ул бигерәк тә ҡыштарын һәр иртәмде шылтыратыуҙарҙан башлайым, ти. Балалар өйҙәренән мәктәп автобусында иҫән-һау килеп еттеләрме тип борсола инде. Ә һеҙ ул саҡта йәйәү йөрөгәнһегеҙ. Әллә балаларға мөнәсәбәт икенсерәк булғанмы?
- Беҙҙең хатта мәктәпкә оҙатып йөрөүсе өлкән кешебеҙ ҙә юҡ ине. Ул саҡта өҫкә кейергә кейем юҡ, башта атайҙың шапкаһы, аяҡта атайҙың бәләкәсәйтеп биргән быймаһы. Бер заман, 11-12 йәштәр тирәһе ине шикелле, мәктәпкә класташым Урал менән буранда икәүләп кенә барырға сыҡтыҡ. Буран башланды, аҙаштыҡ, хәлем бөттө. Ултырһам, Урал мине һөйрәй, тор, әйҙә киттек, барыбер берәй ергә барып сығабыҙ, ти. Аҙашып 2-3 сәғәт йөрөгәндән һуң бер ут күреп ҡалдыҡ. Фермаға килеп еттек тип ҡыуандыҡ та, йылынып сығырға булдыҡ. Ныҡлабыраҡ ҡараһаҡ, кире әйләнеп Уралдарҙың өйҙәренә барып сыҡҡанбыҙ икән. Буран булғас ни бер ни күренмәй, уралып-уралып тик йөрөгән булғанбыҙ инде.
- Хәҙер бит балалар йығылһа ла оло ҡауға, ә ул саҡта фажиғәләр булманымы?
- Юҡ, фажиғә булманы, беҙ бит ул заманда ныҡ сыныҡҡан балалар булдыҡ. Хәҙер уҡыусыларҙы автобуста йөрөтәләр, хатта Аҡһарыға ла эргәлә торған Юшатыр ауылынан автобуста килтерәләр. Йәйәү йөрөһәләр сынығырҙар ине.
- Бар халыҡ уңайлыҡ эҙләй,бөгөнгө көндә кеше һаны кәмей. Ул заманда ауылдар бөтһә лә кеше һаны кәмемәгән. Улар райондан ситкә сығып китмәгәндәр, ә икенсе ауылға ғына күсеп, ошо район эсендә ҡалғандар. Хәҙер бит ауылдарҙан, районыбыҙҙан ситкә китеүселәр ифрат күп. Һеҙҙең йәшлегегеҙ һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән, ә шулай ҙа кешеләр берҙәм булған, ауылдарҙы ҡалдырып китмәгәндәр. Халыҡ һаны ла үҫкән. Әлеге ваҡытта ул йылдарға ҡарағанда хәл ҡырҡыуыраҡмы әллә?
- Ниңәлер беҙҙең республикала йәшәүе үтә лә ауыр. Нимә алһаң да беҙҙә шул тиклем ҡиммәтселек. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенә барһаң, аҙыҡ-түлек күпкә арзаныраҡ. Икенсеһе - халыҡты эшһеҙлек йонсота. Аҡһарыла ла эшһеҙҙәр ныҡ күп. Ауылда мал аҫырап йәшәйем тиһәң, беҙҙең 700 гектар тирәһе еребеҙҙе һыу баҫты. Ошо һыу һаҡлағысты эшләп, беҙ туғайлыҡһыҙ, бесәнлекһеҙ, еләклекһеҙ, бөрлөгәндәрһеҙ, күлһеҙ, көтөүлек ерҙәрһеҙ ҡалдыҡ. Был һыу һаҡлағыстың беҙгә бер ҙә файҙаһы юҡ. Бесәнде һатып алалар, ә ул ҡиммәт. Етмәһә, мал һуйыуҙы ла ҡатмарлаштырып, махсус билдәләнгән урында, цехта ғына һуйырға, тиҙәр.
- Төпкөлөрәк ауылдар менән сағыштырғанда һеҙҙең ауыл юл ситендә ултыра, йәшәү өсөн уңайлы, ә бына башҡаларға ни эшләргә? Мәҫәлән, Тимербай, Яманһары ауылдары төпкөлдә бит?
- Уларҙа юл юҡ, ә йәшәү сығанағы өсөн мал аҫрауға бесәнлектәре күп.
- Отрадала сығып әйбер һаталар ҙа инде, ниңә Аҡһарыла шулай эшләмәҫкә?
- Мин был хаҡта уйлағаным бар, бешкән ауыл икмәге, пирожкиҙар менән эҫе сәй һатырға була, ысынлап та. Ләкин уның өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары юллауы ауыр, тиҙәр. Хәҙер тикшереүселәр өҫтөнә тикшереүселәр күбәйҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ үҙе лә ауыр, күтәрелергә лә йыбаналар. Бигерәк тә йәштәр эшләп өйрәнмәгән.
- Ошондай тормошҡа халыҡ үҙе ғәйепле тиһегеҙ, ә халыҡ өндәшмәй. Мәҫәлән ФАП-тымы, мәктәптеме яптырмайбыҙ тиһәләр, халыҡты тыңламайҙармы?
- Халыҡ өндәшеп тә кем уларҙы тыңлай ҙа, кем улар һүҙенә ҡолаҡ һала? Унан һуң, үҙең әйтмешләй, тыңламайҙар ҙа, халыҡ та миңә теймәһәләр булды тип, ситтә ҡалырға тырыша.
- Икенсе яҡтан подушевое финансирование тигән нәмә бар. Мәктәптә 2-3 бала уҡый икән, был мәктәпте береһе лә аҫрамаясаҡ. Элек нисек ине һуң?
- Элек йыйылыштар булһа, ғәҙелһеҙлектән халыҡ бер-береһенең яҡаһынан алырға әҙерҙәр ине. Демократия көслө булды, партия, профсоюз булды. Хәҙер проблемаларҙы хәл итә торған органдар юҡ. Ире ҡатынын туҡмаһа ла, полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итһәң, үлмәгән бит, тип яуап ҡайтаралар. Элек профсоюз, халыҡ судтары ҡыҫты ундайҙарҙы, шуға ла тәртип булды. Яҡшы эшләгәндәрҙе күрә белделәр.
- Полиция яҡламай, власть ишетмәй, эш юҡ. Шулай булғас, ниңә йәштәр тормош ҡорһон, йәш килендәр бала тапһын? Мин яфаланып йәшәйем, балам да хәйерсе буласаҡ тип уйлайҙар йәштәр, минеңсә.
- Элек һәр ғаиләлә 9-10-ышар бала ине. Хәҙер берәү, уҙа барһа, ике бала. Аҡса түләп тә бала таптырып булмай йәштәрҙән, сөнки ябай халыҡтың йәшәйеше, яҙмышы ҡыҙғаныс. Элек эш булды, кеше 4 класты тамамлаған белеме менән дә үҙенә эш тапты. Ышаныслы хеҙмәт хаҡы ла бар ине. Кока-кола, һыраға аҡса сарыф итә торған ғәҙәт булманы.
- Хәҙер муниципаль органдарҙа хәлде яҡшыртыу өсөн төрлө программалар бар кеүек, ләкин ул ғына аҙ шикелле. Яңыраҡ Мәскәүҙең тыуған көнө булды. Шул сараны үткәреү өсөн көнөнә 742 млн сарыф иткәндәр, ә ауыл территорияларын үҫтереү программаһына Рәсәй буйынса барлығы 700 млн һум ғына бүленгән, был бит көлкө. Мәскәү халҡы ошо аҡсаны бер көндә “ашаны”, шулай булғас, ҡайҙа ғәҙеллек?
- Ғәҙеллек юҡ, шул тиклем ҡыҙғаныс. Яр ситенә сығарып ташлаған балыҡ кеүек. Һыуға төшһә, суртан тота, ер өҫтөнә сыҡһа һыуһыҙ үлә.
- Элек кейем дә, аш төрө лә булмаған бит, шулай ҙа һеҙҙең бала сағығыҙға, йәш сағығыҙға әйләнеп ҡайтһаҡ, ниндәй хыялдарығыҙ бар ине?
- Уҡыйым, ҙур кеше булырмын, ата-әсәйемде ҡарармын, тип уйлай торғайным. Ул заманда уйынға сыҡһаҡ, аяҡ кейеме юҡ, аяҡҡа аҡбалсыҡтан тәпешкә төшөрөп, ҡара күмер менән бау яһап бара торғайныҡ. Шулай ҙа күңелле булды.
- Хәйерсе заман булған, ә шулай ҙа күңел бай булған, тимәк?
- Хәҙер ауылда халыҡ бер-береһен күрмәй, берҙәмлек бөтөнләй юҡ. Байҙар һәм ярлыларға бүленгәндәр. Элек берәү бесән өйһә, барыһы ла ярҙамға килде, утын ярһа, башҡалар ҙа балта менән килә ине. Иң мөһиме - аҡса һорау бөтөнләй булманы, хәҙер бушҡа түгел, аҡсаға эшләүсене лә табып булмай.
- Һеҙ 40 йылға яҡын районда эшләгәнһегеҙ, ауыл темаһы һеҙгә яҡын, 90-сы йылдарҙы күҙ алдына килтерәйек, ҡым-ғырыз китте, СССР заманы тарҡалды, Ельциндың, колхоз-совхоздан үҙегеҙгә нәмә кәрәк, барыһын да алығыҙ, тигән һүҙҙәре лә булды, совхоздар тарҡалды. Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында тигән кеүек, ошонан башланманымы икән ауылдарҙағы ярлыға һәм байға бүленеүҙәр, ҡатламдар?
- Эйе, шул ваҡыттан башланды.
- Совхоздар тарҡалғанда йылғырыраҡтар байып ҡалды, ғәҙел булдымы шул саҡта?
- Ҡайҙан ғәҙел булһын? Кемдәрҙең ҡулында булған, шулар үҙҙәренә алһындар ҙа, башҡаларға ла эш бирһендәр ине, шулай яҡшы булыр ине. Ә улар үҙҙәренә алып бөтөп, колхоз-совхоздарҙың, нигеҙҙәрен ҡороттолар. Кешеләргә бер нәмә лә юҡ.
- Һаҡлап ҡалып булмай инеме ни хужалыҡтарҙы? Шул саҡта берәй патриот булманымы икән? Элек бер колхоз рәйесе ҡайтып, ауылын күреп йөрәге шартлап үлгән тиҙәр, шул йөрәге ярылып үлерҙәй етәкселәребеҙ ҡайҙа булған 90-сы йылдарҙа?
- Буламы ғына түгел, ә һаҡлап ҡалырға кәрәк ине.Әле миңә ерҙәр йәл, бөгөнгө көндә технология, техника, ашлама юҡ, ә ерҙәрҙе ашатырға кәрәк.
- Үҙегеҙ әйтмешләй, ауылдарҙы колхоз-совхоз тотҡан бит. Ә бына аҙаҡҡы 15 йылды алһаҡ, районда 26 меңгә яҡын халыҡ йәшәгән, 2017 йылда 23 меңдән саҡ ҡына артығыраҡ кеше. 15 йыл эсендә беҙ 2 меңдән артыҡ кеше юғалтҡанбыҙ. Етмәһә пропискала ғына тороп, ауылдарына һирәк кенә ҡайтҡан кешеләр һанын берәү ҙә белмәй. Әгәр быны ла иҫәпкә алһаҡ, хәлдәр тағы ла насарыраҡ. Хрущев заманында ла ауылдар бөткән, әле лә Рәсәйҙә бер көндә 3 ауыл юҡҡа сыға, тиҙәр. Ошонан сығып, киләсәктә районда нимә ҡалыр? Ермолаево һымаҡ ҙур ауылдар ғынамы? Сөнки, статистик мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Шәбағыштан башҡа барлыҡ ауыл советтарында ла халыҡ һаны кәмей.
- Әле беҙҙә хәл тотороҡло. Һыу ҙа буш, урамдарҙа свет янып тора, байрамдарҙа ла һыйыр һуйып, уйнап көләләр, мал ҡарайҙар - был ауыл хужалығы булыуҙан. Киров исемендәге ауыл хужалығы рәйесе Рәмил Туҡаев нисектер халыҡты тоторға тырыша, эш хаҡын да түләй.
- Ауылда йәшәгән, әле китеп өлгөрмәгән йәш кешеләргә нимә тип әйтер инегеҙ?
- Тырышып-тырмашып йәшәр кәрәк. Ауылдарҙа буш торған объекттарға йәштәрҙе ҡайтарып, субсидия алып, мал үрсетергә өндәр инем. Айырым өйҙәрендә үҫтерәләр ҙә ул ауыр бит, ләкин бергә ойошоп эшләһендәр ине. Үҙҙәренең ерҙәренә үҙҙәре хужа булһындар.
- Күҙ алдына килтерәйек, һеҙ йәш кеше ти, эшегеҙ юҡ, ауылдан сығып китер инегеҙме?
- Юҡ, мин ауылда ҡалыр инем. Берәй юлын уйлап табырға була, берәй нимә ойошторор инем.
- Һеҙҙең ҡарашҡа ниндәй ауылдар бер 10-20 йылдан юҡҡа сығырға тора?
- Ҡунаҡбай бөтөр, хәҙер бик йөрөмәгәс башҡа ауылдарҙың хәлен белмәйем.
- Бөгөнгө көндә ауыл мәнфәғәтен яҡлаған кеше бармы?
- Депутаттар һайлайбыҙ ҙа ул, әммә уларҙан бик файҙа юҡ һымаҡ.
- Һеҙҙең ауылда эсеүселәр күпме, ағинәй булараҡ берәй эш алып бараһығыҙмы?
- Беҙҙә үҙебеҙҙең ауылдыҡылар эсмәй, ә бына ситтән килгән кешеләр күп, ана шулар шешә менән дуҫ. Типһә тимер өҙөрҙәй бер егет эсеп йөрөй, улай ярамай һин бит йәш, өйләнергә кәрәк тип өгөтләйем. Эсә инде, донъяһы ла бар үҙенең, ҡатыным юҡ, яңғыҙмын, ти. Әллә күпме әйтеп ҡараным эсмә, бисә ал, тип, береһе лә юҡ, ти. Былай эсеп йөрөһәң, кем килһен һиңә, айны, тип тә ҡараным. Үҙе килә лә, инәй, яныңда ултырып торайым әле, ти. Яңғыҙлығы үҙәгенә үткән бахырҙың, һөйләшер кешеһе лә юҡ. Ауылда эскән ҡатындың балаларын алған саҡта ла ағинәйҙәр хәл итһен, тиҙәр. Ағинәйҙәр генә ауылды ҡотҡара алмаясаҡ. Урамды таҙа тотһондар, сүпләмәһендәр, тиҙәр беҙгә. Урам буйлап сүп түкмә тип йөрөү ағинәйҙәр эше түгел, беҙҙең бурыс халыҡты тура юлға йүнәлтеп ебәреү. Шуныһы ҡыуандыра ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ойошмаһы төрлө һөйләшеүҙәр алып бара, көрәшәбеҙ, бәлки берәй йүне сығыр. Шуға өмөтләнәм.
- Гөлсөм апай, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, артабан да шулай әүҙем булып ҡалығыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ әңгәмәләште
Айгөл ХАЛИҠОВА яҙып алды