Все новости
Йәмғиәт
26 Сентября 2017, 14:31

УЯУЛЫҠ КӘРӘК ЗАМАН

Респбуликала һуңғы мәл тел, милләт проблемаларына ҡарата ығы-зығы бара, кем ҡайҙа нисек – ябай халыҡтың тиҙ генә башына барып етерлек түгел. Ошо йәһәттән, кисә район хакимиәтендә конфессия-ара совет ултыршы булды.

Респбуликала һуңғы мәл тел, милләт проблемаларына ҡарата ығы-зығы бара, кем ҡайҙа нисек – ябай халыҡтың тиҙ генә башына барып етерлек түгел. Ошо йәһәттән, кисә район хакимиәтендә конфессия-ара совет ултыршы булды.

Ултырышта Совет ағзаларынан тыш ойошма-предприятие етәкселәре, ауыл башлыҡтары, көс структуралары (именлек хеҙмәте менән прокуратура вәкилдәре генә булманы ниңәлер), дини әһелдәр ҡатнашты. Тәүге һорау буйынса район мәғарифы бүлеге начальнигы Лира Тереғолова телмәр тотто (барлыҡ шау-шыу тап белем биреүгә ҡағыла бит). Лира Рафаэль ҡыҙы Көйөргәҙелә барыһы ла тәртиптә, балалар 4 телдә белем ала (башҡорт телендә 796, татар телендә 182, рус телендә 1344, 60 самаһы бала сыуаш телендә туған телде өйрәнә, һәммә бала иҫәбе 2180), Путин Марий Элда көсләп уҡытырға ярамай милли телде тигәндән һуң, район буйлап прокуратура тикшереп сыҡты, һәр ата-әсәнән “Һине көсләп башҡорт теле уҡытырға ҡушманылармы?” тигән һорау бирелде, был йәһәттән беҙҙә барыһы ла яҡшы, тине. 105 уҡыусы башҡорт телен өйрәнеүҙән баш тартҡан. Бар башҡорт теле уҡытыусылары ла эшле, урамға сығарылып ебәрелмәне береһе лә. Бына уҡыу әсбаптары менән генә проблема –милли телдәге уҡыу китаптары федераль реестрға кермәгән (Мәғариф министрлығында кемдер ошо арҡала яза алды), был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителер тип ышаныс белдерҙе Тереғолова. Дөйөм алғанда беҙҙә ҡарауыл ҡысҡырыр өсөн сәбәп юҡ, балалар туған телдән олимпиадаларҙа ҡатнаша, төрлө саралар үткәрелеп тора.

Артабанғы сығыш яһаусы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова булды. Уның сығышы мәҙәниәт дуҫлыҡты нығыта тигәнде иҫбатлауға ҡайтып ҡалды. Районда барса йәшәгәндәрҙең башҡорттар 42,6%, рустар 32,7%, татарҙар 14,6%, сыуаштар 7,3%, ҡалған милләт 2,8% тәшкил итә. Ошо халыҡтарҙы тәү сиратта мәҙәниәт берләштермәй нимә берләштерһен? Әллә күпме саралар үткәрелеп тора – быйыл туғыҙ айҙа ғына 7 250 сара уҙғарылған. Сығыш бик оптимистик яңғыраны, ситтән ҡарағанға район мәҙәниәт буйынса Мәскәүҙең үҙен дә уҙҙыра һымаҡ тойолорға мөмкин ине. Башлыҡ Әхәт Ҡотлоәхмәтов былай уйламаны: «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» үткәрҙек тинегеҙ – нисә байрам булды барыһы? Бер «Шәжәрә», бер Ауылдаштар байрамы, һеҙ ошоно күккә күтәреп һөйләп тораһығыҙ. Беҙ яҙҙан уҡ әйттек, байрамдар ойоштороғоҙ, халыҡты туплағыҙ тип, кем быны эшләне? Байрам ашап-

эсеүҙе аңлатмай, башлыҡтар халыҡты күрә, кеше үҙ-ара аралаша, берләшә, татыулаша. Һеҙ егерме кешене йыяһығыҙ ҙа бына байрам булды тиегеҙ, кәрәкмәй отчет өсөн саралар үткәрергә, ерлеге булһын һәр сарағыҙҙың.

Был тәнҡиттән һуң Көйөргәҙенең рустары соборын етәкләүсе Василий Копылов сыҡты трибуна артына. Тик тәнҡит уға бик тәьҫир итмәне булыр, ул да шуны шулайттыҡ, быны былайттыҡ тигәнгә оҡшаш һөйләне. Унан һуң сығып баҫҡан башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмтовтың сығышы һутлы, эмоциональ булды. Үҙ иркенә, теләгәнсә генә башҡорт телен өйрәнеүҙе ҡалдырһаҡ, беҙ яҙыу телен онотабыҙ тине. Сиған милләтенә әүереләбеҙ – этә-төртә һөйләшә аласаҡбыҙ, ә әҙәби телде, яҙыуҙы онотасаҡбыҙ. Районда, шөкөр, барыһы ла дуҫ йәшәй, мин ҡайҙа барһам да башҡортса һөйләшәм – аңламаған кеше һирәк. Тарҡылаш тигән нәмә юҡ, бына һеҙгә миҫал. Яңыраҡ Баймаҡҡа барҙылар йәштәр форумына, делегацияны рус кешеһе етәкләне, татар менән башҡорт кешеһе урындар алды. Үҙ телебеҙҙә йырлайыҡ, бейейек, аралашайыҡ, тип ООН сәхнәһендә сығыш яһағандай юғары нотала бөтөрҙө һүҙен Юлай Юныс улы. Башҡа сығыш яһаусыларға алҡышлау булманы, бының телмәренән һуң ҡул саптылар.

Татарҙар еткәсеһе И. Нәзмиев һөйләп торманы (яңыраҡ ҡына уның телмәре тыңланғайны), сыуаштар башлығы С. Иванова ауырыу сәбәпле була алманы.

Аҙаҡтан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люциә Хәмитованың да эмоцияға тулған сығышы булды. Тыныс ҡына йәшәгән тормошобоҙҙо кемдер боҙорға теләй икән, беҙ – ошонда ултырған һәр беребеҙ быға сик ҡуйырға бурыслы. Уйын эшме ни, Сүриәлә райондан ике кеше һуғышып йөрөй, ҡайҙа ҡараныҡ, ниңә халыҡтың ни менән йәшәгәнен күрмәйбеҙ, тип борсолдо урынбаҫар. Бигерәк тә дини кешеләр, һеҙ халыҡ менән көн дә аралашаһығыҙ, кем нимә эшләй, нимә уйлай белергә тейеш. Участковый инспекторҙар бар, улар өй беренсә йөрөргә тейеш, беҙ бит кешенең паспортын да тикшерә алмайбыҙ, һеҙгә мөмкин был эш. Юҡһа, әле генә бер кешенең 8 йыл пропискаһыҙ йәшәүе асыҡланды.

Һүҙҙе йомғаҡлап район башлығы йәнә бер ҡат халыҡ менән тығыҙ эшләргә саҡырҙы, донъялар әллә ҡалай, һәр бер кешегә ышанып бармаҫҡа (бөткәнме ни беҙҙә үҙ файҙаһын уйлап кешене гонаһҡа эткән бәндәләр), һаҡ, уяу булырға саҡырҙы – уяулыҡ, кешене кешенән айырыу беҙгә, ысынлап та, ныҡ кәрәк заман.

М. ИЛЬЯСОВ

А. ХАЛИҠОВА фотоһы
Читайте нас: