Все новости
Йәмғиәт
29 Сентября 2017, 14:36

БАРЫР УРЫН БАР

Байраммы әллә ябай бер көнмө был? Бер танышым: «Минең ике генә байрамым ҡалды: Ололар көнө һәм пенсия алған көн», - тип шаяртырға ярата. Беренсенән, беҙ, ҡарттар, пенсияны йылына 12 тапҡыр алабыҙ. Шулай булғас, ике байрам түгел инде. Икенсенән, уның ошондай шаяртыуы хаҡында бәхәсләшеп тормайым. Пенсия алыу уның өсөн байрам икән, әйҙә шулай булып ҡалһын. Беҙҙең Рәсәйҙә оптимистар күберәк. Шуға ла пенсионерҙарҙың күбеһе, тормош ауырлыҡтарына ҡарамайынса, был көндө үҙҙәренең оло байрамына һанай.

Байраммы әллә ябай бер көнмө был? Бер танышым: «Минең ике генә байрамым ҡалды: Ололар көнө һәм пенсия алған көн», - тип шаяртырға ярата. Беренсенән, беҙ, ҡарттар, пенсияны йылына 12 тапҡыр алабыҙ. Шулай булғас, ике байрам түгел инде. Икенсенән, уның ошондай шаяртыуы хаҡында бәхәсләшеп тормайым. Пенсия алыу уның өсөн байрам икән, әйҙә шулай булып ҡалһын. Беҙҙең Рәсәйҙә оптимистар күберәк. Шуға ла пенсионерҙарҙың күбеһе, тормош ауырлыҡтарына ҡарамайынса, был көндө үҙҙәренең оло байрамына һанай.

Кемдәр һуң «оло йәштәге кешеләр»? Төрлө составтан булған был кешеләр бар халыҡтың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә. 2017 йылдың 1 ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса, Күмертауҙа 20906 пенсионер йәшәй. Ҡала халҡының өстән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итә улар. Беҙҙең арала 50 йәшлек «йәштәр» ҙә, 90 йәшлек оҙон ғүмерлеләр ҙә бар. Бөгөнгө көндә ҡалала 33 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы йәшәй. Уларҙың барыһы ла тиерлек 90 йәште уҙғандар. Ошо хөрмәтле оло йәштәгеләргә тағы ла һуғыш йылдарында тылда хеҙмәт иткән хөрмәтле 590 кеше ҡушыла. Артабанғы пенсионер-ветерандар категорияһына 8790 кеше инә. 4179 пенсионер әлеге көндә лә төрлө өлкәлә эшләүен дауам итә. 559 хәрби хәрәкәт ветерандары йәғни, икенсе төрлө әйтһәк, яугир-интернационалистар йәшәй. Уларҙың күбеһе пенсия йәшенә еткән йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия ала.

Оло йәштәге кешеләрҙең үҙҙәренең йәмәғәт ойошмаһы — ветерандар советы бар. Ҡайһы берәүҙәр һаман да, был ойошма тик һуғыш ветерандары өсөн генә, тип уйлай. Гәзит уҡыусыларға ойошманың тулы исемен хәтергә төшөрөп үтмәксемен — Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы. Быйыл республика ойошмаһы 30 йыллығын билдәләй. Ҡала советына хөрмәткә ҡаҙанған 37 ағза һайланды.

Советтың төп эшмәкәрлеге — һуғыш, тыл ветерандарын яҡлау, йәштәргә хәрби һәм илһөйәрлек тәрбиә биреү, барлыҡ оло йәштәгеләргә төрлө килеп тыуған проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күһәтеү, беренсел ветеран ойошмалары эшенә мөмкин тиклем күберәк пенсионерҙарҙы йәлеп итеү. Аңлатып үтәм, ветерандар советы — әһәмиәтле матди һәм финанс сығанаҡтары булмаған йәмәғәт ойошмаһы. Беҙҙең ярҙам — кәңәш биреү, ойошма-предприятиелар етәкселәренә һәм власть органдарына мөрәжәғәт итеү.

Бөйөк рус яҙыусыһы Ф. Достоевский: «Кешенең барыр урыны булырға тейеш», - тигән аҡыллы фекер әйтеп ҡалдырған. Бының менән мин ҡалала йәшәүсе оло йәштәгеләрҙең үҙҙәренең шатлыҡтары һәм борсолоуҙары менән бүлешер өсөн килер урындары бар икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем.

Ә хәҙер Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Күмертау ҡала советы исеменән ҡаланың әлеге һәм буласаҡ ветерандарын Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең именлеген һәм иң мөһиме — илебеҙҙә һәр саҡ тыныс күк йөҙө булыуын теләйем!
Читайте нас: