Все новости
Йәмғиәт
29 Сентября 2017, 14:38

ОЛОЛАРҒА НИ ЕТМӘЙ?

Үткән быуаттың 80-се йылдарынан башлап Рәсәйҙә оло йәштәгеләр һаны артҡандан-арта бара. Шуға күрә Пенсия фондына ла уларға пенсия түләү йылдан-йыл ауырға тура килә. 2017 йылда ла илебеҙ халыҡтарының ҡартайыуы дауам итәсәк, ти белгестәр.

Үткән быуаттың 80-се йылдарынан башлап Рәсәйҙә оло йәштәгеләр һаны артҡандан-арта бара. Шуға күрә Пенсия фондына ла уларға пенсия түләү йылдан-йыл ауырға тура килә. 2017 йылда ла илебеҙ халыҡтарының ҡартайыуы дауам итәсәк, ти белгестәр.

1981 йылда пенсионерҙарҙың һаны 27 417 000 булған. Ун биш йылдан һуң был һан 37 083 000-кә еткән. 2016 йылда пенсия йәшендәгеләрҙең һаны 42 729 000-гә еткән. Ә был инде илебеҙҙең 30% халҡын Пенсия фонды тәьмин итә тигәнде аңлата.

Башҡортостанда әлеге көндә 60 йәште үткән 773 000 кеше йәшәй. Уларҙың 13,7 меңе 90 йәштән үткәндәр.

Көйөргәҙе районы буйынса 6 600, Күмертауҙа 20 906 хаҡлы ялдағылар иҫәпләнә.

Ололар үҙҙәренең тормошонан ҡәнәғәтме икән? Уларға бөгөнгө көндә нимә етмәй? Шул турала һорашып ҡараныҡ.

Ринат ҒҮМӘРОВ, 60 йәш, Күмертау ҡалаһы:

- Мин ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, 52 йәшемдә үк выслугаға сыҡһам да, һаман да эшләп йөрөйөм әле. Балалар бәләкәй саҡта бигерәк тә аҡса күп кәрәк. Шулай уҡ ҙурайғас та уҡытырға кәрәк уларҙы. Әле улым уҡып йөрөй. Уға ярҙам итәм. Пенсия аҡсаһы ғына етә торған нәмә түгел инде. Етмәй. Йәшәү минимумынан әҙ генә юғары инде. Пенсионерҙарға нимә етмәй һуң? Булмаған һаулыҡтары етмәй, тип яуап бирер инем был һорауға. Ә ул һаулыҡты нығытып торор өсөн әлеге лә баяғы пенсияның аҙ булыуы ҡамасаулай. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ бит инде: сит илдәрҙә йәшәгән хаҡлы ялдағылар үҙҙәренең пенсия аҡсаһына донъя буйлап круизға сығып, рәхәтләнеп ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡайталар. Ә беҙҙекеләрҙең пенсияларына, хатта, 10 йылға бер тапҡыр ҡайҙалыр ял итеп ҡайтырға мөмкинлектәре юҡ. Ҡала ерендә йәшәгән пенсионерҙарға ҡыйын инде бигерәк. Ярты пенсияң тиерлек торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн китә, ҡалғанын тартып-һуҙып икенсе айға тиклем еткерергә тырышаһың.

Ғөмүмән әйткәндә, был ҡарттар көнө — бик бәхетле көн ул. Бар кешегә лә ҡартайыу бәхете теймәй бит әле. Минең кеүек 60 йәшкә етеү — үҙе ҙур бәхет. Бик күптәр төрлө сәбәптәр арҡаһында ул йәшкә лә етә алмай, бик йәшләй яҡты донъяларҙан китеп баралар. Оло йәштәгеләрҙең барыһын да ошо иң бәхетле көндәре менән ҡотлайым. Һаулыҡтан айырмаһын. Һаулығыбыҙ булһа, барыһы ла булыр!

Сания СИРАЖЕТДИНОВА, 69 йәш, Шәбағыш ауылы:

- Әҙәм балаһына һәр ваҡыт нимәлер етмәй. Барыһы ла етһен өсөн үҙебеҙҙең тормоштан ҡәнәғәт булырға кәрәк. Әлеге заманда кешеләрҙә миһырбанлыҡ юҡ. Изгелек тигән нәмәнең дә бәйәһе төштө. Элекке замандар менән сағыштырып ҡарайым да, борон кешеләр шул тиклем бер-береһенә изге мөнәсәбәттә булды. Хәҙер ул изгелек ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Бер-беребеҙгә изге теләктә булһаҡ, әллә ҡасан коммунизм булыр ине. Бар нәмә хәҙер аҡсаға ҡалды. Ваҡытында эшләп эш хаҡы алдыҡ, хәҙер пенсия алабыҙ, Аллаға шөкөр. Әбей-бабайҙарҙың барыһына ла үҙҙәренең алған пенсиялары етә ул. Улар күбеһенсә балаларына ярҙам итергә тырыша. Беҙҙең балалар үҙҙәре беҙгә ярҙам итеп тора. Зарланырлыҡ нәмә юҡ. Булған әйберҙе ризалыҡ менән, ҡәнәғәтлек менән тотонһаң, һәр ваҡыт етә ул. Байрам уңайынан бар оло йәштәргә иҫәнлек-һаулыҡ, донъяларыбыҙҙың именлеген теләйем. Ил башлыҡтарына сабырлыҡ теләйем. Әле бына ҡыл осонда ғына торған кеүекбеҙ. Ил башлыҡтарыбыҙ сабыр булып, аҡыллы ғына эш итһәләр, донъяларыбыҙ ҙа алға китер ине. Алдағы тормошта ризыҡтарыбыҙ мул булып, именлектә, ҡәнәғәтлектә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын барыбыҙға ла.

Сәғәҙәт ЙӘРМӨХӘМӘТОВ, 77 йәш, Тимербай ауылы:

- Тормош иптәшем Рая менән ауылда көн итәбеҙ. Әле һаман да мал, ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ. Бер һыйырыбыҙ быҙауы менән, башмағыбыҙ бар. Әллә күпме пенсия алмаһаҡ та, Аллаға шөкөр, аҡсабыҙ етә. Ҡулдан килгәнсе улыбыҙҙың ғаиләһенә лә ярҙам итергә тырышабыҙ. Бесәнде үҙебеҙ эшләйбеҙ. Быйыл бесән дә эшләп торманыҡ әле, былтырғыһы күп ҡалғайны. Шулай уҡ картуф та сәсмәнек. Уның мәшәҡәте бик күп. Үҙебеҙгә ашарға картуф күп кәрәкмәй, һатып алырбыҙ ҙа ҡуйырбыҙ, тинек. Иң мөһиме — донъялар тыныс торһа, һаулыҡ булһа, башҡа бар нәмә лә бар. Пенсиябыҙ ай һайын килеп тора. Тормошобоҙ менән ҡәнәғәтбеҙ.

Миңлегөл ИБРАҺИМОВА, 65 йәш, Күмертау ҡалаһы:

- Ҡала ерендә йәшәгән кешегә пенсия етмәй, әлбиттә. Балалар ярҙам итә. Квартплата көндән-көн тиерлек үҫеп кенә тора. Бурысҡа алмаҫ өсөн ашау яғын ҡыҫырға тура килә инде. Ҡайҙалыр ял итергә, һаулыҡты нығытырға барғы килә лә ул, әммә уға беҙҙең пенсия аҡсаһын бер нисек тә еткереп булмай. Квартплатаңды бер ай ғына түләмәһәң дә, икенсе айына түләп тә бөтөрлөк түгел хаҡ килеп тә ята. Ял итергә барам тип, квартираһыҙ ҙа тороп ҡалырһың шунан. Шуға күрә ай һайын килеп торған бәләкәй генә булһа ла пенсиябыҙҙы барыһына ла еткерергә тырышып, Аллаға шөкөр итеп кенә йәшәп ятабыҙ. Донъялар, балалар имен булһын. Беҙгә шунан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй инде. Ошондай тормошобоҙға күнеп йәшәп тик ятабыҙ.
Читайте нас: