Все новости
Йәмғиәт
29 Сентября 2017, 13:56

Ремонт тамамланды

Ниһәйәт, район үҙәк мәсете “Рамаҙан”да ремонт тамамланды.


Аҡсаға ҡыҫырыҡ ваҡытта мәсеттәргә лә ҡыйын шул. Ремонтты июнь айында башлаған инек, ошо көндәрҙә тамамлап ҡуйҙыҡ тиергә лә була. Алла бирһә күтәрмәләрҙе генә яйлайһы ҡалды. Быйыл эсле-тышлы йүнәтеү эштәре яһалды. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар (сөннөтсө) намаҙ залы, уҡыу залы, ашхана, ҡуныу бүлмәләре, сисенеү урындары, тыш яҡтан нигеҙ ситтәре яңынан эшләнде.

Тыш яҡтан төҙәтеү эштәренә намаҙ уҡыусы ир-егеттәр ярҙамлашты. Эске яҡты, капиталь ремонт булғанға күрә, профессиональ һылаусы-ағартыусылар ялларға тура килде. Улар Илкәнәй ауылынан Миңзиә Әюпова һәм Күмертау ҡалаһынан Тамара Шәмиғоловалар. Эште еренә еткереп бик матур итеп башҡарҙылар. Уларға ла мәхәллә исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.

Изге теләктәр менән мәсет мәхәлләһе исеменән мөәзин Миниәхмәт ӘМИРОВ

Читайте нас: