Все новости
Йәмғиәт
29 Сентября 2017, 14:41

ЙЫЛЫ ТӘНДӘРЕНДӘ ТУҘҺЫН

Үткән шаршамбы көндө “Мин әле йәш конкурсы”на йомғаҡ яһалды.

Үткән шаршамбы көндө “Мин әле йәш конкурсы”на йомғаҡ яһалды. Редакцияға матур-матур, дәртле инәйҙәр килеп кереү менән һалҡын тойолған бинабыҙ йылынды ла китте. Бергәләп сәй эстек, байтаҡ ҡына төрлө темаларға әңгәмә ҡорҙоҡ. Инәйҙәр бейеп тә ебәрҙеләр, күңелдәре йомшарып илап та алдылар. Ҡунаҡтар араһында элекке хеҙмәткәрҙәребеҙ Урал Ҡәйүпов менән Эльфрида Талипованың да булыуы беҙҙе тағы ла ҡыуандырҙы.

“Юшатыр”ҙан инәйҙәргә бүләккә матур яулыҡ-шәлдәр булды, йылы тәндәрендә туҙһын. Килә алмағандарына ла бар, уларға ла барып етер бүләгебеҙ. Рәхмәт һеҙгә, илебеҙ тотҡалары, милләтебеҙҙең йәме, телебеҙҙең терәге. Оҙаҡ йылдар ауырыу-һыҙлау белмәй йәшәргә яҙһын һеҙгә, байрам менән!
Читайте нас: