Все новости
Йәмғиәт
6 Октября 2017, 14:26

КҮҢЕЛДӘРҘЕ ЙЫЛЫТТЫ

Зәк-Ишмәт мәктәбендә Оло йәштәгеләр көнөнә матур байрам ойошторолдо. Беҙҙең өсөн клуб хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, ағинәйҙәр бик шәп концерт программаһы әҙерләгәйне. Унда Альмира Сиразетдинова һүҙҙәренә Йәүҙәт Усманов көйөнә йырҙар яңғыраны.

Был көндө ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Светлана Ишмөхәмәтова һәм мәктәп уҡытыусыларынан ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Петр Капустин, «Ағинәйҙәр», «Райхан» төркөмдәренең йырҙарын кинәнеп тыңланыҡ, ә Альмира Сиразетдинованың шиғырҙары күңелдәребеҙгә үтеп инде.

Байрамыбыҙ өҫтәл артында күмәкләшеп сәй эсеү, әңгәмәләшеү, яңылыҡтар бүлешеү менән тамамланды.

Рәмзиә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы

Читайте нас: