Йәмғиәт
6 Октября 2017, 09:41

КӨҘГӨ САҠЫРЫЛЫШ БАШЛАНДЫ

Егеттәрҙең иң тулҡынландырғыс, тормошонда ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙып ҡуйырлыҡ ваҡыты етте. Әрмегә алыу хаҡында приказ сыҡты.

Егеттәрҙең иң тулҡынландырғыс, тормошонда ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙып ҡуйырлыҡ ваҡыты етте. Әрмегә алыу хаҡында приказ сыҡты.

4 октябрҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев етәкселегендә саҡырыу комиссияһының тәүге ултырышы үтте. Комиссия составына хәрби комиссариат, эске эштәр бүлеге, мәғариф бүлеге, мәшғүллек үҙәге белгестәре инде.

Күмертау һәм Көйөргәҙе районынан барлығы 90 йәш егет алынасаҡ ил һаҡларға. Республика буйынса уларҙың һаны - 5 400.

Быйыл хәрби хеҙмәт менән бәйле ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә билдәле. Мәҫәлән, һалдат һурпаһы эсмәгән йәш егеттәр 10 йыл буйына юғары вазифа биләй алмаясаҡ. Шулай итеп, көҙгө саҡырылыш башланды. Ҡулдарына повестка алып өлгөргән егеттәребеҙ хәҙер инде медицина тикшереүе үтте. Күптәре әрме хеҙмәтенә яраҡлымы, түгелме икәнен дә белмәй әле. Һалдатҡа алыу 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Ил һаҡларға йыйынған егеттәребеҙгә аҡ юл теләйек.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан
Читайте нас