Все новости
Йәмғиәт
6 Октября 2017, 14:12

ӘСӘЙҘӘРҘЕ СИЛСӘҮИТ КЕНӘ КҮҘӘТЕП ТОРОРҒА ТЕЙЕШМЕ?

Үткән һанда Дедово утарында 85 йәшлек әбейҙең янып үлеүе хаҡында яҙғайныҡ. Был материал интернет селтәрендә «Вконтакте»лағы «Юшатыр гәзите» төркөмөнә лә ҡуйылды һәм бик күптәр үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Фәһем алырлыҡ, уйланырлыҡ урын бар...

Үткән һанда Дедово утарында 85 йәшлек әбейҙең янып үлеүе хаҡында яҙғайныҡ. Был материал интернет селтәрендә «Вконтакте»лағы «Юшатыр гәзите» төркөмөнә лә ҡуйылды һәм бик күптәр үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Фәһем алырлыҡ, уйланырлыҡ урын бар...

Әлфиә РӘЖӘПОВА, Күмертау ҡалаһы:

- Балалар ҡарарға тейеш! Бар ғүмерен үҙ өйөндә үткәргән, нигеҙен һыуытмаған әбей нишләп ҡартайған көнөндә сит тупһала йәшәһен инде ул.

Рима ЙОСОПОВА-ИШКИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

- Улар өсөн миңә оят, 4 балаһының береһендә әсәй тигән уй, нишләй, нисек йәшәй, һаулығы нисек, тигән үҙе әсәй, атай булған балалары ҡайҙа булған, уларҙың үҙҙәрен дә шул яҙмыш көтә, бәхет әсәйҙең аяғы аҫтында тигәндәр боронғолар, оят булһа ла яҙам, хайуандар ҙа шулай эшләмәҫ ине. Силсәүит тут причем, әсәй кеше бит силсәүитте үҫтермәгән, совсем совесть потеряли.

Хәлиҙә ҒӘНИЕВА, Нефтекама ҡалаһы:

- Кемделер ғәйепләргә кәрәк бит.

Сәлимә ТОЛОМБАЕВА, Өфө ҡалаһы:

- Үкенесле хәл, әлбиттә, өлкән йәштәге ата-әсәһен тейешенсә ҡарамаған балалары өсөн дә статья бар бит.

Миңленур АҠКУЖИНА, Өфө ҡалаһы:

- Үҙәк өҙөрлөк үкенесле хәл. Йәһәннәмдә йәшәйҙәрме икән ни был балалар әсәһен дә ҡайтып ҡарай алмағас? Әсә хаҡы бар бит. Кемде ғәйепләй алаһың?

Миләүшә МЫРҘАҒӘЛИНА-АЛЛАҒУЖИНА, Ишембай ҡалаһы:

- Кемдең, балалары була тороп, ҡарттар йортонда йәшәгеһе килһен инде? Үҙ ояһы булғас ҡасып ҡайтҡан инде меҫкен ҡарсыҡ. Алып ҡайтмаған сүрәттә лә аҙна һайын алмашлап килеп ҡарап торорға булған инде.

Ләлә АБДРАХМАНОВА, Межгорье ҡалаһы:

- Миҙал һәр ваҡыт ике яҡлы. Ситуацияны белмәйенсә, балаларын тикшереү урынһыҙ.

Рима ЙОСОПОВА-ИШКИНА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:

- Ниндәй генә булмаһын, ул - әсәй, уртаҡ тел табырға тырышырға кәрәк.

Минира ӘХМӘТШИНА, Өфө ҡалаһы:

- Әсәйҙәренә ниндәй хөрмәт күрһәтһәләр, үҙҙәре лә шундай хөрмәттә булыр, ти.

Венера АБДУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ районы:

- Әрнеүле үлем... Әй, илаһым, балаларҙың күңелдәренә тәүфиҡ, миһырбанлыҡ һал! Әсә рәнйеше төшөүҙән һаҡла!

Гөлдәр БУЛАТОВА, Баймаҡ районы:

- Белмәйенсә ғәйепләп тә булмай инде. Өлкән кеше балаларына барғыһы килмәгәндер. Улар көнө буйы эштә, барыбер яңғыҙың ултыраһың унда ла, лучше үҙ өйөмдә урамға сығып йөрөргә була тей бит өлкәндәр. Бер әбей ҡалаға барған тей ҡыҙына ҡунаҡҡа, икмәкте әҙ генә ашап бөтөрлөк кенә алалар тей икән, ауыл кешеһе ундай экономияға өйрәнмәгән бит, был ҡалаға бүтән бармайым, туйғанса икмәк тә ашап булмай бит, тип ҡайтҡан икән.

Сәлимә ӘБҮБӘКЕРОВА-ЙӘНБӘКОВА, Асҡын районы:

- Оло кешеләрҙең дә төрлөһө була, был әбей менән балаларының хәл-тороштары, мөнәсәбәттәре нисек булғанын беҙ белмәйбеҙ. Шулай ҙа әсә кешенең аяныслы үлеме, барыбер, балалары намыҫында. Аллаһ һаҡлаһын!

Лидия АЛТЫНАМАНОВА, Өфө ҡалаһы:

- Ҡуй инде... алла һаҡлаһын. Гөлдәр дөрөҫ яҙа, күбеһе ҡала тормошон үҙ итмәй ҡайта ла китә шул ауыл тип.

Нәсимә ПЕТРУХИНА, Аҙау ауылы, Архангель районы:

- Оло кешеләр ҡала тормошона өйрәнә алмайҙар бит. Ғүмер буйы ауылда йәшә лә, ҡалаға китеп дүрт стенала ултырып ҡара инде. Әле йәшерәктәре ҡалаға балаларына барып: «Тәҙрәнән тәҙрәгә ҡарап тик йөрөнөк», тиҙәр. Әле минең иҫтә өләсәй Ҡандраға нефтяник улына ҡунаҡҡа барып, әйткеләп ҡайтып киткән: «Ағайыңдар ауылда йәшәп ҡара икмәк ашамайҙар, гел аҡ икмәк кенә ашайҙар», - тип гел ҡара икмәк ашаған улы менән килененә әйткән. Хоҙай күрһәтмәһен инде юғарылағы хәлде, бер кемдән дә ғәйеп эҙләп булмай...
Читайте нас: