Все новости
Йәмғиәт
6 Октября 2017, 14:32

УЙНАНЫЛАР, КӨЛДӨЛӘР

Ололар көнөндә Шәбағыш ауылы клубында ҙур сара ойошторолдо. Оло йәштәгеләрҙе байрамға мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре саҡырҙы.

Ололар көнөндә Шәбағыш ауылы клубында ҙур сара ойошторолдо. Оло йәштәгеләрҙе байрамға мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре саҡырҙы.

Байрам концертынан тыш хөрмәтле хаҡлы ялдағы ауылдаштарыбыҙға төрлө уйындар, викториналар ҙа үткәрҙеләр. Йола буйынса байрам сәй эсеү менән тамамланды. Байрамыбыҙ бик йәмле үтте. Ололар рәхәтләнеп бер-береһе менән аралашты, уйнаны, көлдө, йырлап-бейеп тә алды.

Шәбағыш ауыл советы хакимиәте байрамды ойошторған һәм спонсор ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар Г.Т. Уразбаеваға, Ҡансыра башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы М.Н. Сәйфуллинаға һәм уның уҡыусларына оло рәхмәт белдерә.

Гөлназ РӘИМОВА-ӘБСӘЛӘМОВА
Шәбағыш ауылы

Читайте нас: