25 йыл элек беҙҙең ҡулдарға ваучер тотторҙолар. Был ҡағыҙ хаҡы 10 мең һум ине, уға дәүләт предприятиеларын һатып алырға була ине (күп итеп йыйһаң уларҙы). Ҡырағай капитализм заманында елле-елле заводтар арзан ғына хаҡҡа кемдеңдер ҡулына күсте. Ябай халыҡ кем араҡыға, кем ыштанға алмашып бөттө был ҡағыҙҙы. Донъялағы иң ғәҙел булмаған процесс был, тип атарҙар приватизацияны һуңынан. Әлеге барлыҡ газ, нефть, металл эшкәрткән завод хужалары, байҙар ана шул заман тыуҙырған, бер көндә байыған әҙәмдәр. Рокфеллерҙарҙы иҫкә төшөрһәк, улар нисәмә быуын эшләп байыған, беҙҙекеләргә вапшы рәхәт булды, рәхмәт ваучерға һәм дәүләткә. Ә һин ваучерыңды нишләттең? Ала алдыңмы ике «Волга» машинаһы? Ошондай һорау ҡуйғайныҡ «Юшатыр гәзите» төркөмөнә. Шулай уҡ райондың төрлө ауылдары, ҡала халҡынан да һораштыҡ.
Айбулат ИШНАЗАРОВ, Өфө ҡалаһы:
-Апайым ваучерҙы әллә ҡайҙа тыҡҡан, эй эҙләнек, тапманыҡ. Әсәй эй әрләне, эй әрләне уны аҙаҡ...
Вәсилә ҒӘБИТОВА, Күмертау ҡалаһы:
- Атайым менан әсәйем синтетик ковер һатып алдылар... Уны әле һаман да тотоналар.
Ләлә ИКБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
- Ә мин ГАЗПРОМ-ды 25 меңгә булһа ла «ярлыландырып» алдым))) Ә машина алырға, ҡыҙым 11 класты бөткән йыл ине, хыял ғына булып ҡалды...
Хәлисә ҒӘЛЛӘМОВА, Белорет ҡалаһы:
- Ята һандыҡ төбөндә... «МММ -нет проблем!» тинек тә, ҡайҙа, нисек, нимә эшләтергә икән, тип һораштырҙыҡ-һораштырҙыҡ, бер кем дә конкретно аңлата алманы. Ауыл ерендә ни... Аны биргәс-биргәс, кешегә нимә эшләтергә икәнен матур итеп өйрәтеүсе булһын ине. Бәлки, специально шулай эшләгәндәрҙер (аңлатмағандарҙыр), бөтәһе бер юлы байыһа, илдең байлығы етмәҫ ине...
Рәйсә СӨЛӘЙМӘНОВА, 77 йәш, Абдул ауылы:
- Беҙҙеке өсәү ине. Беҙ ҡарттар нимә эшләтергә лә белмәнек уны. Аптырап, уйланыҡ та барыһын да «Берлек» тигән бер нәмәгә алып барып тапшырҙыҡ. Тәүҙә 50, 70, 100 һумлап аҡса килгән булды ла, шуның менән бөттө.
Минира ИБРАҺИМОВА, 58 йәш, Бахмут ауылы:
- Аҡыллыраҡтар ҡайҙалыр һалып һаман да дивидендтарын ала, ә беҙ һаттыҡ та балаларға джинсы салбар һатып алып бирҙек.
Шаһи ҒАЗИН, 64 йәш, Бөгөлсән ауылы:
- Беҙҙең ул ваучер 4 штук ине. Барыһын да «Восток» банкына һалдыҡ. Тәүге айҙа бер нисә һум килде. Шунан бирле бер ниндәй аҡсаһын да күргәнебеҙ юҡ. Беҙҙең ауыл халҡының күбеһе шунда һалды.
Райхана КИЛМӘТОВА, 59 йәш, Ермолаево ауылы:
- Иҫләмәйем. Һаттыҡ, ахырыһы. Бартер заманаһы ине, шунда берәй кейем-фәләнгә алыштырып алғанбыҙҙыр.
Фәриҙә АБДРАХМАНОВА, 68 йәш, Күмертау ҡалаһы:
- Әй, балаҡайым, ул ваучер тигән нәмәнең бер файҙаһын да күрмәнем. Иптәшем шунда уҡ һатып эсте.
Флүр ВӘЛИЕВ, 54 йәш, Күмертау ҡалаһы:
- Ә кем белә уны. Әллә күпме ваҡыт үтте бит инде. Бер нәмә лә хәтерләмәйем. Берәй ҙур нәмә алған булһам, иҫләр инем, моғайын. Бик үк кәрәк булмаған нәмәгә тотонғанмындыр, күрәһең.
P.S. Ә һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, ваучерығыҙҙы нимәгә тотондоғоҙ? Берәй файҙаһын күрҙегеҙме? Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.
Розалия ҒӘЛИЕВА яҙып алды