Все новости
Йәмғиәт
6 Октября 2017, 14:30

ЙЫЛДАРЫ — БАЙЛЫҒЫ

Кем ул оло кеше? Белеүебеҙсә, оло кеше – йәш тә түгел, ҡарт та түгел, әммә ҡартлыҡҡа аяҡ баҫырға торған кеше.

Кем ул оло кеше? Белеүебеҙсә, оло кеше – йәш тә түгел, ҡарт та түгел, әммә ҡартлыҡҡа аяҡ баҫырға торған кеше. Ҡасандыр, 20 йәшлектәрҙе лә оло кешеләр иҫәбенә кереткәндәр. Ә “ололар” категорияһына нисә йәштән аяҡ баҫалар һуң? Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының классификацияһы буйынса 25 - 44 йәштәгеләр – йәштәр; 44 - 60 – урта йәштәгеләр; 60 - 75 – оло йәштәгеләр; 75 - 90 – ҡарттар. Кемгә 90 йәште үтеү бәхете эләгә, оҙаҡ йәшәүселәр категорияһына инә.

Йылдарым – байлығым, тиҙәр. Көслө рухлы, оптимист, тормошто, шул тормошта үҙҙәрен, бер нимәгә ҡарамай, кешелекте яратыуҙан туҡтамаған кешеләр ниндәйҙер йәш сиктәрен бар тип тә белмәй. Ошондай йәш һәм дәртле ололарыбыҙҙы Республика политехник лицей-интернатына саҡырып, хөрмәт иттек был аҙнала. Балалар уларға күстәнәскә йыр-бейеүҙәр, үҙҙәре эшләгән сувенирҙарын бүләк итте. Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән: Рифат Вахитов лицей музейына иләү станогының “йөрәге” һаналған экспонат тапшырҙы. Шулай уҡ быйыл ғына пенсия йәшенә еткәндәргә, тантаналы ант биргәндән һуң, “Йәш пенсионер” таныҡлығы тапшырылды. Элек уҡыу йортонда эшләп киткән Татьяна Абдрахманова уҡыусыларҙы лицей данын һаҡларға, матур итеп уҡырға өндәп, эшләп йөрөгәндәргә рәхмәт әйтеп, сығыш яһаны. Кисә тәмле сәй эсеү һәм яҡшы кәйеф менән тамамланды.

Ләлә ИКБАЕВА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: