Күркәм юбилейы алдынан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле хирург Ришат Рәҡип улы Вахитов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Ришат Рәҡипович, һеҙ 70-кә аяҡ баҫаһығыҙ, иғтибар итеп барһағыҙ, беҙҙең гәзит юбилярҙар менән күҙгә-күҙ ҡарашып йылы һөйләшеү үткәрә. Һеҙҙең менән дә бөгөнгө әңгәмәбеҙгә бик шатбыҙ.
Һеҙ Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районында тыуғанһығыҙ, яратып “сит кеше” тибеҙ. Ошоға үҙегеҙ нисек ҡарайһығыҙ?
- Башҡортостан элек ифрат ҙур булған бит, аҙаҡ бүлгәндәр, мейестән сыҡҡан ҡалас кеүек бүлеп өләшкәндәр. Беҙҙә Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Ағиш, Рауил Бикбаев, Ғабдулла Амантай кеүек халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай шәхестәр тыуған, шул арҙаҡлы улдарыбыҙҙы ла ситтәр исемлегенә керетәйекме улай булғас?
Мин үҙемде Башҡортостанда тыуған илемдә итеп тоям. Сөнки был изге төбәк - беҙҙең һәр беребеҙҙең дә тыуған бишеге, һәм унда беҙ ят бауыр түгел.
- Тыуған яҡтарығыҙға ҡайтып йөрөйһөгөҙмө, ул яҡтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең хәлдәре нисек?
- Рух көслө унда. Ерле халыҡ, борондан килгән. Элек немецтар тулғайны. Мәктәпкә барырға ла күрше немец ауылына ине, көн дә 4 км йөрөп 11 класҡа тиклем уҡыным. Хәҙер улар күсеп бөттө, күскән ваҡытта юлдарына 10-ар мең бирҙеләр.
Беҙҙең халыҡ бер ҡайҙа ла күсмәне, ата-бабаларының ҡандары тамған ошо ерҙә ҡалдылар. Колхоздар тарҡалғанда, әлбиттә, тетрәнеү кисерҙеләр. Шулай ҙа һәр кем тырыша, дәүләттән генә көтөп ултырып булмай. Фермерҙар бар, улар ҙа эшләй. Ләкин күптәрҙә, бындағы кеүек үк, ялҡаулыҡ көслө.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙы ҡалдырып китеүселәр өсөн йән әрней. Сөнки ауылдарыбыҙ бөтһә, ысынлап та, Ырымбур өсөн башҡорттар сит кешеләр буласаҡ.
- Һеҙҙе табип булараҡ ҡына түгел, ә үҙ халҡының патриоты итеп тә беләбеҙ. Бер заман ҡоролтайға яңы рәйес булып Әмир Ишемғолов килгәс, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Пермь, Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙы бергә тупларға, тигән фекер әйткәйне, һеҙ шуға нисек ҡарайһығыҙ? Шул милләттәштәребеҙ күсеп килһә, Башҡортостанда башҡорттар күбәйер ине.
- Берҙән, бының өсөн ныҡлы база булырға тейеш. Икенсенән, тыуған ер тигән нәмә бар. Тырышып ҡына үҙ ереңдә йәшәүгә ни етә? Эштең ояты булмай, эштән ҡурҡмаҫ кәрәк. Күмертауҙа 42 йыл эшләйем, отпуск ваҡытында бер ҡайҙа ла ял иткәнем юҡ, ә һәр саҡ өҫтәмә аҡса эшләнем. Һарайҙар ағарттым, балалар баҡсаһы, мәктәп, фермаларҙы ремонтланым, ҡыйыҡтарын да яптым, иҙәндәрен түшәнем, пилорамдан да ситтә ҡалмай торғайным. Унан тыш төнгөлөккә дежурствоға йыш ҡалдым. Ул саҡта берешәрләп дежур итә торғайныҡ. 1977 йылда Яңы йыл кисендә дежурҙа булдым. Шул төндә 37 кешене ҡабул иттем, һуҡыр эсәккә 2 операция эшләнем, ҡул-аяҡтары һынғандар ҙа күп килде. Хәҙер шулай булды, тип һөйләһәм, ышанмайҙар ҙа хатта. Бынан тыш иртәгеһенә эшкә лә ҡалаһың.
- Ә хәҙер регламент буйынса бер сирлегә 10 минут ҡына бүленә түгелме һуң?
- Кем уға ҡарап торһон инде. Бына мин апрель-июнь айҙарында көнөнә 100-әрләгән кеше ҡабул итәм. Мәктәпкә, балалар баҡсаларына барыусылар, студенттар был ваҡытта медосмотр үтә. Уларҙан тыш әллә күпме сирлеләр килә.
- Исемегеҙ күптәргә таныш, һеҙҙе барыһы ла хирург булараҡ белә, хөрмәт итә. Совет заманында ла эшләгәнһегеҙ, хәҙерге менән сағыштырғанда медицина ҡайһы ваҡытта яҡшыраҡ булды, үҙгәрештәр бармы?
- Заманса ҡорамалдар, технология күпкә алға китте, әлбиттә. Хәҙерге йәштәр ҙә компьютерҙы, теорияны, техниканы яҡшы белә, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешегә мөнәсәбәттәре бөтөнләй икенсе. Уларҙың эшкә килгәндә әҙерлектәре юҡ, халыҡ менән һөйләшә белмәйҙәр, уҡытыу системаһы шулай ҡоролған. Мин үҙем 4-се курста уҡығанда операция яһай торғайным. Врачтарға психолог та булырға кәрәк. Мәҫәлән, миңә килгән ауыл балаларына, һаумы, улым, әйҙә үт, исемең нисек, тип башҡортсалап өндәшһәң, уларҙың күҙҙәре янып китә. Үҙҙәрен ышаныслы тота башлайҙар. Сирле өсөн йылы һүҙ кәрәк.
- Медицина буйынса юғары уҡыу йортона инергә теләүсе ҡыҙҙар һәм егеттәребеҙ бик күп. Иң күп конкурс медицинаға, йәштәр уҡырға атлығып тора. Уҡырға инергә йүнәлтмә алалар ҙа аҙаҡ районға, хатта Күмертауға эшкә ҡайтмайҙар.
- Медицина, башың эшләп, эшеңде яратһаң, бына тигән һөнәр. Йылыла эшләйһең, хөрмәт тә бар. Әлбиттә, ауыр, мин уҡырға әрменән һуң индем, төркөмдә староста булдым. Бер сиректе уҡығас, 34 студентты ҡыуҙылар. Сөнки талаптар ҡаты ине. Бер көн дәрес ҡалдырһаң да, медицинала уҡып булмай. Шуға хәҙер уҡығандарҙың да яртыһы эшләмәй. Был һөнәрҙә тырыштар һәм түҙемлеләр генә уҡып, эшләй ала.
- Күптәр тарыған, интернет селтәрендә лә яҙылған бер миҫал һөйләйем әле. Поликлиникаға барһаң, кәмендә 5-6 анализ бирергә ҡушалар, врачтар шунда шунса сәғәттә килерһең, тиҙәр ҙә, үҙҙәре хатта күтәрелеп тә ҡарамайҙар, тупаҫ йөҙ менән ултыралар. Улар ҡушҡан ергә барһаң, түләүле хеҙмәт була. Ә ябай халыҡ аңламай ҡайҙа түләүле, ә ҡайҙа буш икәнен. Шул уҡ табип түләүлелә асыҡ йөҙ менән һине ҡаршы ала, ә ниңә түләүһеҙ ҙә ҡабул итмәй? Ҡыҙғаныс бит.
- Был - ахмаҡлыҡ. Миндә 22 мең бала, мин өлгөрөргә тырышам барыһын да ҡарайым. Түләүлегә береһен дә ебәрмәйем. Рәсәйҙең барлыҡ ерендә лә медицина буш икәнлеген аңлаһындар ине. Инженер йә башҡа һөнәр эйәһе насар булыуы ихтимал, тик насар табип булырға тейеш түгел. Мин дә көнөнә килгән 100-әрләгән кешемдең яртыһын төшкә тиклем ҡабул итеп, төштән һуң түләүлегә барып ултырып кеше аҡсаһын кеҫәмә һала алам. Аҡса өсөн генә эшләһәң, шулай ихтималдыр, бәлки, әммә был башҡа һыймаҫлыҡ эш. Мин һәр ваҡытта ла ҡулымдан килгәнсә ярҙам иттем һәм ярҙам итәсәкмен дә. Ҡайҙа ла ғәҙелһеҙлек. Кемдер көнөнә 100 кеше ҡабул итә, ә кемдер 6. Барыһына ла дәртләндереү аҡсаһы тигеҙ йә ундайҙарға күберәк тә килеп сығыуы ихтимал.
- Бер ҡыҙыҡ фекер ишеткән бар: табиптар бер ҡасан да ожмахҡа эләкмәй, сөнки Аллаһы Тәғәлә гонаһ өсөн ауырыу бирә, ә табип, уның эшенә ҡыҫылып, ауырыуҙарҙы дауалай килеп сыға. Был фекергә нисек ҡарайһығыҙ?
- Бына ҡарап ултырам да һеҙгә лә ярҙам һорап күп киләләр икән. Табиптар ғына түгел, ә һәр кем бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә тейеш. Минең эшләү дәүеремдә күпме ауырыуҙар булды. Хатта берәү йөрәге сәнселеп, фонтан булып ҡан сәптереп килгәйне. Ҡотҡарҙыҡ, Аллаға шөкөр. Хәҙер ул кеше шаярып, ағай, насар теккәнһегеҙ йөрәкте, аҙыраҡ эсеп алһам, йөрәгем сәнсә башлай ти.
- Халыҡтың һаулығы ныҡ насар, мәҫәлән, туберкулез менән Европаға ҡарағанда Рәсәйҙә 8 тапҡыр күберәк ауырыйҙар, үлемде әйтеп тораһы ла юҡ. Һеҙ балалар хирургы булараҡ әйтегеҙ әле, кескәйҙәрҙә ауырыу ҡайҙан килә, ата-әсәһенәнме, әллә экология насармы, әллә, башҡа сәбәпме?
- Иң беренсе дөрөҫ туҡланырға кәрәк. Дөрөҫ туҡланмауҙан да күп ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Элек халыҡ үҙенең итен, майын ашатҡан балаларына, ә хәҙер магазинға инеү менән кескәйҙәр нимә күрә шуны һорай. Ата-әсә лә балаларына был организмға зарарлы, ярамай тип аңлатыр урынға һатып ала. Мәҫәлән, сусҡа ите бит балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар ашханаларында бер ҡайҙа ла юҡ. Ул берҙән тиҙ боҙолоусан, икенсенән, төрлө ауырыуҙар бар унда. Холестерин ярамай тиҙәр, ул да сама менән булырға тейеш, май ашамаһаң да йөрәккә ауыр, шуға бар нимәгә лә сама кәрәк. Һәр милләттең ҡулайлашҡан үҙ аҙыҡтары була. Беҙҙең халыҡтың иммунитеты ла түбән, шуға спиртлы эсемлеккә лә тиҙ бирелә улар. Бигерәк тә тәмәке тартыу зарарлы, ҡан тамырҙары тарая. Был насар ғәҙәттәрҙе ҡулланмаһаң, 15-20 йылға ғүмерең һис шикһеҙ оҙоная. Уйлап ҡараһаң, донъя йөҙөндә иң бәхетле йән эйәләре ул – кешеләр. Беҙҙә 100 мең км оҙонлоҡтағы тамырҙар бар, Ер шарын 2,5 тапҡыр урап сыға ала, берәй ерең ҡырҡылһа ла, ул тиҙ арала уңала. Һаулыҡ өсөн хәрәкәт кәрәк, ә беҙ үҙебеҙҙе ялҡаулыҡ менән бөтөрәбеҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Күп йөрөгәндә бар тамырҙар ҙа эшләй, йөрәгеңә лә ярҙам итә. Шулай уҡ кешене көнсөллөк бөтөрә, ошо яман ғәҙәттән ҡотолор өсөн кешеләр менән йышыраҡ аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөшөргә кәрәк. Ҡунаҡ – ул күңел сафлығы өсөн кәрәк.
- Һеҙ бит сөннәтләйһегеҙ ҙә, бөгөнгө көндә сөннәтләүгә күп киләләрме? Ыңғай яҡтары бармы?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сөннәтләүгә күп кеше килмәй, барыһы ла аңлап етмәй бының мөһимлеген. Сөннәткә ултыртыу ул бит медицина күрһәткестәре яғынан да, профилактика яғынан да, дин буйынса ла ҡушыла. Сөннәтләү Америкалала 70%, немецтарҙа 60%, француздарҙа 54%. Сөннәтләнгәндән төрлө ауырыуҙар булмай, файҙаһы ла бик күп. Сөннәткә ултырырға күберәге балалар килә, күптән түгел 70 йәшлек ағай ҙа килде.
- Эшегеҙҙе яратып, бар йөрәктән башҡараһығыҙ, ауыл малайы булараҡ нисек табип һөнәрен һайларға булдығыҙ?
- Ғаиләлә 9-сы баламын, минән ҡала тағы икәү бар. Өс апайым, ике ағай мәрхүм булған. Элек бит ҡыҙылса килеп эләккән дә, температура 42 градусҡа күтәрелеп кешене ҡотҡара алмағандар. Ә хәҙерге заманда бер таблетка эсһәң дә ҡотҡара. Бына бит медицинаның ни тиклем алға китеше ҙур. Ошоларҙы ишетеп, күреп үҫкәс табип һөнәрен һайлағанмындыр, тип уйлайым.
- Әле лә ауыр заманда йәшәбеҙ. Төрлө ауырыуҙар килеп сыҡты, демография хөрт, ауылдарҙан халыҡ китә, телебеҙҙе лә яҡлар кәрәк. Һеҙ, аҡһаҡал булараҡ, киләсәк тормошто нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
- Хәҙер стрестан күп ауырыуҙар килеп сыға, шуға һәр кем үҙен һаҡлап, ваҡытында ял итергә тейеш, ә балаларға күберәк йүгерһендәр, тип әйтер инем. Туған телгә килгәндә, һәр ғаилә өйөндә үҙ туған телендә һөйләшергә тейештер. Үҙ телеңде хөрмәт итергә кәрәк.
- Ауыл ҡарттарына ҡараһаң, 70 йәштә таяҡ таянып йөрөйҙәр, ә һеҙ һаман йүгереп эшләп йөрөйһөгөҙ. Был йәштә һеҙгә нимәгә кәрәк эш? Үҙегеҙ әйтмешләй, ял итегеҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ йә, булмаһа, түләүле ҡабул итеүгә күсегеҙ.
- Мин бит йырларға яратам. Йырлап алһам, күңел бушай, ғөмүмән, йырҙан мин көс алам. Ә түләүле ҡабул итегеҙ тигәнгә, кешенең аҙаҡҡы аҡсаһын алып кеҫә ҡалынайтырға бер ҙә намыҫым етмәй. Шуға ла мин әле эшләйем, китһәм, кем көнөнә 100-әр кеше ҡабул итер? Барыһын да түләүлегә ебәрерҙәр, шуға көсөм бар икән, әлегә эшләйәсәкмен.
- Ришат Рәҡипович, шулай ҙа һеҙ мәңгелек түгел бит, һеҙгә алмашҡа килерҙәй балалар хирургы бармы?
Арттан булһа этеүсе, - тигән кеүек яҡшы табиптар күп ул, беҙҙең халыҡ башын аҫҡа эйеп эшләп тик йөрөй, ә уларҙы күреүсе лә, күтәреүсе лә юҡ.
- Шәхси тормошоғоҙ хаҡында ла һөйләп китһәгеҙсе?
- Пәйғәмбәр һораған бит, кем ул иң бәхетле ир, тип. Берәү бай кеше тиһә, икенсеһе яратҡан эше булыу тигән. Ә Пәйғәмбәр уңған ҡатының булыу иң бәхетле кеше тип яуап биргән. Мин дә шулай тип яуап бирәм. Тормош иптәшем Наташа бик уңған, миңә һәр яҡлап та ныҡлы терәк. Балаларым да Аллаға шөкөр.
- Ришат Рәҡипович, һеҙҙе үҙебеҙҙә күреүебеҙгә, йылы ла ҡыҙыҡлы ла әңгәмә ҡороуыбыҙға бик шатбыҙ. Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер һәм уңыштар теләйбеҙ.