Кисә районда Республика көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының финанс, мөлкәт һәм контракт мөнәсәбәттәр идаралығы департаменты директоры Рөстәм Анфир улы Фазлетдинов ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов үҙенең сығышында ауыл хужалығы өлкәһенә төп иғтибар бүлде. «Ауыл хужалығы - иҡтисадтың төп тармағы ғына түгел, ул күпселек халыҡтың йәшәйеше, уңыш нигеҙе, киләсәккә ышанысы. Район аграрийҙары көсө менән 118 мең тоннанан артыҡ иген урып алынды, уртаса уңыш гектарынан 20,2 центнер. 17 мең гектарҙа ужым культуралары сәселде. Әлеге көндә хужалыҡтарҙа 15%-тан күберәк көнбағыш йыйып алынды. 33 мең тонна бесән, 21 тонна сенаж, 30 тонна силос әҙерләнде», - тине ул һәм райондың башҡа уңыштары менән дә таныштырып үтте. «Торлаҡ» программаһы аша 5 млн. һумдан ашыу суммаға 5 танытма бирелгән, етем балаларға 9 млн. һумлыҡ 10 фатир алынған. Әлеге көндә 6,9 км оҙонлоғондағы Илкәнәй-Йомағужа автомобиль юлына 6 млн. 400 мең һумлыҡ ремонт эшләнеүе, 2019 йылда 100 млн. һумға Ермолаевола таҙартыу ҡоролмаһы киңәйтеләсәге хаҡында ла һөйләне, байрам менән ҡотлап, райондың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Хакимиәттең Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Рөстәм Фазлетдинов район халҡын байрам менән ҡотлағас, республика яңылыҡтары, уңыштары менән таныштырҙы. Хәҙер табиптарға ғына түгел, фельдшерҙарға ла дәртләндереү аҡсалары, йәш ғаиләләргә 300 мең һум бирелеүен телгә алды. Үлемдең бер аҙға кәмеүе хаҡында әйтте. Республиканың барлыҡ уңыштарында Көйөргәҙе халҡының да өлөшө ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район халҡының ветерандарға хөрмәт күрһәтеүен әйтергә онотманы.
Сарала «ЮжУрал-Ойл» йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа «Йыл етәксеһе — 2017», «Йыл предприятиеһы - 2017» сертификаттары тапшырылды һәм бында эшләгән бер нисә хеҙмәткәр иң-иңдәр исемлегендә билдәләнде. Республика көнөнә арналған сара байрам концерты менән дауам итте.