Все новости
Йәмғиәт
10 Октября 2017, 16:24

ОЛОЛАЙБЫҘ, ҘУРЛАЙБЫҘ

ОЛОЛАЙБЫҘ, ҘУРЛАЙБЫҘОло йәштәгеләр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Ə инде уларҙы айырым көндә ҙурлап, байрам саралары үткәреү һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнде.

ОЛОЛАЙБЫҘ, ҘУРЛАЙБЫҘ


Яҡшымбәттә лә был эштән ситтә ҡалмайҙар. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Гөлфиә Исхаҡова һәм Гөлшат Хәйбуллина етәкселегендәге үҙешмәкәр артистар күңелле концерт программаһы менән ҡотланы. Сарала «Искра» ауыл хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин һәм Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов та ҡатнашты. Байрам мәктәптә дауам итте. Унда ҡунаҡтарҙы район Советы депутаты Гөлнур Аҡһарова ҡаршы алып, мул табын артына саҡырҙы. Венера Бикмаева һәм Нурия Юлыева әҙерләгән һый ололар күңеленә хуш килде.

ƏӘ инде 5 октябрь – Уҡытыусылар көнөндә Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы тирә-яҡ ауылдарҙан мәғариф ветерандарын үҙенә йыйҙы. Ҡунаҡтарға Айгөл Бикмаева етәкселегендә 4-се класс уҡыусылары йөкмәткеле концерт күрһәтте. 8 уҡыусы ғына булыуына ҡарамаҫтан, дәртле йырҙар, матур шиғырҙарҙан төҙөлгән программа сәғәткә яҡын барҙы. Егеттәрҙең сағыу тауышы, уҡыусыларҙың тасуири һөйләүҙәре ветерандарға бик оҡшаны. Айгөл Нәғим ҡыҙы үҙе лә өҙҙөрөп гармунда уйнап, моңло йырҙар башҡарҙы. Йәш уҡытыусыларҙың сығышы ла, ветерандарҙың кәңәше лә һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам өҫтәле артында күңелле йырлашып сәй эсеп, әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. «Йыл да үткәрелә был байрам, әммә быйылғыһы бигерәк тә шәп булған кеүек тойолдо. Шул тиклем яҡшы ойошторолған. Уҡыусыларҙың шундай дәртле булыуҙары, әртистәр кеүек сығыш яһауы иҫ китерлек», - тип, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп, бик ҡәнәғәт таралышты ветеран уҡытыусылар.

Гөлгөнә АБДУЛЛИНА
Яҡшымбәт ауылы


БЕР КӨНДӘ – ИКЕ САРА

Гөлназ ЕНИКЕЕВА
Автор фотоһы

КҮҢЕЛДӘРЕ БУЛДЫ
«Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе, кеселәрҙе кеселәү – кешелектең билдәһе», – тип яҡуттар ҙа гөрләтеп Ололар көнөн билдәләгән. Инәй-бабайҙарҙың күңелен күреп, Рәйсә һәм Миңзәлә Абдрахмановалар, Фәниә Буранова, Эльвира, Рәмзилә Шәмсетдиновалар, Рәмзиә, Рәүеф Әбйәлиловтар, Әҡлимә Заһитова, Таңһылыу Исламғолова концерт күрһәткән. Тамашаны, табынды күргән кешеләр, ололарҙың бик тә күңеле булып ҡайтып китте, тиҙәр.

Диана ҠОТЛОБАЕВА

Читайте нас: