Все новости
Йәмғиәт
13 Октября 2017, 17:18

70 ЙӘШЛЕК «ҠЫҘҘАР» МЕНӘН «МАЛАЙҘАР» ОСРАШТЫ

4 октябрҙә беҙ, 1-се һанлы Маяҡ интернат-мәктәбендә уҡыған уҡыусылар, осраштыҡ. Төрлө яҡтарҙан йыйылған балалар 1960 йылда ошо белем усағына 5-се класҡа килдек. Ҡайһыларыбыҙ 9-сы кластан һуң, кемдәребеҙ 11-се кластан һуң илебеҙҙең төрлө тарафтарына таралыштылар. Бына 11-ҙе бөткәнебеҙгә 51 йыл үткәс, беҙ тәүге тапҡыр осрашырға булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа, күптәребеҙ, һаулыҡтары булмау сәбәпле, килә лә алманылар.

Маяҡ интернатында уҡыу осоронда беҙ белем генә алманыҡ, башҡа күп нәмәгә өйрәндек. Унда беҙгә тормошта үҙ юлыбыҙҙы һайларға өйрәттеләр. Ҡыҙҙар түңәрәктәрҙә тегергә, сигергә, аш бешерергә өйрәнһә, малайҙар ағастан һәм тимерҙән төрлө нәмәләр эшләргә оҫтарҙы. Спорт менән дә шөғөлләндек, концерттарҙа ла сығыш яһаныҡ. Ғөмүмән әйткәндә, унда беҙ бик яҡшы тәрбиә алдыҡ. Тәрбиәсебеҙ Нәби Садиҡ улы Рахманғолов беҙгә атай ҙа, әсәй ҙә булды. Мандолинала уйнарға өйрәтте. Беҙ уға шул тиклем рәхмәтлебеҙ, йәне йәннәттә булһын. Шулай уҡ интернат-мәктәбендә белем биргән уҡытыусыларыбыҙға булған яҡты иҫтәлектәр һәр саҡ йөрәгебеҙ түрендә һаҡлана.

Осрашыуға Яҡуптан Ришат Яҡупов, Шәбағыштан Хантимер Алтынбаев, Үрге Моталда тыуып үҫкән Сәғиҙә Уразбаева (Таймаҫта йәшәй), Гөлсәсәк Рыҫҡолова (Күмертауҙа йәшәй) һәм мин, Яманһарыла тыуып үҫеп әле Шәбағышта көн итеүсе Рәкит Баянов һәм шулай уҡ Салауат, Мәләүез ҡалаларынан класташтарым йыйылғайны. Бында беҙ һәр беребеҙҙең тормош юлы менән таныштыҡ, бала һәм үҫмер саҡтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ, күстәнәстәребеҙ менән сәй эстек, йырлашып күңел астыҡ. Бала сағыбыҙға, йәшлегебеҙгә әйләнеп ҡайтҡан кеүек булдыҡ. Олоғайған һайын йәш саҡтар һағындыра. 70 йәшлек «ҡыҙҙар» һәм «малайҙар» менән осрашыу тәьҫораттарынан күңелдә ошондай шиғыр юлдары ла тыуҙы:

Уҙып бара был ғүмер, тип

Үкенмәйек һис кенә лә.

Йөрәк йәш бит, ныҡ булайыҡ,

Сәстәргә сал төшһә лә.

Хушлашҡанда тағын да ошолай итеп осрашып, бер-беребеҙҙең хәлдәрен белешеп торорға, тип һүҙ ҡуйыштыҡ. Ошо сараны ойоштороусы класташтарым Ришат Яҡупов, Сәлхиә Бикҡужина һәм Гөлсәсәк Рыҫҡоловаларға оло рәхмәт белдерәм. Иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла бик күп тапҡырҙар осрашырға яҙһын!

Зәйтүнә АҘНАБАЕВА (ҒӘҘЕЛШИНА)

Яңы Таймаҫ ауылы.

Читайте нас: