Все новости
Йәмғиәт
13 Октября 2017, 18:17

ҮҘҘӘРЕНӘ ТЕСТ ҺӘМ БҮЛӘК

5 октябрҙә Уҡытыусылар көнөнә арналған бик матур ял кисәһе үтте беҙҙең Молокан ауыл клубында.

5 октябрҙә Уҡытыусылар көнөнә арналған бик матур ял кисәһе үтте беҙҙең Молокан ауыл клубында. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасы тарафынан конкурс формаһында әҙерләнгәйне был сара. Һәр бер уҡытыусыға, улар ҡасандыр алып барған дәрестәр буйынса, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар һәм тестар үткәрҙе. Көлөп, йырлап, бейешеп, «Әлдә килгәнбеҙ әле», - тип ҡыуанышып, рәхмәттәр әйтеп ҡайтып киттеләр. Уҡытыусыларыбыҙға бүләккә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм спонсорыбыҙ Ләлә Айтуғанова исеменән ошондай матур фоторәсемдәр төшөрөлгән бокалдар бүләк иттек. Ауылдашыбыҙ, Күмертауҙың «Парадиз» магазины хужабикәһе Ләлә апай Айтуғановаға ҙур рәхмәтлебеҙ.

Гөлназ ЕНИКЕЕВА
Молокан ауылы

Читайте нас: