Все новости
Йәмғиәт
13 Октября 2017, 17:59

ТӨПКӨЛДӘН СЫҠҠАН УҘАМАН

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегендә минең атайым Насир Әхмәҙи улы Моратбаҡиев та булырға тейеш, тип уйлайым.

«Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе» исемлегендә минең атайым Насир Әхмәҙи улы Моратбаҡиев та булырға тейеш, тип уйлайым.

Насир 1932 йылда күп балалы Әхмәҙи менән Сәхибъямал ғаиләһендә Урта Бабалар ауылында беренсе бала булып донъяға тыуа. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға ни бары 9 йәш була. Әсәһенә өй эштәрендә лә, колхоз ҡырҙарында ла ярҙамлашып үҫә ул. 1 йылдан һуң атаһы Әхмәҙи, ауыр яраланып, I төркөм инвалиды булып ғаиләһенә әйләнеп ҡайта. Минең атайым һуғыш йылдарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый, ғаиләлә өлкән бала булараҡ, кескәй туғандарын ҡарарға ярҙам итә әсәһенә. Бәләкәйҙән үҙ эшен яратып, теремек, шуҡ, тура һүҙле, үткер булып үҫә. 1951-1954 йылдарҙа, Тыуған иле алдындағы бурысын үтәп, Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен намыҫ менән үтәй. Тыуған яҡтарына һағынып ҡайта. Уға оло ышаныс белдереп, колхоздың комсомол ойошмаһын етәкләргә тәҡдим итәләр. Атайым ең һыҙғанып йәшлек дәрте менән эшкә тотона һәм үҙен бөтә яҡтан да яҡшы ойоштороусы булараҡ күрһәтә. Уны күп тә үтмәй тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрәләр — партком секретары вазифаһын ышанып тапшыралар. Ул бөтә көсөн, йөрәк йылыһын биреп эшләй.

1959 йылда атайым Насирҙы 27 йәшендә генә күрше «Золотой Колос» колхозына колхоз рәйесе итеп эшкә күсерәләр. Ул был вазифаны 1974 йылға тиклем башҡара. Атайым эшләгән йылдарҙа Молокан, Ҡунаҡбай ауылдары ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе, төҙөкләнде, халыҡ мул тормошта йәшәй башланы, тамағы икмәккә туйҙы. Ҡунаҡбай ауылында сөгөлдөр үҫтереүсе, тырыш, уңған колхоз эшсеһе Анна Николаевна Чуева Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Ауыл халҡы атайымды бик яратты, хөрмәт итте. Юғары белем алыу теләге уны — 6 бала атаһын Башҡорт ауыл хужалығы институтына алып килә, 1975 йылда институтты уңышлы тамамлай.

1974 йылдың апрелендә атайымды КПСС-тың Күмертау ҡала комитетына икенсе секретарь итеп эшкә саҡыралар.

Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәһен, минең атайым — ул намыҫлы хеҙмәт итте, эшен яратты, бөтә күңелен, йөрәген, белемен биреп эшләне. Уның хеҙмәтен Хөкүмәт юғары баһаланы — бик күп Маҡтау грамоталары, «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнде. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул шундай ҙур дәрәжәләргә эйә булды. Яҡшы атай, яратҡан ир, намыҫлы кеше ине ул. Атайым күптән беҙҙең арала юҡ инде. Уға ни бары 48 генә йәш ине. Беҙ уның балалары атайымды бер ваҡытта ла онотҡаныбыҙ юҡ, һәр саҡ беҙҙең йөрәктә, атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уның исеме исемлектә булырға тейеш, тип уйлайбыҙ.

Ҡыҙы Миләүшә КӘЛИМОВА

Фотола: Насир Моратбаҡиев ғаиләһе менән (беренсе рәттә һулдан беренсе).

Фото ғаилә архивынан
Читайте нас: