Все новости
Йәмғиәт
13 Октября 2017, 18:10

ТЕЛЕ АУЫҘЫНА ҺЫЙМАЙҘЫР...

Әлеге шул башҡорт теле — әсәм теле, туған тел. Күҙҙәренә сүп булып төштө лә баһа. Ауылда йәшәгәндә һин дә мин: милләт айырыу тигән нәмә юҡ ине. Һәр кемдең урыҫ ауылында знакомы булыр ине. Ә татар ауылынан дуҫ яһайҙар: бүләктәр алышалар, ҡунаҡҡа саҡырышалар ине. Ине шул!

Әлеге шул башҡорт теле — әсәм теле, туған тел. Күҙҙәренә сүп булып төштө лә баһа. Ауылда йәшәгәндә һин дә мин: милләт айырыу тигән нәмә юҡ ине. Һәр кемдең урыҫ ауылында знакомы булыр ине. Ә татар ауылынан дуҫ яһайҙар: бүләктәр алышалар, ҡунаҡҡа саҡырышалар ине. Ине шул!

1947 йылда Өфө буйлап китеп барғанда: «Нигә Уфа теленә күчмисез?» - тинеләр. Күмертауға килеп эшләй башлағас (интернат-мәктәптә рус-башҡорт кластары), бер малай «башкирка-башкирка» ти, мин дә үҙе һымаҡ «русский-русский» тигәйнем, был аптырап ҡалды. Әллә «башкирка» һүҙен әрләй торған һүҙ тип белде. Ә уҡытыусыларынан ишетмәгән һүҙ ҡалманы: чусмены (аңламаным), косоглазы, черномазые... Минең алда балаларҙы әрләйҙәр. Мин замухришка — всю школу взяла в руки (парторгмын). Ауылдан килдем, йүнләп кейем дә юҡ. Юҡлыҡ заман — 1967 йылдар.

Рәшит ҡустым да иптәштәре менән башҡорт балалар баҡсаһы асырға, башҡортса уҡытыуҙы даулашып йөрөгән. Һәм ҡара исемлеккә эләккән. Үсләшеү башланған: фатирҙы Затондан, Черниковканан, иҫке Өфөнән бирәләр икән. Мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөтә алмаһындар, тип. Ә барыбер йөрөгәндәр. Рәшит миңә:

- Пенсияға сығып ҡала алһам ярар ине, - тип борсола. Ә минең дәрескә (уртаһымы, аҙағымы) киләләр ҙә керәләр, бер һүҙ әйтмәй сығып китәләр. Мин, былар ни әйтерҙәр икән, тип көтөп йөрөгән булам. Ә улар «сүп» эҙләп йөрөгәндәр. Ахыры, Кинйәбаева барҙа башҡорт теле бөтмәҫ, тигәндәр. Шул башҡорт теле һаман маҙа бирмәй, күңелдәренә тейә икән. Башҡорт телен теләк буйынса тигән һүҙҙе ишеткәс тә ҡул һелтәнем. Ниңә сит телде теләк буйынса тип әйтмәйҙәр? Нисә процентына кәрәк икән?! Теләгән кеше былай ҙа өйрәнә. Бер уҡыусыны беләм: үҙ алдына француз телен өйрәнеп, Францияла бына тигән уҡып йөрөй, әсәһенән аҡса ла һорамай. Эшләй ҙә, уҡый ҙа. Оҙаҡламай тамамлай, ҡайтырға ҡурҡа — йәшәү шарты һиҫкәндерә. Сөнки профессияң бар ни, юҡ ни, эш табыуы ҡыйын, яңы уҡыуын тамамлағандарға, фатир тураһында уйларға ла түгел. Шунан ары һуғыла, бире һуғыла ла сит илгә сығып китә. Тыуған иле үҙ кешеһен — кадрын ҡарамағас, һаҡламағас, ҡәҙерен белмәгәс, сығып китәләр инде ете ят ситкә. Байтаҡ ҡына уҡыусыларҙы беләм: Италияла пенсионерҙарҙы ҡарап, балаларын түләп уҡытырға, фатир алырға аҡса эшләйҙәр. Ә тыуған илендә 7-8 мең пенсияға ата-әсәһе уҡытҡан. Көлһәң көл, илаһаң, ила.

Рәсәй халҡы түҙеп өйрәнгән инде. Түҙмәй ҙә нишләһен, бөтәһе лә ситкә сығып эшләй алмай бит. Сит илгә иң-иңдәре китә бит әле. Үҙ илендә толҡа тапмағас. Кеше ҡәҙере китә. Халыҡты шулай иленән, теленән, туғандарынан, ата-әсәһенән, тыуған тупрағынан айыралар. Ил башлыҡтары үҙ халҡын ҡарай алмағас, ни эшләмәк кәрәк. Ә етәкселәрҙең үҙ бармаҡтары үҙ яғына кәкрәйеп ҡатҡан. «Йәшлек»тә 22 сентябрҙә сыҡҡан мәҡәләлә Мәскәү етәкселәрен - культурный ҡараҡтарҙы яҙғайнылар. 20-ләп кеше тигәндәр, ә үҙҙәре тотоуҙарына икеләнәләр, әллә шикләнгән кеше булалармы? Этем белһен — хәҙер ҡул ҡулды йыуа, ҙур ҡорһаҡтарҙы — дәрәжәле ҡараҡтарҙы тапмаған булалар йә әҙерәк «ултыртып» алған булалар. Ябай халыҡҡа әсе тирен түгеп эшләгән халыҡҡа ҡәҙер-хөрмәт юҡ дәрәжәһендә. Уға тел ҡайғыһы юҡ, нисек тә балаһын уҡытырға,бол табырға, йәшәү өсөн мөйөш табырға. Ә үрҙә ултырғандарға шул ғына кәрәк. Ни теләйҙәр, үҙҙәренә ни яҡшы, йәне теләгәнен эшләйҙәр.

Телде ҡырҡып та ҡаранылар, барып сыҡмағас, туған телде теләк буйынса, имеш. Сит телде мотлаҡ уҡытып, ете-ят яҡҡа күберәк китһендәр өсөнмө? Иң-иңдәре китә бит әле.

Хәҙисә КИНЙӘБАЕВА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: