Все новости
Йәмғиәт
13 Октября 2017, 18:14

ЮШ КИЛДЕ

«Юшатыр»ҙың 80-се һанында (6 октябрь, 2017 йыл) «Ваучерыңды нишләттең?» тигән мәҡәлә донъя күрәйне. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында һәр тейешле кешегә 10 мең һумлыҡ приватизация чегын биреү, минеңсә, ғәҙел булды. Ләкин һәр эште үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып башҡалар иҫәбенә матди һәм финанс хәлен яҡшыртҡан кешеләр була, буласаҡ. Эйе, өлгѳрҙәргә «прихватизация» юш килде.

«Юшатыр»ҙың 80-се һанында (6 октябрь, 2017 йыл) «Ваучерыңды нишләттең?» тигән мәҡәлә донъя күрәйне. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында һәр тейешле кешегә 10 мең һумлыҡ приватизация чегын биреү, минеңсә, ғәҙел булды. Ләкин һәр эште үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып башҡалар иҫәбенә матди һәм финанс хәлен яҡшыртҡан кешеләр була, буласаҡ. Эйе, өлгѳрҙәргә «прихватизация» юш килде.

Рәсәйҙә приватизация процесында ѳлгѳрҙәр халыҡтың ҙур ғына ѳлѳшѳнѳң вайымһыҙлығынан, киләсәген уйламауынан файҙа алды. Күптәр күктән тѳшкән, бушҡа бирелгән тип уйлап, чегын арзанға һатты, осһоҙ ғына әйбергә алыштырҙы. Мин, мәҫәлән, ҡиммәтле ҡағыҙын бер шешә шарапҡа алыштырған әҙәмде беләм. Ил күләмендә ундайҙар бик күп булды. Ә бит ҡайһы бер наҙандар уйлауынса, ваучерҙар бушҡа бирелмәне, уларға бер нисә быуын кешеләренең, шул иҫәптән уларҙы арзан хаҡҡа һатҡандарҙың да хеҙмәт ѳлѳшѳ һалынғайны. Сѳнки һатыласаҡ заводтар, фабрикалар һәм башҡа предприятиелар дѳйѳм ил кешеләре хеҙмәте һѳҙѳмтәһендә булдырылғайны. Ѳлкән һәм урта быуын шәхестәр хәтерләйҙер, Күмертауҙың үҙәк баҙарында түшенә «Ваучер һатып алам» тип яҙылған таҡта таҡҡандар кешеләрҙе тѳрлѳсә алдаштырып, чектарҙы осһоҙ ғына хаҡҡа һатып алды. Ә улар был эште власҡа яҡын йѳрѳгән, шыма ҡуллы, ѳлгѳрҙәр ѳсѳн ялланып башҡарҙы.

Эйе, хәлде дѳрѳҫ баһалап, күп кенә ватандаштар уларҙы газ, нефть, бәйләнеш, металлургия тармаҡтары предприятие, ойошмаларына, банктарға тапшырҙы, аҙаҡ даими рәүештә ҙур ғына суммала дивидент алды һәм әле лә алалар. Ә минең ғаилә ваучерҙарҙы ул ваҡытта шаулаған, ҙур килем вәғәҙә иткән Рәфис Ҡадиров исемле кеше етәкселек иткән «Восток» банкына тапшырылды, һәм алдандыҡ. Тәүге ваҡытта ниндәйҙер суммала дивидент түләнеләр, һуңынан аҡса биреү яйлап туҡтатылды. Беҙ «Ятып ҡалғансы - атып ҡал» тигәндәй, ваучерҙарҙы шул уҡ банкка һаттыҡ, хәҙер аҡса күләме хәтерҙән сыҡҡан, һәр хәлдә сумма ҙур түгел ине. Әйткәндәй, минең белеүемсә, ошо, һуңынан эҙһеҙ юғалған финанс ойошмаһына район һәм ҡала халҡының ҙур ѳлѳшѳ оҙон сираттар тороп, чектарын тапшырған ине. Ә ҡиммәтле ҡағыҙын яғыулыҡ-энергетика, бәйләнеш, металлургия тармаҡтарына тапшырғандар отто. Мәҫәлән, Айсыуаҡта «Газпром» йәмғиәтенән йыл да ҙур ғына суммала дивидент алыусылар бар. Нисек кенә булмаһын, «прихватизация» процесы беҙҙең ил халҡы ѳсѳн оло һабаҡ булды. Әле лә бит киң мәғлүмәт саралары аша Рәсәйҙә, республикала кешеләрҙең тѳрлѳ афераларҙа, уйындарҙа, һатып алыуҙарҙа ҡатнашып алданғанына, трагедияларына шаһитбыҙ. Шуның ѳсѳн бер ҡатлы булыуҙан һаҡланайыҡ, йәмәғәт. Ошондай сараларҙа ҡатнашмауың хәйерле, ә теләгең бар икән, белгестәр, юристар менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ.

Урал ҠӘЙҮПОВ
Айсыуаҡ ауылы

Читайте нас: