Все новости
Йәмғиәт
17 Октября 2017, 17:08

ҺӨНӘРҘЕ УЙЛАП ҺАЙЛАЙҘАР

XXI быуат – нанотехнологиялар, төрлө-төрлө гаджедтар үҫеше алға киткән ваҡыт. Заводтарҙа эшселәрҙе компьютерҙар ҡыҫырыҡлай. Юғары белемле йәш белгестәргә үҙ һөнәре буйынса эш табыуы ҡыйын.

XXI быуат – нанотехнологиялар, төрлө-төрлө гаджедтар үҫеше алға киткән ваҡыт. Заводтарҙа эшселәрҙе компьютерҙар ҡыҫырыҡлай. Юғары белемле йәш белгестәргә үҙ һөнәре буйынса эш табыуы ҡыйын.

Шуға ла IX, XI класс уҡыусылары теләк буйынса ғына уҡыу йорттарына инмәй, ә һөнәрҙең йәмғиәттәге ихтыяжын да, абруйлы булыу-булмауын да иҫәпкә ала. Һайлаясаҡ һөнәр — кешенең статусын, йәшәү рәүешен, карьера үҫешен билдәләй, уның нигеҙен тәшкил итә. Киләсәккә, бәхетле тормошҡа нигеҙ мәктәптәрҙә бөгөн һалына. Тырышып уҡығандарҙың хыялы тормошҡа аша.

Был фекеремде гимназияның быйылғы сығарылыш уҡыусылары ла иҫбатланы. 1-се кластан алып врач булырға хыялланған Илүзә Харрасова БДМУ-ның дауалау факультетына уҡырға инде. Ул — гимназиябыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге премия лауреаты. Ошо уҡ уҡыу йортонда Лилиә Бәширова, Гөлназ Мөҡсимова, Диана Мөхәмәҙиева, Илиана Туҡтарова уҡыясаҡ. Шулай уҡ табип һөнәрен Залина Бәширова, Надежда Головина Ырымбур медицина университетында аласаҡ. Әлиә Этҡолова, Денис Ғәниев Өфө дәүләт нефть университетына, ә уның Салауат ҡалаһындағы филиалына Ринат Әҙелғужин, Стәрлетамаҡтағы филиалына Розалина Сәлихова уҡырға инде.

Мәскәүҙәге педагогия дәүләт университетында Әҙилә Аҡбашева, Краснодар дәүләт университетында Диана Сәлтәшева, Ҡазанда Рузил Рыҫҡолов университетта белем ала.

Мин бөтә гимназия уҡыусылары, уҡытыусылары исеменән уларға уҡыуҙарында ҙур уңыштар теләйем, ә быйылғы сығарылыш уҡыусыларына әйтер һүҙем шул: бәхетегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа!

Гөлдәриә ҒАЙСИНА,
3-сө БРГИ-ның «Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы

Читайте нас: