Все новости
Йәмғиәт
23 Октября 2017, 19:35

ИЛЕРЕП ҠЫУАНДЫЛАР

РПЛИ - боронғо дуҫыбыҙ, бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр гелән гәзитебеҙҙе дәррәү алдырып, үҙҙәре лә яҙышып тора.

РПЛИ - боронғо дуҫыбыҙ, бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр гелән гәзитебеҙҙе дәррәү алдырып, үҙҙәре лә яҙышып тора.

Был аҙнала беҙ уҡыу йортона барып «Юшатыр» гәзитенә урында яҙылыу үткәрҙек.

Лицей директоры Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина етәкселегендәге хеҙмәткәрҙәр беҙҙе йылы ҡаршы алды, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәнеләр. Рәхмәт, милләттәштәр, һүҙ ҡәҙерен белгәнегеҙ, милләт яҙмышына битараф булмағанығыҙ өсөн!

Аҙаҡтан ике тиҫтәгә яҡын квитанциялар лототронда уйнатылды. Шуныһы ҡыҙыҡ: редакцияның кескәй генә бүләген бөтә был эштәрҙе ең һыҙғанып ойоштороп, башҡарып йөрөгән уҡыу йорто китапханасыһы Ирина Рәйес ҡыҙы Рафиҡова отто. Бар коллектив уның өсөн илереп ҡыуанды - бына ошонда ла уларҙың берҙәмлеге сағылды. Артабан да шулай татыу, бер-беребеҙгә кәрәк булып йәшәйек.

Бүләктәр уйнатыу дауам итә.


Диана ҠОТЛОБАЕВА фотолары

Читайте нас: