Все новости
Йәмғиәт
24 Октября 2017, 12:34

АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ ЯРҘАМ ИТӘ

Август аҙаҡтарында бер нисә яҡташыбыҙҙың Хажға йыйыныуы хаҡында яҙғайныҡ. Ҡайтҡас, тәьҫоратттарыбыҙ менән бүлешербеҙ, тигәйнеләр улар. «Хажға барыуҙары хаҡында яҙһындар әле», - тип шылтыратыусылар ҙа күп һуңғы ваҡытта.

Август аҙаҡтарында бер нисә яҡташыбыҙҙың Хажға йыйыныуы хаҡында яҙғайныҡ. Ҡайтҡас, тәьҫоратттарыбыҙ менән бүлешербеҙ, тигәйнеләр улар. «Хажға барыуҙары хаҡында яҙһындар әле», - тип шылтыратыусылар ҙа күп һуңғы ваҡытта.

Белеүебеҙсә, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡайһы берҙәре Сәғүд Ғәрәбстанына бара алмайынса, бер нисә тәүлек буйы Мәскәү аэропортында ултырҙы. Уларға кире боролоп ҡайтырға тура килде. Беҙҙекеләргә был яҡтан бәхет йылмайҙы. Улар нисек йөрөп ҡайтты икән? Бөгөн был турала Яманғол ауылында йәшәүсе Фатима Юлсурина һөйләй:

- Аллаға шөкөр, Аллаһы Тәғәлә рәхмәттәре менән имен-һау ғына йөрөп ҡайттыҡ. Беҙ иптәшем Сәлих Юлсурин менән бергә барып ҡайттыҡ. Хажға юлға сығырға күптәр ҡурҡа. Беҙгә лә алдан уҡ Хажға барыуҙы ойоштороусылар: «Бик ауыр буласаҡ. Был һеҙгә ҡунаҡҡа йә ял итергә барыу түгел. Төрлө һынауҙар, ҡыҫылыш буласаҡ», - тип иҫкәртеп ҡуйҙылар. Аллаға шөкөр, бер ниндәй ҙә ҡыҫылыш та, этеш-төртөш тә булманы. Ҡайһы берәүҙәр сабый балалары менән килгәндәр, инвалидтар ҙа етерлек ине. Барыһы ла иркенләп йөрөнө. Тәртипте һаҡлаусы полиция хеҙмәткәрҙәре лә (гвардеецтар тип йөрөтәләр уларҙы): «Хажи, хажи», - тип, ипләп кенә өндәшәләр, аңламағандарға ымлап ҡына күрһәтәләр.

Хажға барырға тәүҙә иптәшем үҙе генә йыйынды. Минең әлегә барырға уй ҙа юҡ ине. Ҡапыл ғына миңә лә барыу мөмкинлеге килеп сыҡты. Иптәшем алдан йыйынғас, уға аҡса бар, ә миңә юҡ ине. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән аҡсаһын да таптыҡ. Аҡсаларын түләгәс, тағы бер һынау килеп сыҡты: төркөмдәге кешеләр араһында беҙ икәүгә генә виза юҡ. Быйылға барып булмаҫ инде, тип йөрөгән ерҙә, китер көндә генә виза биреүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр. Шунан беҙ 1 сәғәт эсендә генә әҙерләнеп юлға сығып киттек. Мәскәүгә барғас та әле 2 тәүлек тирәһе көтөп ултырҙыҡ. Беҙ иң аҙаҡҡы төркөм булып остоҡ. Беҙҙән һуңғылар оса алманылар.

Шулай итеп бар һынауҙарҙы ла үтеп, Дубайға килеп төштөк. Көн шул тиклем эҫе. Мәккәгә килдек. Урамда кеше күп, бөтә ерҙә аҙан тауышы яңғырай, шунда уҡ намаҙ уҡыйҙар. Төшмө был, өнмө, тип аптырап тораһың хатта. Тау-таш араһында кешеләрҙең йәшәүе ҡыҙыҡ. Бар тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел. Үҙеңә барып күрергә кәрәк.

Бөтә халыҡ бер ергә ағыла. Башта насар уйҙар юҡ, тик Аллаһы Тәғәлә тураһында уйлайһың. Күңелдәр йомшара. Барлыҡ ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да күҙҙәренән йәштәр тама... Мәккәлә Умра ҡылғас, Минаға юлландыҡ. Унда: «Нәфсене тыйырға ярҙам бир», - тигәнерәк һүҙҙәр әйтеп, шайтанға таш аттыҡ.

Ике ҡиблалы Куба мәсетендә булдыҡ. Кешеләрҙе эҫе ҡояштан һаҡлау өсөн көндөҙ асыла, кисен ябыла торған зонтиклы мәсет тә бик оҡшаны. Күп ерҙәрҙә булдыҡ, барыһын да яҙып бөтөрлөк түгел, әлбиттә. Иртә таңдан, ҡараңғыла аҡ кейемдәр кейгән халыҡ бер яҡҡа ағыла. Ҡыямәт көнөн, мәхшәр майҙанын хәтерләткән кеүек. Үҙеңде Аллаһы Тәғәлә алдында себен хәтлем дә тоймайһың. Нисек йәшәргә, нимә эшләргә тигән уйҙарың да икенсе төрлөгә әйләнә башлай. Күңел тула, үҙең дә һиҙмәҫтән илай башлайһың...

Алдан әйтеп үткәнемсә, юлда һынауҙар күп була, әммә уларҙың барыһы ла онотола, тик яҡшы яҡтар ғына иҫтә ҡала. Ошондай киҫкен шарттарҙа кемдең кем икәнен дә яҡшы аңлайһың. Беҙҙең төркөмдә, Аллаға шөкөр, тик изге уйлы ғына кешеләр йыйылғайны. Барыһы ла үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте.

Хаж ҡылырға теләүселәргә шуны әйтер инем: бер нәмәнән дә ҡурҡмаһындар. Үҙең менән алырға ул хәтлем күп аҡса ла кәрәкмәй. Аҙыҡ ҡиммәт, әлбиттә. Әммә беҙ төрлө ярмалар, тушенкаларҙы үҙебеҙ менән алдыҡ. Көнөнә бер ашап алһаң, башҡа ашағы ла килмәй. Йәшәү урындары ла насар булыуы мөмкин тип ҡурҡытҡайнылар. Барыһы ла һәйбәт булды. Аҡса күберәк бүләккә, йырағыраҡ ергә барыр өсөн таксиға китте. Беҙҙең икебеҙгә 50 мең һум тирәһе аҡса етте. Көнө буйы йөрөйһөң, 10-ар км үтәһең. Шәриғәт закондары көслө. Урлашыу, алдашыу тигән нәмә бөтөнләй юҡ унда. Берәй әйбереңде онотоп китһәң, икенсе көнөнә барып алаһың. Бер кем теймәй. Магазиндарҙа ла алдашмайҙар. Юлдар һәйбәт. Төрлө-төрлө төҫтәге ҡом иҫ китергес матур.

20 көн йөрөп ҡайттыҡ. Тағы ла барғы килә, әлбиттә. Ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәре йә ир туғандары менән барыу һәйбәтерәк тип кәңәш итер инем. Хаж ҡылырға теләүселәрҙең барыһының да ниәттәре тормошҡа ашһын! Ҡурҡмаһындар, Аллаһы Тәғәлә ярҙам итә ул!
Читайте нас: