Все новости
Йәмғиәт
24 Октября 2017, 12:31

АЛТЫНҒА БӘРӘБӘР ИНЕ

«Юшатыр» гәзитенең 78-се һанында Роза Баязитованың «Талапсан, ғәҙел шәхес ине» исамле мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙ фекеремде яҙырға булдым. Ни өсөн тигәндә, Сәлим ағай Сәлиховты мин яҡшы белә инем һәм «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә индереү өсөн ул һис шикһеҙ лайыҡлы кандидат, тип уйлайым.

«Юшатыр» гәзитенең 78-се һанында Роза Баязитованың «Талапсан, ғәҙел шәхес ине» исамле мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙ фекеремде яҙырға булдым. Ни өсөн тигәндә, Сәлим ағай Сәлиховты мин яҡшы белә инем һәм «Көйөргәҙенең күренекле 100 шәхесе»нә индереү өсөн ул һис шикһеҙ лайыҡлы кандидат, тип уйлайым.

Мин бала саҡта Сәлим ағай ғаиләһе менән күрше Шишмә ауылында йәшәне. 1960 йылдар уртаһында Аҡһарыла, беҙҙең «Шанхай» урамы тип йөрөтөлгән урамға, яңы ҡарағайҙан йорт һалып, күсеп килделәр. 8-се класты тамамлағас, класташым Фанияз Күсербаев менән Сәлим ағай йөрөткән РСМ-8 комбайнында копнительщик булып эшләргә тура килде. Комбайнды ДТ-54 тракторы һөйрәй. Беҙ транспортерҙан төшкән һаламды оҙон һаплы һәнәктәр менән таратырға тейешбеҙ. Сәлим ағай ҡыҫҡа ғына аңлайышлы итеп инструктаж уҙғара: һаламды теүәл рәттәргә генә ауҙарырға, шаярмаҫҡа (беҙ бит әле үҫмерҙәр генә), транспортерға һәнәк менән тығылмаҫҡа һ.б. Ваҡ-төйәк хата, шуҡлыҡ өсөн әрләмәне, беҙ үҙебеҙ ҙә тырышҡанбыҙҙыр инде. Ауылда ике РСМ-8 һәм бер СК-4 комбайндары иген һуҡты. Комбайндарҙа Сәлим ағай Сәлихов, Тәлғәт Иҫәнгилдин (Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитованың атаһы) һәм күрше Максимовка ауылынан Николай Подшибякин эшләнеләр. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек фронтовиктарға артыҡ почет булманы. Шулай ҙа Сәлим ағай иң өлкәне, тәжрибәле булғас, ғәҙәттә агроном да, хужалар ҙа уның әйткәненә ризалашып, уныңса эшләйҙәр ине. Ҡайһы саҡ һалам күп, ә күбәләр рәте әле йыраҡ булһа, беҙ копнителгә төшөп һаламды тапайбыҙ, Сәлим ағай күрһә — бармаҡ янар ине. Копнителгә төшөргә ярамағандыр инде. Комбайндар төндә ысыҡ төшкәнсә эшләй. Улар ҡасан ял иткәндер, әйтеүе ҡыйын. Әйткәндәй, Сәлим ағайҙың ИЖ-49 маркалы мотоциклы булды, эшкә шуның менән килә ине. Иртәнсәк беҙ килеүгә комбайнын майлап, кәрәк урындарын ремонтлап йөрөй. Төш, кис ашау ризыҡтарын һәр кем үҙе менән алып килә. Икенсе майҙанға күскәндә, комбайнсы ағайҙар йыйылалар ҙа үҙҙәренсә план ҡоралар: «Был яланды бөгөн бөтөрөргә тырышайыҡ, юғиһә, ашлыҡ ҡойола башлар», — тип фараз иткәндәрен дә ишеткән булды. Ғөмүмән, Сәлим ағай колхоз эше өсөн йәнен-тәнен биреп эшләне. Икенсе йылына беҙ, өс малай, үҫә төшкәс — Кәрим ағай Хәмитов, Фанияз Күсербаев пар аттарҙа бистаркаларҙа (иген тейәү өсөн арбаға ҡуйылған 6-7 ц һыйышлы ҙур йәшник) комбайндарҙан иген ташыныҡ. Ул ваҡытта комбайндар Чапаев МТС-ына ҡараны — уныһы Яңы Мораптал ауылында булды. МТС-тың талабы шундай: комбайн тракторһыҙ эшләргә тейеш, бункер тулып, транспорт көтөп ултырыу — ғәфү иткеһеҙ хәл, бының өсөн хужаларҙы тетәләр ине. Ишеткәнем булды: ҡайһы бер комбайнсылар игенде яланға бушатҡан, шуға күрә беҙ — ялан йырағыраҡ булһа, аттарҙы йән фарманға ҡыуалай торғайныҡ, тик комбайн ғына беҙҙе көтөп ултырмаһын, йәнәһе.

Һуңыраҡ, 1968 йылда, мин Өфөлә ауыл хужалығы институты студенты булараҡ, хужалыҡҡа практикаға ҡайттым. Ул йылды иген бик уңғайны, мине моторист итеп эшкә ҡуштылар. Аҡһары бригадаһының Мораптал сигендә, 6-сы ялан тип йөрөтөлгән майҙанда, иген эшкәрттек, минең ҡарамаҡта дизель-генератор, ашлыҡ таҙартҡыс һәм бер тейәгес. Эргә-тирәләй 800 га самалы иген, уны машиналар колхоз ырҙынына ташып өлгөрә алмай, шунда ауҙаралар. Сәлим ағай ул саҡ бригадир булды. Көнөнә бер-нисә тапҡыр килеп эш барышын ҡарай, һорауҙар булһа, шунда уҡ хәл итергә тырышты. Ысынлап та, ул бик талапсан, шулай ҙа ғәҙел кеше булды. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ленин ордены менән бүләкләнеүе быға яҡшы дәлил. Тыныс ваҡытта Шәүәли Вахитов ағайҙы иҫәпкә алмағанда Ленин ордены менән бүләкләнеүселәр районыбыҙҙа күпме икән? Бик намыҫлы кеше булды ул. Тәкмилә еңгәй менән дүрт бала үҫтерҙеләр, уларҙы тормош юлына, аяҡҡа баҫтырҙылар. Ҡыҙғаныс, өлкән улдары Ринат баҡыйлыҡҡа күсте, ҡыҙҙары Роза, улдары Ришат Аҡһарыла, кеселәре — Рима Яҡшымбәттә матур итеп донъя көтәләр.

Сәлим ағай һәм күпләгән уның һымаҡтар беҙҙе фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарҙы, һуғыштан һуң ауыр, юҡлыҡ йылдарында ауыл хужалығын күтәрҙе, беҙҙе икмәккә туйындырҙы. Уларға бит хәҙерге һымаҡ компьютеры, кондиционеры булған комбайндар эләкмәне, автомобилдәр ҙә бүләк итмәнеләр.

Ул ваҡытта яҡшы комбайнсылар алтынға бәрәбәр ине. Шуға күрә хөрмәтле гәзит уҡыусыларым, ундай кешеләрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡтыр, уларға беҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй, тик хәтерләү генә, үткәндәге батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ ҡәҙерле дуҫтар.

Иҫке Отрада ауылы

Читайте нас: