Все новости
Йәмғиәт
24 Октября 2017, 13:23

ИЗГЕ ТЕЛӘК – ҺАЛДАТҠА РУХИ ТЕРӘК

Районда хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Сараны район советы рәйесе Леонид Богатырев асты.

Районда хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Сараны район советы рәйесе Леонид Богатырев асты. Ул районыбыҙ егеттәренә ышаныуын һәм һалдаттарҙан Рәхмәт хаттары күп килеүе хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләне. Буласаҡ һалдаттарҙың да әрмелә һынатмай лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен теләне. Шулай уҡ бөгөн-иртәгә һалдат итеге кейәсәк егеттәргә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса хәрби комиссар Рәмил Хайрутдинов, район советы секретары Әхәт Исламғолов, Азат хәҙрәт һәм отец Сергий тарафынан изге теләктәр әйтелде, фатихалар бирелде. Яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар, аҙаҡ улар иҫтәлегенә Еңеү һәм Дан аллеяһында сәскәләр һалынды.

Әрмегә китеүселәр исеменән Мораптал егете Руслан Абушахмин сығыш яһаны, әрмелә һынатмаҫҡа, районыбыҙ, республикабыҙ исеменә тап төшөрмәҫкә һүҙ бирҙе.

Буласаҡ һалдаттарға район мәҙәниәт йорто артистары, “Рух” төркөмө, Аҡһары клубы мөдире Айҙар Ишмөхәмәтов һәм башҡалар моңло йырҙар бүләк итте.


Автор фотолары


Лилиә Абушахмина, Мораптал ауылынан (Руслан Абушахминдың әсәһе):

- Һалдат буласаҡ барлыҡ егеттәргә лә ҡаһарман атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәҫкә, әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтеүҙәрен, тыуған ерҙәре, атай-әсәйҙәре менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләйем. Һәр саҡ уларҙы өйҙәрендә, райондарында һәм республикала көткәндәрен онотмаһындар ине. Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһындар, улдарыбыҙ.
Читайте нас: