Все новости
Йәмғиәт
24 Октября 2017, 12:55

Самай яҙылыр саҡ

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә.

Күмертау ҡалаһының, Көйөргәҙе районының барлыҡ почта бүлектәрендә лә 2018 йылға «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу дауам итә.

2018 йылдың I ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 811 һум 26 тин. Йыллыҡ яҙылыу хаҡы – 1487 һум 58 тин.

Редакция аша яҙылыу – 462 һум. Тик шуны онотмағыҙ: кем редакция аша яҙыла, шул гәзитте редакциянан үҙе килеп алырға тейеш. «Юшатыр»ҙың электрон версияһына яҙылыу 498 һум тора.

Рәхәтләнеп яҙҙырып, яратып уҡыған «Юшатыр» гәзитенә ҙур рәхмәтен белдерә Ҡотлоюл ауылындағы Зифа Ғәзиз ҡыҙы ИБРАҺИМОВА:

- «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да эшһеҙ ултырмай - бер конкурс тамамланыу менән, икенсеһен иғлан итәләр. Бына яңыраҡ ҡына үткәрелгән «Мин әле йәш» конкурсында ҡатнаштым, һаман да күтәренке кәйефтә йөрөйөм. Беренсенән - бик яҡшы конкурс, ололарҙы хөрмәтләп, тәбрикләп үткәрелде, матур бүләктәр бирелде. Икенсенән, «Юшатыр» гәзитен бигерәк тә яратып уҡыйым, үҙемдең тыуған Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Мәҡсүт ауылы эргәһендә сылтырлап ҡына ағып ятҡан йылғаның исеме лә Юшатыр бит.

«Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәренә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, яҡты, матур киләсәк һәм гәзиткә күп яҙылыусылар теләйем.
Читайте нас: