Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше капиталын өйрәнеү үҙәге ғалимдары республикала 2030 йылғаса демографик хәлгә фараздар төҙөнө. Дөрөҫөрәге, хатта ошо фараздың дүрт төрө – түбән (йәки пессимистик), уртаса (ысын булырҙай), юғары (оптимистик) һәм базалы (иннерциялы, унда бөтә тыуым, үлем, миграция күрһәткестәре бөтә фараз осоронда үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ).
Иң насар осраҡта, 13 йылдан төбәктә 3,78 миллион кеше ҡаласаҡ, иң яҡшы осраҡта – 3,97 миллион. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер Башҡортостан Республикаһында 4,07 миллион кеше йәшәй.
Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Нәйлә Шәмсетдинованың һүҙҙәренсә, ваҡиғаның нисек кенә үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, демографик трендтар (Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн) һаҡланасаҡ: тыуым һанының кәмеүе, халыҡтың ҡартайыуы, эшкә һәләтле кешеләрҙең кәмеүе һәм һөҙөмтәлә эшкә һәләтле халыҡҡа демографик йөкләнештең (балаларҙың һәм пенсионерҙарҙың һаны) артыуы.
Ниңә балалар һаны аҙайҙы? Сөнки бөтә бәлә шунда: эшһеҙлек, эш хаҡының аҙ булыуы, фатир юҡлығы. Эскелек, наркомания, юлдарҙа төрлө авариялар, тәртипһеҙлек, ир-егеттәрҙең түлһеҙлеге, үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар, балаларға пособиелар күләменең аҙлығы, уҡытыуҙың түләүлегә әйләнеүе, кейем-һалымдың ҡыйбатлығы...
Ошоларҙың барыһы ла демографик хәлгә ҡырын һуға. Донъялар былай барһа, оҙаҡламай яратырға бала ҡалмаҫ.
Социаль тигеҙһеҙлек хәҙер күҙ алдыбыҙҙа: кемдер бай, кемдер ярлы, кемдер хатта хәйерсе. Элек әҙәби китаптарҙа ғына уҡыған, киноларҙа ғына күргән байҙар һәм ярлылар заманы кире әйләнеп ҡайтты тормошобоҙға.
Ҡыҙҙарыбыҙҙың сит илдәргә кейәүгә сығыуҙары айырыуса борсоуға һала. Әйткәндәй, 4 ҡыҙ Англияла, 1 ҡыҙ Мароккола, 1 ҡыҙ Испанияла, 1 ҡыҙ АҠШ-та. Былары мин күреп белгәндәре генә. Ә белмәгәндәре бихисап. Элек тә СССР барҙа уҡ һуғыштан һуңғы йылдарҙа кешеләр Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстанға күпләп китте, күбеһе шунда йәшәргә ҡалды. Хатта Үзбәкстанда Аханюран тигән бер ҡала бар, унда башлыса татар, башҡорт халҡы көн күрә ине. Алмалыҡ тигән ҡалала ла улар бик күп булды. 1971 йылда Аханюранда ҡунаҡ булып ҡайттым. 1986 йылда Алмалыҡта ла булдым. Уларҙан тыуған балалар инде хәҙер беҙҙең ил граждандары була алмай. Бына бит күпме милләттәштәребеҙ ситтә тороп ҡалды. Уларҙың бара-тора башҡа милләт вәкилдәре булып китере көн кеүек асыҡ.
Хәҙер йәш-елкенсәк бер күреүҙән мөхәббәт тип өйләнешә һала. Йәштәр башта гражданлыҡ никахы менән йәшәй. Ислам динендәге кешеләр фекере буйынса, был – иң ҡәбәхәт эш. Унан һуң, йәшлектең матурлығы бөткәс, никах уҡытҡан кеше булалар. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында дәрәжә алмаҡсылар, йәнәһе. Никах уҡыла, туй гөрләй, балалар тыуа. Әммә мөхәббәт тә, романтика ла юҡ, сөнки шайтан ҡотҡоһона бирелеп, хистәр сәселгән, бәхет түгелгән. Бына ошонан һуң ир бер яҡҡа, ҡатын икенсе яҡҡа ҡарай башлай. Икеһе лә ҡыҙыҡ эҙләй, ә ул барыбер юҡ. Сөнки икеһе лә шайтан ҡотҡоһо ҡоллоғонда.
Ир-егеттәрҙең түлһеҙлеге эскелек, наркоманиянан килә, ти белгестәр. Ир-ат ауырыһа, урологҡа күренә һалып бармай. Тиҙ генә ҡаралыр өсөн ҡалаға барыр кәрәк, ул буш түгел — талон 600 һум, аппаратта ҡаралыу — 1600 һум, тиҙәр. Шунан һуң дарыу бирһә, 3-4 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Бына ҡатын-ҡыҙҙарҙы гинеколог бушҡа ҡарай.
Йәштәр, балаһы булмаһа, тиҙ генә перинаталь үҙәккә бармай. Бер-береһенән ғәйеп эҙләйҙәр. Эш айырылышыуға тиклем барып етә. Айырылышҡас, ир ҙә, ҡатын да перинаталь үҙәккә барһалар, бала табырға һәләтле булалар. Айырылышҡансы уҡ барһалар, ғаиләләре тарҡалмаҫ ине.
Тағы шундай социаль ғәҙелһеҙлек: бер ғаиләнең килеме айына 60-70 мең һум, икенсеһенеке 7-8 мең һум, уларҙың икеһенең дә балалары бер интернатта уҡый, мәктәп ашханаһында ашаған өсөн икеһе лә 8-шәр мең һумдан артыҡ аҡса түләй. Ошо ғәҙеллекме?
Уҡыу беҙҙә буш, тип һөйләргә яратабыҙ. Бер бала Өфөгә уҡырға керергә барғайны, хәҙер үк 56 мең һум аҡсаңды түлә, тигәндәр. Әсәһе, әйтеп ҡараным, ти, бүлеп түләргә риза булмағандар. 56 мең һумды түләнек, ти. Фатир, ашарға тағын да аҡса кәрәк.
Уҡып, диплом да алды, ти. Эшкә керәм тиһәң, стаж һорайҙар. Стажлы булайым тиһәң, аҡса бирер кәрәк.
Бөтәһе лә балалар өсөн, тибеҙ. Кейемде генә алайыҡ әле. Бына мин үҙем ҙур кәүҙәле, костюм-салбарға 4-4,5 метр тауар кәрәк, шул тауарҙан тегергә балаға 1,5-2 метр самаһы тауар китә, миңә яраҡлыһы 1200-1400 һумға алһам, баланыҡы — 3-3,5 мең һум тора, аяҡ кейеме лә шулай уҡ: минең аяғым ҙур, 45-46-сы размер. Балаларҙыҡы 3 тапҡырға бәләкәй. Мин 700-800 һумға аяҡ кейеме алһам, балаларҙыҡы 1000-1500 һум тора.
Балалар пособиеһына килһәк, уны юллау мәшәҡәтле: 3 ай һайын белешмә (справка) кәрәк. Икеһе ике ерҙә эшләһә, йәки 1 балаң сит ҡалала уҡыһа, эшләһә, унан да справка кәрәк. Справканы өс көндә өлгөртөргә кәрәк. Күп ғаилә юлламай. Уның артынан йөрөгәнсе пособиеға ҡарағанда күберәк сыға. Көн юғала, эштә булһаң, һорап китергә кәрәк, сиратта күпме ваҡытың әрәм була. Тағын да бер нәмәне яҙмай ҡала алмайым: кемдер 453 мең һумды алып ҡыуана, кемгәлер тейешле пособие ла тәтемәй. Ошо 453 мең һум аҡса бюджеттағы балаларға тигән пособие иҫәбенән алына. Ә уны айырым һалырға кәрәк ине. Әйтәйек, Рәсәй буйынса бер йылға 1000000 һум, икенсе бала тыуҙы, ти, һал бюджетҡа шул тиклем аҡса, ҡалған балаларға хәҙерге кеүек 120-130 һум аҡса булмаҫ ине, күберәк булыр ине.
Фатир мәсьәләһе лә ҡыйын, уны ипотекаға алһаң, ай һайын түләр кәрәк. Малайзия тигән мосолман иле бар. Мосолман банкылары эшләй, әҙ килемле кешеләр өсөн шундай уңайлы банктар булдырылған. Банкылар фатирҙарҙы һатып ала һәм үҙҙәре кешеләрҙең хәленә, килеменә ҡарап проценттарын кәметә йә арттыра. Әҙ килемлегә әҙ процент, күп килемлеләргә – күберәк.
Демография хәлен яҡшыртам, тиһәң, яман ғәҙәттәрҙе: эскелекте, наркоманияны бөтөрөр кәрәк. Ирҙәрҙе эш менән тәьмин итергә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләргә, балаларға юғары уҡыу йорттарында бушлай белем биреп, уҡып бөткәс, уларҙы эш хаҡы менән тәьмин итергә, балаларға пособиены арттырырға кәрәк. Фатир һатып алғанда ла процентын килеменә ҡарап бирер кәрәк. Үрҙә яҙылғандарҙы эшләгәндә, демография хәле яҡшы яҡҡа һис шикһеҙ үҙгәрер.