Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2017, 14:40

Ҡапҡан

Республикала иң ярлы халыҡ – башҡорттар. Быны рәсми статистика әйтә. Юҡ, ялҡау-фәлән булғандары өсөн түгел, күбебеҙ ауылда йәшәгәнгә. Ә ауыл кешеһе бөгөнгө заманда, русса әйтһәк, априори ярлы.

Республикала иң ярлы халыҡ – башҡорттар. Быны рәсми статистика әйтә. Юҡ, ялҡау-фәлән булғандары өсөн түгел, күбебеҙ ауылда йәшәгәнгә. Ә ауыл кешеһе бөгөнгө заманда, русса әйтһәк, априори ярлы.

Ауылда мандыуы – ай-һай. Шуға ла күбебеҙ ҡалаға ҡаса, бында, эсмәһәң, тамаҡты нисек тә туйҙырырға була. Перспектива тураһында уйлау ҡыйын, әммә, исмаһам, бөгөн ас йөрөмәйһең. Килә ҡалаға ауыл кешеһе, килә лә ул, тик бында уны береһе лә ашъяулыҡ түшәп көтөп тормай. Ауылдағы йортто һатҡан хәлдә лә, уның аҡсаһы дөйөм ятаҡтан бүлмә алыуға ғына етә. Артығына ҡалмай. Ярар ҙа ауылда донъяң булып, уны һата алһаң, ә ауыҙыңды асһаң, үпкәң күренеп торған йәш кеше булһаң?

Дөйөм ятаҡ – беҙҙең күбебеҙҙең икенсе тыуған йортона әүерелә, бер ҡапҡан ише ул ятаҡ – үлтермәй ҙә, ебәрмәй ҙә. Коммуналь түләүҙәр бында фатирҙыҡына ҡарағанда күберәк – иҙән йыуған, вахтала ултырғандарҙы ла ашатыр кәрәк. Коменданттың да ауыҙы бар. Бер нисә бала менән эскән, һуғышҡандар араһында, һаҫыҡта йәшәргә мәжбүр ятаҡтағылар. Бындағы тормош үҙәккә үтеп китһә лә, барыр ер, батыр күл юҡ – ипотека алырға хәл юҡ, бушлай торлаҡ биреүҙәр ана теге тормошта тороп ҡалды. Коммуналь түләүҙәр бәғзе береһенең 100 меңләп йыйылып китә – бурыслы үлмәй тиҙәр, быларҙың башҡаса мөмкинлеге юҡ, 10-15 мең эш хаҡын ҡайҙа еткерһен: ай һайын нимәлер уйлап табып аҡса һораған мәктәпкәме, ҡапыл ауырып китеп дарыу кәрәккән балаһынамы, гәзиткә яҙылығыҙ (рустыҡына) тип арттан баҫтырған начальниккамы, ашауынамы, быйыл ҡапыл ғына буйға үҫеп китеп, иҫке кейемдәре бәләкәсәйеп ҡалған балаһының өҫ-башын йүнәтергәме? Ошолай йән аҫрай ҡалалағы башҡорттоң күбеһе. Офоҡтарға ҡарап, ҡояш, бәлки, сығыр, тип өмөтләнә, тик ул күптән байыған да ҡайҙалыр йәшенгән. Ауылда тороп ҡалған тиер инең, ундағы уттар ҙа күптән һүнгән.

Ҡалалағы бер ятаҡтың исеме – «Өмөт». Бик йәтеш, тәрән мәғәнәле исем. Өмөт кенә йәшәтә әлегә беҙҙе, уныһы ла бөтһә – харап.



Бына бер ятаҡ кешеләренең коммуналь хеҙмәттәр өсөн булған бурыстары теҙмәһе. Ҡарайбыҙ: кемдең 3 мең (бәхетле), 45 мең, артабан китте 103 мең, 334 мең, 366 мең!!!! Бирәсәктәре үҙҙәре йәшәгән бүлмә хаҡынан артҡан. Барыһы ла эскесе түгелдер ҙә инде бурыслыларҙың. Свердлов өлкәһендә бер депутат, ирҙәр ялҡау, шуға коммуналь хеҙмәттәрҙе түләй алмайҙар, тигән яңыраҡ. Депутаттың үҙен килтереп йәшәтеп ҡарағанда ошонда шәп булыр ине. Йәки берәй чиновникты.


Күмертауҙағы бер ятаҡтан күренештәр. Бындай ятаҡтар ҡалала күп, тик улар дөйөм ятаҡ тип аталмай, күп фатирлы йорт категорияһына керетелгән. Ваннаһы, кухняһы, бәҙрәфе булған матур фатирлы йорт ни, ошо ятаҡ ни – статусы бер үк. Хәс тә ил кешеләре кеүек – барыһы ла граждандар, әммә кемдер икенсеһенә ҡарағанда гражданлыраҡ.
Читайте нас: