Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2017, 14:32

ҠаЙҺЫҺЫ ЯҠЫНЫРАҠ? Тел сафлығы һәр беребеҙгә бәйле

Һуңғы йылдарҙа, бай телебеҙҙең бәҫен ебәреп, уның һүҙҙәрен ситтекеләр менән алыштырыу, быуаттар буйы ата-бабаларыбыҙ урынлы мәғәнә һалып ҡулланған һүҙҙәр урынына икенселәрҙе ҡулланыуҙың кѳсәйә барыуы хәүефкә һала.

Һуңғы йылдарҙа, бай телебеҙҙең бәҫен ебәреп, уның һүҙҙәрен ситтекеләр менән алыштырыу, быуаттар буйы ата-бабаларыбыҙ урынлы мәғәнә һалып ҡулланған һүҙҙәр урынына икенселәрҙе ҡулланыуҙың кѳсәйә барыуы хәүефкә һала.

Хәҙер икенсе телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙе бѳтѳнләй ҡулланмай йә ѳлѳшләтә генә алып, таҙа әҙәби телдә һѳйләшеүселәр йыш осрамай. Ҡыҙғаныс, улар араһында тѳрлѳ телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙе ҡулланып, ошо йүнәлештә башҡаларға «ѳлгѳ» күрһәтергә саҡырылған тейешле белемле шәхестәр ҙә йыш осрай. Шуға ла кѳндәлек тормошта күп кенә кешеләрҙең «может», «если», «наверное», «значит», «например» кеүек һүҙҙәрҙе ҡыҫтырып һөйләүенә күнегеп тә барабыҙ, шикелле. Тормош алға барған һайын белемдең тѳрлѳ ѳлкәләрендә яңы, элек беҙгә таныш та булмаған терминдар, атамалар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ҡулланышҡа ингән «спонсор», «алгоритм», «олигарх», «спикер» һәм башҡа күп кенә һүҙҙәрҙе килтерергә мѳмкин. Ә бит бай телебеҙҙә уларҙың күбеһенә алмаш бар, тик күптәр ошо мѳмкинлектән файҙаланмай. Бәлки, яратҡан гәзитебеҙҙә ваҡыты-ваҡыты менән яңы һүҙҙәргә аңлатма биреп, уларға тәржемә һүҙҙәрҙе урынлаштырыу урынлы булыр?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саф милли телдә һѳйләшеүҙә, сығыш яһауҙа башҡаларға ѳлгѳ күрһәтергә тейештәр. Район-ҡалала шундай мөғәллимдәр бар. Шул уҡ ваҡытта урындағы «Арис» телеканалында сығыш яһаған ҡайһы бер тел белгестәренең сит телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙе йыш ҡулланыуы насар тойғолар уята. Һѳҙѳмтәлә ҡайһы бер һүҙҙәр телебеҙҙән ҡыҫырыҡлап сығарыла, онотола, юғала бара. Телебеҙ байлығын һаҡлауҙа урындағы киң мәғлүмәт саралары тағы ла һѳҙѳмтәлерәк ярҙам итергә һәләтле. Урындағы башҡорт ҡоролтайҙары эшмәкәрлегендә лә ошо мѳһим мәсьәлә сағылыш табырға тейештер.

Кешеләр араһындағы туғанлыҡты белдергән һүҙҙәрҙе икенселәре менән алыштырыу йә бѳтѳнләй ҡулланмау ҙа борсоуға һала. Йәштәр ғаилә ҡорғас, кейәүҙең дә, килендең дә, уларҙың яҡындарының да яңы туғандары барлыҡҡа килә. Башҡортта уларҙың һәр береһенә тәғәйен атамаһы бар. Мәҫәлән, ҡайны, ҡәйнә, бейем, ҡоҙа, ҡоҙағый, бикәс, килендәш, ҡайынбикә һәм башҡалар. Элегерәк замандан айырмалы хәҙер ул тѳшѳнсәләр ҡайһы бер йәштәр тарафынан аҙ ҡулланыла йә икенсе атамалар менән алыштырыла. Улар урынына туғандарға исеме йә атаһының исеме, ағай, апай тип ѳндәшеүҙәр йыш осрай. Ошо күренеш, минеңсә, туғанлыҡ яҡынлыҡ хистәренең һыуыныуына килтерә. Әйтәйек, «Азат» тигән исемгә «Азат улым», йә «улым» тип ѳндәшеү йә «Фәлән Фәләнович» урынына «ҡоҙа» тип әйтеү йә «Гѳлъямал»ға «Гѳлъямал килен» йә «килен » тип ѳндәшеү ҡолаҡҡа ятышлы, ике аралағы туғанлыҡты яҡынайтып ебәрә.

Мәҫәлән , минең хәләл ефетемдең еңгәһе иренең туғандары менән һѳйләшкәндә «Салауат ағайығыҙ» тигән тѳшѳнсәне даими ҡуллана. Минең ҡатын фекеренсә, «Салауат шулай тип әйтте», - тигән һүҙбәйләнеш урынына «Салауат ағайығыҙ шулай тип әйтте», - тигәне яҡыныраҡ.

Беҙҙең халыҡта элек-электән ҡәйнә, ҡайныға ҡарата йылы мѳнәсәбәт булған, ул күпселек осраҡтарҙа әле лә шулай. Уларҙың барыһы ла тип әйтерлек йәш ғаиләләргә ярҙам итеү, кәрәкле кәңәш биреү теләге менән йәшәй. Шуға ла хәҙер ҡәйнә тураһында киң таралған тоҙло-боросло кѳләмәстәр беҙҙең менталитетҡа һис тә тап килмәй.

Телебеҙҙе уҡытыу, ѳйрәнеү, һаҡлау ѳлкәһендә етди проблемалар бар. Уларҙы тик дѳйѳм тырышлыҡ, һѳҙѳмтәле эш, бѳтә халыҡ булышлығы менән генә хәл итә алыуҙы берәү ҙә инҡар итмәҫ. Глобалләшеү, хәҙерге аралашыу мѳмкинлектәре заманында ул мәсьәләләрҙе хәл итеү тик киҫкенләшә генә барасаҡ.

Айсыуаҡ ауылы


Читайте нас: