Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2017, 14:37

ӘҮҘЕМ ДӘ, ӨЛГӨР ҘӘ

Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова 1953 йылдың 21 декабрендә Көйөргәҙе районы Түкән ауылында тыуған.

Нурия Нурғәли ҡыҙы Хәлилова 1953 йылдың 21 декабрендә Көйөргәҙе районы Түкән ауылында тыуған.

1970 йылда Таймаҫ урта мәктәбен «5»-кә тамамлағандан һуң, ул Яҡуп мәктәбендә хеҙмәт юлын башлап ебәрә һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай.

Ә инде 1980 йылдарҙа тормош юлдары уны Свобода урта мәктәбенә алып килә. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәтеүҙең яңы башланған ғына сағында Нурия Хәлилова илһамланып, ҙур дәрт менән эшкә тотона. Ауылда йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша һәм ата-әсәләр, балалар араһында оло ихтирам яулай, һәр байрамда балалар менән сағыу концерттар ҡуя.

Нурия апайҙың бигерәк тә тырыш, ихласлығын күреп, 1987 йылда уны, алдынғы уҡытыусыны, район мәғариф бүлегенә башҡорт теле буйынса методист итеп эшкә алалар.

Ялҡынлы йылдар яңынан-яңы ҡыуаныстар, бейеклектәр алып килә. Нурия Нурғәли ҡыҙын 2-се һанлы башҡорт интернат-мәктәбенә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп саҡыралар. Телем, халҡым, тип янып йәшәүсе Нурия апайҙы тағы ла үрләтәләр - ул 1991 йылда ҡала мәғариф бүлегендә башҡорт теле буйынса методист булып эшләй башлай. Ә инде 1991-1994 йылдарҙа, башҡорт мәктәбен асыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгән саҡта, Нурия Нурғәли ҡыҙы бөтә ойоштороу эштәренең үҙәгендә тороп, үҙен оҫта етәксе итеп таныта. Балалар туған телдә белем алһындар өсөн, ул үҙен аямай, йәне-тәне менән бирелеп, ныҡышмалылыҡ,тырышлыҡ менән эшләй. Ең һыҙғанып, көн тимәй, төн тимәй дәртләнеп эшкә тотона һәм мәктәп эшенә балалар, ата-әсәләр, киң йәмәғәтселекте ылыҡтыра. Берҙәм, ныҡышмалы хеҙмәт үҙенең емештәрен бирә, һәм ҡала тарихында тәүге тапҡыр башҡорт мәктәбе ишеген аса.

1994 йылда башҡорт мәктәбенә 600-ҙән ашыу бала уҡырға килә, мәктәптең директоры итеп Нурия Нурғәли ҡыҙын тәғәйенләйҙәр. Ләкин, бәлә аяҡ аҫтында йәрөй, тиҙәр. Хәлилова аварияға эләгеп, яратҡан эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Тынғыһыҙ уҡытыусы тик эшенән генә йәм таба. Шуға ул, аяҡҡа баҫыу менән, хеҙмәт юлын 1-се гимназияла дауам итә һәм башҡорт телен өйрәтә. Ҡала, республика буйынса үткәрелгән 30-лаған конкурста ҡатнашып, уның уҡыусылары призлы урындарға лайыҡ булды. Нурия Нурғәли ҡыҙы республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» конкурсында еңеп, республика президенты ҡулынан диплом алып ҡайтты. Тырышлығы, ябайлығы тормошҡа, кешеләргә яҡшылығы, ихласлығы менән күптәргә өлгө булып тора Нурия апай. Уның үҙенең яҙған шиғырҙары, ҡобайырҙары тыуған еребеҙҙе халҡыбыҙҙы яратыу ғорурланыу хистәре менән һуғарылған. Бөгөнгө көндә Нурия апайҙың дүрт китабы донъя күрҙе.

Нурия Нурғәли ҡыҙының оло хеҙмәттәрен республикабыҙ, ҡала хакимиәте юғары баһаланы. Уға «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә Почет грамоталарының, төрлө дипломдарҙың иҫәбе-һаны юҡ.

Нурия Нурғәли ҡыҙы бөтә ғүмере буйы телем, халҡым, динем тип янып, дәртләнеп йәшәй. Ул ситтән тороп Рәсәй ислам университетын тамамлай.

Нурия апайҙың өлгөрмәгән ере юҡ. Ул хәҙер ең һыҙғанып мосолмандарға ислам дине нигеҙҙәрен өйрәтә. Уның оҫта етәкселеге һөҙөмтәһе булып Яманһары ауылында мәсет ҡалҡып сыҡты. Шулай уҡ ул Күгәрсен районында ҙур мәҙрәсә асты, хәҙер өсөнсө йыл инде был дини уҡыу йорто уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ Нурия Нурғәли ҡыҙы Шәбағыш, Тимербай, Ҡансыра, Яңы Мораптал ауылдарында ислам динен өйрәтеү дәрестәрен алып бара. Шуның менән бергә ул бер нисә йыл рәттән яңғыҙаҡтарға парҙарын табып бәхетле ғаилә ҡорорға ярҙам итә. Фәиз ағай менән Нурия апай Илһам исемле баланы тәрбиәгә алып, уҡытып, кеше итеп, оло юлға оҙатты.

Бөтә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша Нурия апай, кем, ниндәй милләттән булмаһын - көн тимәй, төн тимәй, уларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа, иң кәрәкле кәңәштәрен бирә. Матбуғатта уның ғаилә, тәрбиә мәсьәләләренә ҡараған мәҡәләләре баҫылып тора. Йәштәргә, ауыр хәлгә ҡалғандарға, йәки хәмер менән мауығыусыларға ул төрлө яҡлап ярҙам итә. Ҡайҙа ғына бармаһын, Нурия апайҙың һәр ваҡыт йөҙөнән нур бөркөлөп тора.

Әлеге көндә уҡытыу менән бергә ул дини дәреслектәр яҙыу эшен дә алып бара, шулай уҡ Көйөргәҙе районының арҙаҡлы шәхестәре тураһында яҙылған китабын баҫмаға әҙерләй.

Беҙ, Нурия Нурғәли ҡыҙының элекке һәм хәҙерге уҡыусылары, Нурия апайҙы «Көйөргәҙенең күренекле 100 йөҙ шәхесе» исемлегендә күрергә теләйбеҙ һәм ул был исемгә хаҡлы, тип һанайбыҙ.

Райхана ТУЙГИЛДИНА,
Мәүлиҙә БАЙГИЛДИНА,
Гүзәл НАЗАРОВА,
Флүзә ХӘСӘНОВА,
Фәнил ИҘРИСОВ,
Земфира ХӘМЗИНА,
Миҙхәт ТАҢАТАРОВ


Заһира ИСҠУЖИНА:

О-о-о, Нурия апай, әссәләмәғәләйкүм! Бик шатмын һеҙҙең һүрәтегеҙҙе күргәнгә!

Әлфиә РӘЖӘПОВА, Күмертау ҡалаһы:

Нурия Ғәли ҡыҙы Яҡуп ауылы интернатында 1970 йылдарҙа ятып уҡыған Урта Мотал, Түбәнге Мотал,Туғай Кинйәһе ауылы балалары өсөн тәрбиәсе лә, әсәй ҙә булды.
Читайте нас: