Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2017, 14:20

Комсомол

УТЛЫ ЙЫЛДАР КОМСОМОЛЫ Кинйәбай ауылында Хәмит бабай Ғафаров тураһында: «Комсомол Хәмит», - тип һөйләйҙәр.

УТЛЫ ЙЫЛДАР КОМСОМОЛЫ

Кинйәбай ауылында Хәмит бабай Ғафаров тураһында: «Комсомол Хәмит», - тип һөйләйҙәр.

Эйе, ул комсомолец, тик ун туғыҙ йәшлек түгел, ә почетлы комсомолец. Ул ВЛКСМ сафына өйөрмәле, коллективлаштырыу йылдарында, 1930 йылда баҫҡан. Көҙ. Павловка, Яңы Ямаш һәм Кинйәбайҙың алдынғы йәштәре уҡытыусы Ф. Тимофеева етәкселегендә беренсе комсомол ячейкаһы ойошторалар. Уның беренсе етәксеһе итеп Абдулла Әмәкәсов һайлана.

Комсомолецтар колхоз төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Ә 1933 йылда эшкә һәләтле Хәмитте тәүҙә Павловка, унан Кинйәбай бригадалары бригадиры итеп билдәләйҙәр. Эштәр тик ат һәм һыйыр менән башҡарыла ине ул саҡта. Техника юҡ, ә шулай ҙа колхоз бөтә пландарҙы ла үтәп барҙы.

Хәмит бабай бригадир булып 1941 йылға тиклем эшләй. Һуғыштың беренсе көндәрендә үк үҙе теләп Тыуған илен һаҡларға китә. Ленинград блокадаһында була, Волхов йүнәлешендә һуғыша. Еңеүҙән һуң кире тыуған ауылына күкрәк тулы орден, миҙалдар тағып ҡайта һәм яңынан ғәҙәтләнелгән крәҫтиән эшенә тотона. Ә бер йылдан оҫта ойоштороусыны колхозсылар «Ҡыҙыл юл» колхозының председателе итеп һайлайҙар, һәм ул 1951 йылға тиклем колхозға етәкселек итә, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итә.

Хәмит бабай Ғәйшә инәй менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Утлы йылдар комсомолецы бөгөн дә сафта ҡала. Ул әле лә колхоздың әүҙем эшсәне.

Ғәлим ХИСАМОВ
«Ильич юлы», 1968 й., 17 октябрь, №124


ҺИН КОМСОМОЛ БУЛДЫҢМЫ?

Зилә Кәлимулла ҡыҙы АҘНАБАЕВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Айсыуаҡ ауылы:

- 8-се класта уҡығанда комсомолға индем. Беҙҙе комсомолға индереү өсөн Яманһары ауылынан Мораптал мәктәбенә алып барҙылар. Апрель айы ине. Отрадаға тиклем һыуланып йәйәүләп, аҙаҡ Морапталға тиклем автобуста барҙыҡ. Комиссия ағзалары беҙҙе ҡаршы алды, беҙ уставтарҙы ныҡлап ятлап барҙыҡ та улар алдында сығыш яһаныҡ. Комсомол тигән исем булғас төрлө эшкә ҡуштылар. Комсомольцы-добровольцы, тип колхозда картуф, сөгөлдөр эшләнек, уңыш йыйыу ваҡытында ла эшкә саҡырҙылар, төнгөлөккә лә ҡала торғайныҡ. Комсомол булып байрамдарҙа концерт ҡуйып, оло йәштәгеләргә ярҙам итеп йөрөнөк. Ваҡытында дәртле һәм күңелле булды инде. Тәртипкә өйрәтә торған ойошма ине. Аҙаҡ, мәктәптә эшләгән йылдарымда, уҡыусыларҙы тәртиптә тотҡан ошондай ойошмалар булмауына йән әрней торғайны.


- Комсомолка булмайынса, партияға алмайҙар. Ә мин - коммунист. Мин әле лә коммунист, партбилетым үҙем менән. Президент партбилетын өҫтәлгә шапылдатып бәргәс, ҡайһы бер коммунистар билеттарын йыртҡан, ташлаған булдылар. Тимәк, улар инанып кермәгән — үҙ мәнфәғәте өсөн кергән. Пионер, комсомол булыу — ҙур мәртәбә ине: пионер саҡта ҡыҙыл галстук, значогы бар, ә комсомолканың ВЛКСМ тигән значогы ни тора. Тик пионер булып галстук, значок тағып йөрөй алманым, һуғыш башланды...

Мин комсомолға 1948 йылда интернатта уҡығанда Өфөлә керҙем. Һуғыш ваҡытында юғары белемле ир-егеттәр уҡыта ине, ил һаҡларға китеп бөттөләр. Белем юҡ, комсомолға ингәс, теш-тырнағыбыҙ менән аттестат, диплом алыу өсөн тырыштыҡ. Ауылға эшкә ҡайтҡас, уҡытыусылар комсомол ойошмаһы секретары һәм уҡыусылар ойошмаһы менән эшләргә тура килде.

Ныҡ хәтерҙә ҡалғаны: 30 уҡыусыны комсомолға алырға Ермолаевоға йәйәүләп киттек. Бына сығып китте буран. Арманһыҙ булып, Ҡансыраға килеп таралыштыҡ, ныҡ өшөгәнем хәтерҙә. Иртәнсәгенә йәйәүләп кискә Ермолаевоға барып еттек. Беҙҙе пионерҙар бүлмәһенә урынлаштырҙылар. Юлда икмәк кимереп килгәндәр, ахыры. Һыу таптыралар. Төн ҡараңғы, асмайҙар, шулай ҙа миһырбанлыһы асты — баш врач икән, һыу алдым, хәлде һөйләнем. Мәктәп хужаларының иҫенә төшкән, һуңынан беҙҙең иҫән-һау барып еткәнде телефондан һорашып белгәндәр. Телефон сельсоветта ғына бар. Йоҡо түшәк таптырмай, ти, бишмәттәренә уранып йоҡланылар. Комсомолға инеп, 4-се көн тигәндә ҡайтып төштөк. Ата-әсәләр ут йотоп көткән инде. Мине тетәләр генә, үҙҙәренә дан өсөн тип. Хужа ҡушҡас, бараһың инде. Ә уҡыусылар зарланманылар, ата-әсәләренә асыуланалар, тештәре төшөп бөтмәйенсә ҡуймаҫтар инде, тиеп. Аслы-туҡлы уҡыусылар Түкән-Ялсыҡайҙан көн дә йөрөп уҡыйҙар, бешегеп бөткәндәр. Уларға ни ҡыҙыҡ булып ҡалды. Һис тә зарланманылар, хәҙер ул араны олатаһы-өләсәһе ишетеп тә, күреп тә белмәгән автобуста ғына йөрөтәләр. Ярай ҙа ҡәҙерен белеп, тырышып уҡыһалар, ә мәктәптең йылылығы-таҙалығы!

Ул саҡта сисенеп ултырыу юҡ, һыуыҡлыҡты һөйләп тораһы ла түгел, ул турала күп яҙҙым инде, етәр.


- Комсомолға инеү өсөн 1970-се йылдарҙа Зәк-Ишмәттән автобус менән Күмертауға ГОРКОМға алып килделәр. Байрамға барған кеүек әҙерләнеп килдек. Беҙгә төрлө һорауҙар бирҙеләр, ҡалтырап төштөк, хатта бер малайҙы комсомолға алманылар сөнки яуап бирә алманы, русса белмәй ине. Бер-нисә тапҡыр барып саҡ инеүселәр ҙә булды. Ә мин ауылда комсомол ойошмаһының секретары инем. Взносҡа тип ике тин аҡса түләй торғайныҡ. Билетым һаман да бар. Оло йәштәгеләргә ҡар көрәү, утын ярыу, һыу ташыу кеүек эштәрҙе һәр саҡ башҡарҙыҡ. Эш боҙһаң, күмәкләп йыйылышып тәртипте тикшерәбеҙ. 10-сы класта уҡыған бер малайҙы тәртибе өсөн комсомолдан сығарғандары ла иҫтә. Ниндәйҙер маҡсат, тәртип булды ул комсомолда тороу.


- Комсомол булған саҡта ныҡ әүҙем булдыҡ. Күрше ауылдарға йөрөп оло йәштәгеләргә ярҙам иттек, ҡышын көн дә саңғы шыуырға сыға торғайныҡ. Спорт менән шөғөлләндек, ГТО бирә торғайныҡ. Комсомолға инеү ул үҙеңдә ҙур яуаплылыҡ тойоу ине. Комсомолға инеү өсөн уҡытыусыбыҙ Зилара Камил ҡыҙы Әмәкәсова Күмертауға алып барҙы. Ныҡ итеп әҙерләнеп, уставтарҙы ятлап, аҡ нәскийҙәр кейеп барҙыҡ. Ямғыр яуа, батҡаҡ, аяҡта резинка итектәр. Барғас, итекте сисһәк, ап-аҡ нәскийҙәребеҙ бысранып ҡарайып бөткәнлеген күреп тағы ла нығыраҡ ҡайғырған иҫтә ҡалған.


- Булдым, әлбиттә! Комсомолға кергән көнөм әле булһа ла хәтеремдә. Беҙҙе Яңы Муса ауылынан Күмертауға алып барҙылар. Юл буйы уставты ятлап, ҡурҡып барҙыҡ. Комсомолға алмай ҡуйһалар, ул саҡта ныҡ оят ине. Барҙыҡ, төрлө һорауҙарға яуап бирҙек. Алдылар! Тағы ла был көндөң ныҡ иҫтә ҡалғаны шул булды - комсомолға алғандан һуң, ашханаға алып кереп ашаттылар. Аҙаҡ ер аҫты газ һаҡлау станцияһына тиклем автобус менән алып барып ҡуйҙылар. Ҡалған юлды, комсомол булдыҡ, тип ғорурланып, йәйәү ҡайттыҡ. Комсомолға ингәс, үҙебеҙҙе бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙоҡ. Яуаплылыҡ та көслө булды.
Читайте нас: